

– Атайым менән әсәйем башланғыс класта уларҙы уҡытҡан уҡытыусыны шул тиклем яратҡан, хатта мин тыуғас та, бер ниндәй бәхәсһеҙ, икеһе бер һүҙҙән булып уның хөрмәтенә Зөбәржәт тип исем ҡушҡандар. Шул хөрмәт, моғайын, миңә ҡан аша бирелгәндер, уҡытыусы һөнәренә килеүем дә тыуғандан уҡ билдәле булғандыр, – тип уҡытыусы һөнәрен һайлауы тураһында һүҙен башланы Зөбәржәт Ришат ҡыҙы.
Әлбиттә, был һөнәрҙе үҙ итеүемә минең уҡытыусыларымдың да йоғонтоһо булғандыр тип уйлайым, сөнки Ишембай районының Әрмет мәктәбе уҡытыусыларының барыһы ла үҙ һөнәрҙәренең оҫтаһы булды. Бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Байбулдина Наилә Миңлебай ҡыҙы эшенә шул тиклем ихлас бирелгәнен күреп һәр ваҡыт һоҡлана инем, әлегәсә уларҙың һәр береһенә рәхмәтлемен, – тип һүҙен дауам итте әңгәмәсем.
Зөбәржәт Ришат ҡыҙы Әрмет ауылы мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә.
– Тормош иптәшем Камил Хизбулла улы менән ут күршеләр булдыҡ. Бала саҡтан уҡ бер-беребеҙҙе белеп-күреп үҫтек, студент саҡтарҙа ғаилә ҡорҙоҡ һәм ҡалала төпләндек. Бөгөнгө көндә тормош иптәшем шәхси эшҡыуар булып эшләй, шул уҡ ваҡытта умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Камилым менән ике бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Улыбыҙ Сорғот ҡалаһында нефть һәм газ өлкәһендә әйҙәүсе инженер булып эшләй. Киленебеҙ Алина менән тырышып донъя көтәләр. Ҡыҙыбыҙ Камилла Ҡазан ҡалаһындағы Волга буйы дәүләт университетында спорт, туризм һәм физик культура белгеслеге буйынса уҡып сыҡты, шулай уҡ ситтән тороп дизайнер һөнәрен үҙләштереп, әлеге ваҡытта өйҙән эшләй, – тип ғаиләһе менән дә таныштырып үтте Зөбәржәт Хәфизова.
1998 йылда, уҡып бөткәс, үҙенең хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ ҡалаһының 30-сы мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып башлай. Унан Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһында директор урынбаҫары булып эшләй. Ә 2007 йылдың 9 сентябренән ҡаланың мәғариф бүлеге мәғлүмәти-методик үҙәгенең методисы булып тәғәйенләнһә, 2013 йылдан Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының көньяҡ зонаһы буйынса етәксе булып эшләй башлай. Ҡаланың 30-сы мәктәбендә эшләгәндә үк Стәрлетамаҡ мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы итеп һайлана һәм әлегәсә ошо йөкләмәне намыҫлы башҡарып килә ул.
Үҙ эшенә бөтә күңелен һалған, алдынғы ҡарашлы уҡытыусының педагогия өлкәһендәге ҡаҙаныштары ла күп: БР мәғариф алдынғыһы, РФ почетлы мәғариф хеҙмәткәре, оҙайлы йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Бына шулай, студент йылдарында уҡ тормошҡа сыҡҡан ҡыҙ ғаиләһенән уңған, хеҙмәт даирәһендә лә тырышлығы менән уңыштар ҡаҙанған.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Зөбәржәт Ришат ҡыҙы үҙенең ихласлығы, мәрхәмәтлелеге, кешеләргә иғтибары менән күптәрҙән айырылып тора. Ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәр ваҡыт үҙенең йылы өйөнә алып ҡайтып, торлаҡ, кейем һәм ризыҡ менән тәьмин итеүе лә күпте һөйләй.
– Мин һәр нәмәне йөрәк ҡушыуы, күңел талабы буйынса эшләйем, – ти Зөбәржәт Ришат ҡыҙы. Ул үҙенең бәләкәй генә хыялы менән дә уртаҡлашып үтте.
– Ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам күрһәтеү бүлеген асырға байтаҡ йылдар хыялланам. Әлегә бына шундай ҡатындарҙы үҙемдең өйөмә саҡырып, ҡулымдан килгәнсе мохтаж кешеләргә ярҙам итергә тырышам. Ғаиләм дә ҡаршы килмәй. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Кеше был донъяға килгән икән, мөмкин тиклем күберәк изгелек ҡылырға, бер-береһенә ярҙам итергә тейеш, – тигән фекерҙә ул.
Бына шулай файҙалы булыуҙан йәшәү көсө алып, тирә-яҡҡа шулай изгелек таратып йәшәй, ҡаланың, милли мәғарифтың зөбәржәтеләй ул Зөбәржәт!
Бөгөн Зөбәржәт Ришат ҡыҙы үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Уны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм барлыҡ уй-хыялдарының тормошҡа ашырыуын, көс-ҡеүәте ташып тороуын, иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Фото ғаилә архивынан алынды.