Йәмғиәт
29 Января , 12:14

Ҡышҡы кистәр балалар менән

Хәҙерге шарттарҙа балалар ата-әсәләрен бик аҙ күрә. Ҡышҡы һыуыҡтар башланғас, күп кенә ата-әсәләр балалар менән буш ваҡытта нимә менән шөғөлләнергә белмәй. Тормошобоҙ төрлө ваҡиғалар менән тулы, улар беҙҙең көндәлек тормошобоҙға һәм кәйефебеҙгә йоғонто яһай. Күңелһеҙ ҡышҡы осорҙо ҡыҙыҡлы ял итеү, шулай уҡ балалар менән күберәк ваҡыт үткәреү мөмкинлегенә әйләндерергә мөмкин.

Ҡышҡы кистәр балалар менәнҠышҡы кистәр балалар менән
Ҡышҡы кистәр балалар менән

Өйҙә лә, урамда ла шөғөлләнергә мөмкин.

Сер түгел, физик үҫеш, организмды нығытыу өсөн балаларға мөмкин тиклем күберәк ваҡытты саф һауала үткәрергә кәрәк. Ҡышҡы шарттарға яраҡлы махсус уйындар, заданиелар, күңел асыуҙар һайлағыҙ. Ҡышҡыһын бит ҡар, боҙ, боҙ юлдары бар бит! Ҡар ҡоролмаларын файҙаланыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ: тауҙар, боҙ юлдары, валдар, саңғы трассалары.

Өлкәндәр етәкселегендә һәм ярҙамында йәштәштәре менән бергә тау эшләү балаларға ҙур рәхәтлек килтерә. Сөнки тау бер аҙ туңғас, улар үҙ хеҙмәтенең емештәре менән файҙалана ала.

Ҡар ҡәлғәһе төҙөү.

Тағы ла бер мауыҡтырғыс шөғөл - ҡар ҡәлғәһе төҙөү. Һәр йәштәге балалар һәм өлкәндәр өсөн бик яҡшы шөғөл. Ҡәлғәне көрәк ярҙамында йәки ҙур ҡар шарҙарынан төҙөргә мөмкин. Ҡәлғәне боҙҙан да төҙөргә була.

Лабиринттар, тоннелдәр төҙөү.

Ҡар ҡатламының ҡалынлығы ун биш сантиметрға еткәс, унда лабиринттар һәм туннелдәр тишеп сығырға мөмкин. Балағыҙға ҡарҙа төҙөргә теләгән лабиринт планын эшләргә ярҙам итегеҙ. Лабиринт әҙер булғас, уның эсендәге стеналары шыма булһын өсөн һыу ярҙамында шымартып сығырға була. Аҙаҡ инде ҡоролма юлдары буйлап шыуышырға мөмкин.

Тауҙан шыуыу һәм ҡар бабай эшләү.

Боҙло тауҙан шыуыу балаларҙың ҡышҡы иң яратҡан күңел асыуҙарының береһе. Тауҙан боҙлоҡтарҙа, саналарҙа, ватрушкаларҙа, ҡаргиҙәрҙәрҙә шыуырға мөмкин. Был шөғөлдө яратҡан балалар тауҙан туҡтауһыҙ шыуырға әҙер һәм өйҙәренә китергә теләмәйҙәр.

Ҡыш көнө урамға сыҡҡанда һәр бала ҡар бабай йәбештерергә теләй. Бының өсөн төрлө ҙурлыҡтағы киҫәктәрҙе бер-береһенең өҫтөнә ҡуйырға кәрәк. Ҡар бабайҙың күҙҙәрен, танауын, ауыҙын (кишер һәм күмерҙән) эшләргә һәм эшләпә (биҙрә) кейҙерергә була.

 Кем тиҙерәк.

Тигеҙ майҙансыҡ һайлап, старт һәм финишты билдәләү өсөн 2 һыҙыҡ һыҙырға була. Уйынсылар парлап берләшә һәм бер-береһенә арҡаһы менән санаға ултыра. Ярышыусы парҙарҙың маҡсаты – финишҡа беренсе булып барып етеү, шул уҡ ваҡытта аяҡтары менән генә этәрелеү. Финиш һыҙығын барыһынан да алдараҡ үткән пар еңә.

