Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Ғинуар , 15:35

ИЛ-ЙОРТҠА ИМЕНЛЕК АЛЫП КИЛ, ЙЫЛҠЫ ЙЫЛЫ!

Бына инде ҡолонсаҡтай юртаҡлап Йылҡы йылы ла килеп етте. Борон-борондан атты “йылҡы – малдың батшаһы” тип, беренсе урынға ҡуйғандар. Яңы йылға аяҡ баҫҡанда ҡалабыҙҙың Йылҡы йылында тыуған шәхестәре уй-теләктәрен еткерә.   #НовогоднийСтерлитамак2026  

ИЛ-ЙОРТҠА ИМЕНЛЕК АЛЫП КИЛ, ЙЫЛҠЫ ЙЫЛЫ!
ИЛ-ЙОРТҠА ИМЕНЛЕК АЛЫП КИЛ, ЙЫЛҠЫ ЙЫЛЫ!

БӘРӘКӘТЛЕ,  МУЛ ТОРМОШ АЛЫП КИЛ, ҠОЛОНСАҠ!

Йылҡы йылына өс сифат хас: аттың эшһөйәрлеге, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәү. Бына шундай формула.

Яңы йылда Бөтә донъяға именлек теләйем. Үҙем Һыуғояр йондоҙлоғо аҫтында тыуған кеше булараҡ, барыһын да кешелек сифаттарын юғалтмаҫҡа саҡырам. Ә үҙемдең туғандарыма, яҡындарыма, дуҫтарыма бәрәкәтле тормош һәм һаулыҡ, ә инде коллегаларыма ижади уңыштар теләйем. Үткән йыл йомғаҡтарына килгәндә, йыл бик уңышлы булды. Беренсе курстан башлап биш йыл буйы етәкләп алып барған “Педагогик белем биреү” йүнәлешенең бишенсе курсын тамамлаған “ФИ”-51 төркөмөнән ун студенттың һигеҙе Ҡыҙыл диполом алыуы бик ҙур шатлыҡлы ваҡиға булды.

Зөлфиә ЙӘҒӘФӘРОВА,

физика-математика фәндәре кандидаты, ӨДФТУ Стәрлетамаҡ филиалының дөйөм һәм теоретик физика кафедраһы доценты, “БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Стәрлетамаҡ бүлексәһе етәксеһе.

Фекерҙе Роза САФИНА белеште.

ИЛ-ЙОРТҠА ИМЕНЛЕК АЛЫП КИЛ, ЙЫЛҠЫ ЙЫЛЫ!
ИЛ-ЙОРТҠА ИМЕНЛЕК АЛЫП КИЛ, ЙЫЛҠЫ ЙЫЛЫ!
Автор: Роза Сафина
Читайте нас