

– Оксана Александровна, был ҡыҙыҡлы һәм файҙалы шөғөл ҡасан башланды һәм ҡайҙан килә?
– Беҙ ғаиләбеҙ менән барыбыҙ ҙа оҙаҡ йылдар аттар менән шөғөлләнәбеҙ. Мин – аттар менән эшләгән өсөнсө быуын вәкилемен. Үкенескә ҡаршы, һуңғыһы.
Беҙҙең ат клубына нигеҙ һалыусы – минең әсәйем Роза Фәндийәр ҡыҙы Ғилмийәрова.
Беҙ Стәрлетамаҡҡа 2000-се йылдар башында Ашҡаҙар аръяғында ҡымыҙ етештереү фермаһы базаһында ат спорты мәктәбенә нигеҙ һалған “Сода” акционерҙар йәмғиәте директоры саҡырыуы буйынса күсеп килдек.
Әммә ул мәктәп оҙаҡ эшләй алманы, ни өсөн тигәндә, “Сода”ны бүлгән ваҡыт ине һәм шунлыҡтан ябылды.
– Нимә ул пони- спорт? Был бейек булмаған аттар ҡайһы тоҡомға ҡарай?
– Буйы 148 см-ға тиклем бейеклектәге бөтә аттар ҙа, ниндәй тоҡомдан булыуына ҡарамаҫтан, пони тип атала. Беҙ пони спорты, йәғни балалар ат спорты йүнәлешендә эшләйбеҙ.
Өс классик йүнәлеш бар: пони-сығыу, пони-конкурс һәм пони-өскөрәш (троеборье) Беҙҙең йүнәлеш пони-сығыу тип атала.
Беҙ ат йүгәнләү оҫтаһы ғына түгел, ат сабыштарында ҡатнашып, призлы урындар ҙа яулайбыҙ. Йыл һайын беҙ балалар менән төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашып, Башҡортостан данын күтәрәбеҙ.
Әйткәндәй, әсәйебеҙ Роза Ғилмиәрова Германияның иң яҡшы тренерҙары иҫәбенә ингән күренекле тренерҙарҙа – Юрченко менән Баклановта шөғөлләнгән. Башҡортостанда тәүге Рәсәй Чемпионатында өсбәйге йүнәлеше буйынса спорт мастеры, СССР Йыйылма командаһына кандидат булды.
– Атты ҡасан өйрәтә башларға кәрәк?
– Атты өйрәтеү уның ғүмеренең тәүге сәғәттәренән үк башлана. Бейә ҡолонлағас, тәүге өс аҙнала ҡолонсағын ныҡ һаҡлай, ҡыҙғана. Ҡолон алты айға тиклем үҫә, унан һуң яйлап ҡына әсәһенән айырабыҙ. Шунан инде йылҡы малының үҫеш фазаһы бара, ипләп кенә ҡулға эйәләштерә башлайбыҙ. Еңел тоҡомлоһо ҡулға тиҙ өйрәнеүсән, йәш ярымдан һыбай менеп йөрөй башлайҙар.
Атты һәйбәт итеп өйрәтеп, ул һинең хужаһы икәнлеген аңлағансы бер айлап ваҡыт үтә. Бигерәк тә үҙен ауыҙлыҡларға бирергә теләмәгән йәш тайҙы өйрәтеүе ҡыйын. Малҡайҙың холҡона ла ҡарай. Йыуаштары, әлбиттә, тиҙерәк өйрәнә. Уйнаҡлап торған тайҙы һуңыраҡ ҡулға эйәләштерәләр. Тай бейек, баш бирмәгән һайын ҡулға өйрәтеүе ҡыйын. Шуға күрә дүрт йәштән дә һуңға ҡалмайынса өйрәткәнең хәйерле.
Ғөмүмән, аттың һөлдәһе 8 йәшкә тиклем формалаша.
Атты өйрәтеү өсөн ҡурҡыу белмәҫ, сос, ныҡышмал булырға кәрәк. Һәр аттың холҡо үҙенсә төрлөсә. Һәр ерҙә лә ат менән эшләгәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен үтәргә кәрәк. Быны беҙ тәүге дәрестәрҙән үк өйрәтә башлайбыҙ. Эште нисек итеп дөрөҫ башҡарырға, был ни өсөн кәрәк һәм башҡаса булмай икәнлекте аңлатабыҙ.
Аттар үҙ ҡанундары буйынса йәшәй һәм кеше быны 100 проценты менән иҫәпкә алырға тейеш. Бигерәк тә һыбай йөрөргә яңы өйрәнә башлағандарға барыһын да иҫтә тоторға һәм ҡулланырға кәрәк. Сөнки ат донъяһын өйрәнеү һәм һыбай йөрөү серҙәренә төшөнөү ябайҙан башланып, ҡатмарлаша бара.
Малҡайҙың ярҙамсыһы, таянысы булып оҙаҡ йылдар тоғро хеҙмәт итһен өсөн, хужаһына ла тырышырға тура килә. Уға йәш тайҙы ҡулға өйрәтеү өсөн дә әллә күпме ауыҙлыҡларға, әллә күпме ат өҫтөнән тәкмәсләп төшөргә һәм һикереп тороп яңынан башларға кәрәк була бит әле. Был хәтәр эштә хужаһы йә тайҙы йүгәнләй, йә ярты юлда ташлап ҡуя.
Өйрәтелмәгән тайҙы йүгәнләргә йөрьәт иткән гүзәл заттарға афарин тиергә генә ҡала.
Роза САФИНА әңгәмәләште.
Фотолар Ғилмийәровтарҙың ғаилә архивынан алынды.