Конькиҙа шыуыу - ул рәхәтлек!

Хатта тәжрибә булмаһа ла, бындай ваҡыт үткәреүҙән бик күп ләззәт алырға мөмкин. Бынан тыш, конькиҙа йөрөү һаулыҡты нығыта, сәләмәт йәшәү рәүешенә күнектерә, физик күнекмәләрҙе үҫтерә, ә иң мөһиме, ата-әсәләрҙе, балаларҙы яҡынайта һәм үҙ-ара аңлашыу һәм хеҙмәттәшлек атмосфераһын булдырыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек бирә. Конькиҙа шыуыу аяҡтарҙы нығыта, шуға күрә һәр балаға файҙалы. Әгәр бала йөн ойоҡбаш кейгән булһа, аяҡ кейеме тығыҙ ултырырға тейеш.

Хоккей уйыны.

Күп кенә өлкәндәр балаларының хоккейҙа яҡшы уйнарға өйрәнеүен теләй. Баланы хоккейға өйрәтеүҙе ихатала хоккей ҡумтаһындағы ябай һәм мауыҡтырғыс уйындарҙан башларға мөмкин.

Саңғы - иң файҙалы шөғөл.

 Саңғыла йөрөү балаларҙың физик һаулығын нығыта, бик яҡшы сыныҡтырыусы сара булып тора. Ул тиҙлек, сыҙамлыҡ, координация үҫешенә, терәк-хәрәкәт аппаратын нығытыуға булышлыҡ итә, ә саф һауаның йоғонтоһо тын алыу органдары эшмәкәрлеге өсөн айырыуса файҙалы. Бөтә ғаилә менән саңғыла йөрөү – ул уртаҡ шатлыҡтар, хәтирәләр, тәьҫораттар тупланмаһы.

Балаларҙың уйынға йәлеп ителеүенә иғтибар итегеҙ: ул үҫтерә һәм тәрбиәләй генә түгел, ә һалҡын көндә йылыта ла.

Яңы йыл алдынан өйҙә байрамға әҙерлек кисәһен үткәрергә мөмкин. Балалар менән бергә ҡар бөртөктәре ҡырҡырға, гирлянда, ҡулдан декоратив шыршы, бала сағыбыҙҙағы фонарҙар, сылбырҙар һәм башҡа күп нәмәләр эшләргә тырышығыҙ... Баланы бүләктәрҙе төрөү өсөн бантик бәйләргә өйрәтегеҙ, был күнекмә уға артабан аяҡ кейемендә бау бәйләгәндә бик кәрәк буласаҡ.

Баланы ғаилә тарихы менән таныштырығыҙ. Ғаилә альбомындағы фотоларҙы ҡарағыҙ, фотолар төшөрөлгән урындар тураһында һөйләгеҙ. Иң ҡыҙыҡлы йәки иҫтә ҡалырлыҡ фото өсөн картондан бала менән бергә фоторамка йәбештерегеҙ, уны ғәҙәти булмаған ысул менән йылға таштары, төймәләр һәм хатта макарондар менән биҙәп була. Балаға үҙенең фантазияһын күрһәтергә рөхсәт итегеҙ!

Ғаилә менән бергә ял үткәреү - ата-әсәләрҙең үҙ балаһын аңлау, уның нимә менән йәшәүен күреү һәм ишетеү мөмкинлеге. Бергәләп ял итеү ата-әсәләр һәм балалар араһында дуҫлыҡты, ышанысты нығытыуға булышлыҡ итә. Буш ваҡытты ғәҙәти булмаған рәүештә үткәреү бөтә ғаиләгә сағыу тәьҫораттар бирә.

Бергәләп ял итеү балалар тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай. Бала саҡтан килгән бәхетле хәтирәләр ғүмер буйы һаҡлана. Шулай итеп ғаилә традициялары барлыҡҡа килә, улар быуындан-быуынға тапшырыла һәм ғаилә ҡиммәттәре формалаша.

Зарина, Сафира, Замир һәм Флүзә Кәримовтар,

54-се балалар баҡсаһы.

Ҡышҡы кистәр балалар менән
Ҡышҡы кистәр балалар менән
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас