Тырышлыҡ һәм маҡсатҡа ынтылыш булмаһа, институтты “отличие” билдәһе менән тамамлап, башта уҡытыусы, артабан төп белгес, яуаплы урында етәксе булып эшләп булыр инеме икән? Уҡыуҙы тамамлау менән 5-се гимназияла егелеп эшләргә тура килде. Уҡыусыларым хәҙер үҙҙәре уҡып бөтөп, ҙур урындарҙа эшләп йөрөйҙәр.
Ҡала хакимиәтендә егерме йылға яҡын эшләйем, килеп тыуған төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һорап килгән һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышам. Был да “аттарса” характерҙыр ул.
Үҙһүҙлелек һәм бәйһеҙлек… Моғайын, улары ла барҙыр миндә. Тулыһынса бойондороҡһоҙ булыу мөмкин түгел. Ә шулай власть яратыуҙан, мин-минлектән (тәкәбберлектән) бойондороҡһоҙмындыр, тип уйлайым.
Киләһе йылда барыбыҙға ла тыныслыҡ теләйем. Ғәмәлдәребеҙ изге, ризыҡтарыбыҙ хәләл, күңелебеҙ тулы иман булһа, теләктәребеҙ ҡабул булыр.
Светлана КӘРИМОВА,
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең ойоштороу-контроль бүлеге начальнигы.
Фекерҙе Р.САФИНА белеште.