Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2025, 16:05

ЙОРТТАРЫБЫҘ МАТУРЛЫҒЫ ҮҘЕБЕҘҘӘН ТОРА

Ошо көндәрҙә “Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы иң яҡшы күп фатирлы йорт советы – 2025” конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурс 18 сентябрҙән 18 октябргә тиклем үтте һәм күп фатирлы йорттар менән идара итеүҙең һөҙөмтәле тәжрибәһен асыҡлауға, әүҙем халыҡҡа ярҙам итеүгә һәм төҙөкләндереү буйынса башланғыстарҙы үҫтереүгә йүнәлтелде. Ярыштар “Өлгөлө йорт”, “Хәүефһеҙ йорт” һәм “Бурысһыҙ йорт” кеүек номинацияларҙы үҙ эсенә алды.

ЙОРТТАРЫБЫҘ МАТУРЛЫҒЫ ҮҘЕБЕҘҘӘН ТОРА
ЙОРТТАРЫБЫҘ МАТУРЛЫҒЫ ҮҘЕБЕҘҘӘН ТОРА

“Өлгөлө йөкмәткеле йорт” номинацияһына түбәндәге йорт лайыҡ булды:

Октябрь проспектындағы 46-сы күп фатирлы йорт (“Рикомсервис” идара итеүсе компания) – 3-сө урын (Йорт советы рәйесе Н. А.Шелагина.)

 Коммунистик урамындағы 52-се күп фатирлы йорт (Стәрлетамаҡ “ТСК” идара итеү компанияһы) – 2 урын (Күп ҡатлы йорт советы рәйесе З.З. Янышева) Вокзал урамындағы 34-се күп фатирлы йорт (ТЖХ идара итеүсе компанияһы). МКД Советы рәйесе С.А. Малышева. ?????

“Хәүефһеҙ йорт” номинацияһында Вокзал урамындағы 16а күп фатирлы йорт (“ТТХ” идара итеүсе компанияһы) 3-сө урын алһа (Йорт советы рәйесе А.А. Кулакова). Суворов урамындағы 6-сы күп фатирлы йорт (“ЖилСервис”) 2-се урын яуланы (А.Г. Васильев). Беренсе урын Октябрь проспектындағы 38-се күп фатирлы йортта ( “Рикомсервис”, Совет рәйесе А.Р.Файезов).

“Бурысһыҙ йорт” номинацияһы буйынса Коммунистик урамындағы 48-се күп фатирлы йорт (“ТТХ”) (Йорт советы рәйесе А.Р. Смаҡова)  3-сө урын дипломы һәм 10 000 һумлыҡ сертификат менән бүләкләнделәрҡа лайыҡ булдылар. Интернациональ урамындағы 61-се күп фатирлы йорт (“Рикомсервис” идара итеү компанияһы (Совет рәйесе Н.В. Кулагина) ) 2-се урынға һәм 15 000 һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды.  Социалистик урамындағы 11-се күп фатирлы йорт (“ЖилСервис” идара итеүсе компанияһы, советы рәйесе Д.Р. Кочкуров) – 1-се урын һәм 25 000 һумлыҡ сертификат!

Конкурстың абсолют еңеүсеһе: конкурс йомғаҡтары буйынса 2025 йылда Стәрлетамаҡта күп фатирлы йорттоң иң яҡшы Советы тип Октябрь проспекты, 38 адресы буйынса күп фатирлы йорт Советы танылды (идара итеүсе компания рикомсервис, рәйесе А.Р.Фәйезов). Конкурсты ойоштороусылар-ҡала хакимиәте, Йәмәғәт палатаһы һәм социаль үҫешкә ярҙам итеү хәйриә фонды.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: комиссия ҡараған йорттарҙа йәшәүселәр барыһы ла конкурста ҡатнашырға үҙҙәре теләк белдереп, йорт менән идара итеүсе кампанияларға мөрәжәғәт иткән. Йорт ҡыйыҡтарының, подвалдарҙың торошон ҡарағанда күп йорттарҙағы таҙалыҡ күҙгә салынды, йорт алдарының тәртиптә булыуы, балалар майҙансыҡтарының торошо шартына тап килеүе айырым маҡтауға лайыҡ. Бигерәк тә Коммунистик урамындағы 52-се йорт иғтибарҙы йәлеп итте. Йорт буйынса төп вәкил булып тәғәйенләнеүсе Зәлифә Янышева һөйләүенсә, быйыл был йорт һалыныуға 35 йыл тула икән. Бынан бер нисә йыл элек БСТ-нан килеп башҡа йортто төшөргәндә ошо йорт алдының матур ҡаралыуы операторҙарҙы ла йәлеп иткән. Һәм икенсе маҡсатта килгән телевидение Коммунистик урамындағы 52-се йортто бөтә Башҡортостанға өлгө итеп күрһәтә. Матурлыҡҡа йәм өҫтәп күп тә үтмәй яңы асфальт түшәлеп, йәйәүлеләр юлы ла барлыҡҡа килә бында. Йорттоң эсендәге подъездарҙың торошона бында Анна Лебедькова яуап бирә. Һәр ҡат һайын күҙҙең яуын алырлыҡ картиналар эленгән. Тәҙрә төптәрендә гөлдәр үҫә. Селтәр эленгән подъездар ҙа бар.

Шунан сығып тормошобоҙҙо үҙебеҙ биҙәйбеҙ тиергә лә булалыр. Әлбиттә, был әле бер йорт миҫалы ғына, бында һәр йорттоң үҙ үҙенсәлеге, бөхтәлеге күҙгә ташланып тора. Иң мөһиме, үҙенең йәшәгән тупһаһына, ихатаһына иғтибарлы, һаҡсыл ҡарашлы, үҙ-ара татыу кешеләр тупланған был йорттарҙа.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Анастасия АДАДУРОВА фотолары.

ЙОРТТАРЫБЫҘ МАТУРЛЫҒЫ ҮҘЕБЕҘҘӘН ТОРА
ЙОРТТАРЫБЫҘ МАТУРЛЫҒЫ ҮҘЕБЕҘҘӘН ТОРА
ЙОРТТАРЫБЫҘ МАТУРЛЫҒЫ ҮҘЕБЕҘҘӘН ТОРА
ЙОРТТАРЫБЫҘ МАТУРЛЫҒЫ ҮҘЕБЕҘҘӘН ТОРА
Автор: Римма Галимова
Читайте нас