

Улар Бөтә Рәсәй тауыш биреүендә еңеүсе тип танылды: республикала йәшәүселәрҙең 770 меңдән ашыуы үҙ тауышын бирҙе. Был маҡсаттарға федераль ҡаҙнанан 1 миллиард 164 миллион һум аҡса бүленгән. Быйыл Федераль ҡала һаулыҡ һаҡлау программаһы буйынса 94 биләмә төҙөкләндереләсәк.
2025 республика халҡының иң күп тауыш йыйған объекттар иҫәбендә – Стәрлетамаҡтағы Рус драма театрынан алып Салауат кинокомплексына тиклемге биләмә лә бар.
– Ысынлап та, республика халҡы төҙөкләндереү мәсьәләләренә бик ныҡ йәлеп ителә. Был эш барышын контролдә тотоуҙа ла сағыла. “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһы арҡаһында беҙ килеп тыуған бик күп мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ. Артабан да ошо юҫыҡта эшләйәсәкбеҙ, - ти билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Р.ЗАМАНОВА.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.