Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Ғинуар , 11:50

ТЕАТРҒА ЙӨРӨГӨҘ, ГӘЗИТ УҠЫҒЫҘ, КҮБЕРӘК АРАЛАШЫҒЫҘ!

Был йыл алға хәрәкәт, ҡыйыу ҡарарҙар һәм күптән көтөлгән еңеүҙәр йылы булһын! Йылҡы йылы өйөгөҙгә үҫеш, ирек һәм үҙ көсөнә ышаныс килтерһен, бөтә ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итһен һәм яңы бейеклектәргә алып барһын. Һәр аҙым ныҡлы, һәр юл уңышлы булһын, ә башланған һәр эш ярҙам һәм үҫеш тапһын.  

ТЕАТРҒА ЙӨРӨГӨҘ, ГӘЗИТ УҠЫҒЫҘ, КҮБЕРӘК АРАЛАШЫҒЫҘ!ТЕАТРҒА ЙӨРӨГӨҘ, ГӘЗИТ УҠЫҒЫҘ, КҮБЕРӘК АРАЛАШЫҒЫҘ!
ТЕАТРҒА ЙӨРӨГӨҘ, ГӘЗИТ УҠЫҒЫҘ, КҮБЕРӘК АРАЛАШЫҒЫҘ!

Яңы йылда шатлыҡлы мәлдәр, ихлас йылмайыуҙар һәм йылы осрашыуҙар күп булһын, театрҙарға йөрөгөҙ, гәзиттәр уҡығыҙ, күберәк аралашығыҙ! Ныҡлы һаулыҡ теләйем, көсөбөҙ  ташып торһон, ә күңелдәребеҙ илһам һәм ышаныс менән тулы булһын. Һәр эштә лә уңыш юлдаш булһын, ә именлек һәм муллыҡ йыл буйына һеҙҙе оҙатып йөрөһөн!

Йылҡы йылы тормоштоң тиҙ ритмы менән күңел тыныслығы араһында тигеҙлек һаҡларға, иректе ҡәҙерләргә, әммә яҡындарығыҙҙы онотмаҫҡа, маҡсаттарға ышаныслы һәм аҡыл менән барырға өйрәтһен. Был йыл яңы офоҡтар, сағыу тәьҫораттар һәм бәхет өсөн бихисап сәбәптәр бүләк итһен!

Нәркәс ЙОСОПОВА,

 Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актрисаһы.

Фекерҙе Роза САФИНА белеште.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас