

Стәрлетамаҡ халҡы дошмандың һөжүменә батырҙарса ҡаршы торған Ленинград халҡы һәм һәм ҡаланы азат итеү өсөн ғүмерҙәрен биргән һалдаттар рухына сәскәләр һалды һәм бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Сарала ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов, ҡала ветерандар Советы рәйесе Тәлғәт Ғәбитов, “Набат” Чечен Республикаһында ҡораллы низағта ҡатнашыусылар союзы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Илдус Мәнәпов, Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйестәштәре Александр Карпунин, Владимир Егоров, һәм шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ҡала Советы депутаттары, студенттар һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Сарала ҡатнашыусыларҙың һәммәһенә лә Еңеү ирекмәндәре Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты бешергән “блокада икмәге”н таратты. Әлбиттә, был икмәк яҡынса рецепт буйынса – арыш оно, һоло оно, көнбағыш һығынтыһы, көрпә һәм әсетке ҡушып бешерелгән.
125 грамм “блокада икмәге”, Ленинградтың ҡамауҙа ҡалған һәр кешеһенә тап шундай норма бирелә. “Блокада икмәге” – ул бөйөк ҡала халҡының берҙәмлеге, патриотизм, ныҡлы рух һәм еңеүгә ышанысы символы булып ҡала. Инде бындай ҡот осҡос хәлдәр бүтән ҡабатланмаһын, Ер йөҙөндә тик Тыныслыҡ, дуҫлыҡ, берҙәмлек хөкөм итһен ине, тигән тигән теләктә таралышты унда ҡатнашыусылар.
Роза САФИНА.
Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте фотоһы.