

Йылҡы йылында бөтмәҫ дәрт-дарман, яңы ҡаҙаныштар өсөн ҡыйыулыҡ, яҡты тормош өсөн азатлыҡ һәм илһам, шулай уҡ уңыштар, тоғро дуҫтар, аттыҡы һымаҡ ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек теләйем. Бәхеттең ялына тотоноп алға барығыҙ! Йылҡы йылы көс-ҡеүәт биреп алға әйҙәп торһон! Аттай бейеп йәшәгеҙ, дуҫтар!
Бәхет дағаһы кеүек, һәр эштә лә еңеллек булһын, барлыҡ башланғыстарҙа ла уңыштар юлдаш булһын!
Рөстәм ХӘЙРУЛЛИН,
Стәрлетамаҡ Бейеү театрының баш репетиторы, БР-ҙың атҡаҙанған артисы.