Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
30 Ғинуар , 03:00

ҺӘР БАЛА ҮҘ РИЗЫҒЫ МЕНӘН ТЫУА

Күп балалы ғаиләләр һәр саҡ һоҡланыу тойғолары уята. Уларҙың йорто ла айырым ҡото, балҡышы, шат балалар тауышы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Бына Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе иҫ киткес матур ғаиләләрҙең береһе Динара һәм Илдар ҠАҘНАБАЕВТАР ҙа инде 14 йыл ғаилә усағы йылыһын һаҡлай, бер-береһенә терәк-таяныс булып биш бала тәрбиәләй.

ҺӘР БАЛА ҮҘ РИЗЫҒЫ МЕНӘН ТЫУАҺӘР БАЛА ҮҘ РИЗЫҒЫ МЕНӘН ТЫУА
ҺӘР БАЛА ҮҘ РИЗЫҒЫ МЕНӘН ТЫУА

БАРЫҺЫ ЛА ҒАИЛӘНӘН БАШЛАНА

Бер-береңә ҡарата ихтирам һәм хөрмәткә ҡоролған ғаиләнең нигеҙендә ир менән ҡатындың бер-береһен аңлашып йәшәүе генә түгел, оло быуын вәкиленең тәрбиәһе лә ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген улар белә.

— Балаларымдың олаталары Ғәйнитдин, өләсәләре Фәрзәнә һәм Мәрзиә лә — ҙур өлгө, ейән-ейәнсәрҙәренә бар һөйөүөн биреп, беҙгә терәк-таяныс булып торалар, — ти Динара Ғәйнитдин ҡыҙы үҙе лә.

Әлбиттә, был йәш ҡатынға ҡарап, уның күп балалы әсә булыуын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын: тыныс холоҡло һәм йылмайыусан, ваҡыт етмәүенә һис кенә лә зарланмай. Бала тәрбиәләү уның өсөн ҙур бәхет.

Сығышы менән Динара Ғәйнитдин ҡыҙы Әбйәлил районы Йәлембәт ауылынан булһа, Илдар Ғилфан улы Йылайыр районы Һабыр ауылынан.

— Беҙ икебеҙ ҙә Өфө ҡалаһының М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыныҡ. 2012 йылда тормош юлыбыҙҙы бәйләнек. Бөгөнгө көндә мин балалар менән өйҙәмен, хужабикә ролендә булһам, тормош иптәшем ҡаланың 3-сө башҡорт лицей-интернатында физика фәненән уҡыта, — тип үҙҙәре менән яҡындан таныштырып үтте Илдар Ҡаҙнабаев.

Нимәһе ҡыҙыҡлы, улар икеһе лә ҙур, татыу, өс балалы ғаиләләрҙә яратып һәм яратылып ҡына үҫкән балалар. Ошолай үҙҙәре ишле ғаиләлә тәрбиәләнгәс, күп бала үҫтереүҙең ҡыйынлығын да күрмәй ирле-ҡатынлы Ҡаҙнабаевтар.

Һеҙ һәр ваҡыт ҙур ғаилә тураһында хыялландығыҙмы, тип ҡыҙыҡһынып һорайым әңгәмәсемдән, эйе, туйҙан һуң бер һөйләшеп ултырғанда, үҙебеҙҙең ғаиләлә 4 бала булһа ярар ине тип теләй торғайныҡ, Аллаға шөкөр, биш бала атаһы-әсәһе хәҙер, — тип йылмайып яуап бирҙе улар.

ТУҒАН ЙӘНЛЕ БАЛАЛАР

Күмәк балалар бер-береһенә ҡарата туған йәнле, иғтибарлы булып үҫә. Өлкәндәре бәләкәйҙәрен ҡарай, бәләкәйҙәре апай-ағайҙарына ҡарап, үҙҙәре үк өйрәнә. Ҡаҙнабаевтар ғаиләһендә лә һәләтле, төрлө яҡлап үҫешергә, камиллашырға ынтылыусы балалар тәрбиәләнә. Тағы шуны әйтеп үтергә кәрәк, был ғаиләлә үҫеп килгән һәр баланың исеменә күрә есеме тап килгән.

— Балаларға исем һайлағанда, мәғәнәле һәм башҡорт исеме булһын тип, берҙәм ҡарашта булдыҡ. Туғандарыбыҙҙы ла балаларыбыҙға үҙебеҙ исемде һайлайбыҙ тип иҫкәртеп ҡуйҙыҡ. Шулай ҙа бер ҡыҙығы булды. Йәмилә тыуып, исем ҡуштырған мәлдә, атайым да, ҡәйнәм дә шул исемде оҡшатып йөрөгәндәрен белдек, — ти Динара Ғәйнитдин ҡыҙы.

Ҡаҙнабаевтарҙың балалары барыһы ла ҡалабыҙҙың Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһында белем ала, кескәйҙәре гимназия ҡарамағындағы “Алтынай” балалар баҡсаһына йөрөй.

Зөлхизәгә 12 йәш, тәүҙә бейеү менән ҡыҙыҡһынһа, хәҙер гимнастика менән шөғөлләнә, уҡытыусы булырға хыяллана икән. Баш бала булараҡ, ҡусты-һеңлеләрен ҡараша, әсәһенә йорт эштәрендә ярҙамлаша. Рәсүлгә 11 йәш, уға теүәл фәндәр еңелерәк бирелә, шуға күрә ул күберәк техник йүнәлештә үҫешә, робототехника, программалау түңәрәктәренә йөрөй. Нурсиләгә 9 йәш, ул да Зөлхизә апаһынан ҡалышмай, гимнастикаға, бейеүгә йөрөй, һүрәттәр төшөрөргә, ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата. Ғәзимгә 6 йәш, быйыл 1-се синыфҡа барасаҡ, шахмат уйындарын, физик күнегеүҙәрҙе үҙ итә.

— Ғәзимебеҙ тирә-йүнгә бик иғтибарлы бала, һәр ваҡыт анализлап, һығымталар яһап һөйләргә ярата, хатта беҙгә лә бәләкәй генә асыштар яһай. Ә төпсөк ҡыҙыбыҙ Йәмиләгә 4 кенә йәш, ул барыһына ла иркәләнеп, наҙланып ҡына үҫеп килә, — ти биш бала әсәһе. — Балаларым тыуғанда йөҙгә ныҡ оҡшаш булһалар ҙа, һәр береһенең үҙ холҡо, темпераменты булыуы, берәүһенә яраған кәңәш икенсеһенә тура килмәүе асыҡланды, беҙҙе абына-һөрлөгә атай-әсәй булырға әле лә өйрәтә улар.

БАЛАЛАР ИҢ ЯҠШЫ УҠЫТЫУСЫЛАР

Балалар — иң яҡшы уҡытыусылар тигән фекерҙә күп балалы әсә. Ваҡытыңды, уй-хистәреңде, бар тормошоңдо яйға һалырға тырышаһың, уларҙың ғына түгел, үҙеңдең дә күңел торошоң ныҡлап өйрәнә башлайһың. Бәләкәйерәк саҡтарында ғаилә тәртибе бер булһа, хәҙер мәктәп, түңәрәктәр менән — бөтөнләй икенсе, — тип һөйләп үтте күп балалы ғаилә тормошо тураһында әсәй кеше. Баҡтиһәң, Ҡаҙнабаевтарҙың ғаиләһе режимкөн тәртибе буйынса йәшәргә тырыша. Был бик дөрөҫ, сөнки, план буйынса йәшәү йыйнаҡлыҡҡа, ваҡытты дөрөҫ бүлә белергә өйрәтә.

— Үҙем эшләп биргән көн тәртибен элеп ҡуйҙым, айлыҡ планер, йыллыҡ календарь ҙа тора. Хатта бәләкәстәре лә шунда ҡарап, ағай-апайҙарының нисәлә уҡыуҙан ҡайтҡандарын, тиҙҙән ҡайҙа барасағыбыҙҙы һорашып ҡына торалар, — ти ғаилә башлығы.

“ЮЛ ЫҢҒАЙЫНА”

Эйе, һәр ғаиләнең үҙ ғөрөф-ғәҙәттәре, бала тәрбиәләүгә үҙ алымдары булған кеүек, Ҡаҙнабаевтар ғаиләһенең дә үҙ йолалары бар. Мәҫәлән, улар бөтәһе бергә, ғаилә менән йыйылып, буласаҡ эштәр тураһында һөйләшергә ярата. Хатта, был һөйләшеү хаҡында балалары ла иҫтәренә төшөрөп кенә тора. Әсәй, беҙҙең пландар бармы, тип һораша башлайҙар, сөнки ул пландарҙың нигеҙендә — ғаилә менән сәйәхәт итеү тора икән.

— Йыл да ҡышҡы каникулдарҙа олатай-өләсәйгә поезда ҡайтабыҙ, һуңынан Өфөлә театрҙарҙа спектаклдәр ҡарайбыҙ. Әйткәндәй, сәйәхәт ҡылырға бик тә яратабыҙ. Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына барырға насип булды, Башҡортостан буйлап та күрәһе ерҙәр күп әле, — ти Динара Ҡаҙнабаева.

Баҡтиһәң, Ҡаҙнабаевтар ғаиләһенең “Юл ыңғайына” тигән девиздары ла бар икән! Был хаҡта Динара Ғәйнитдин ҡыҙы былай тип һөйләне:

— 2015 йыл, саҡ машина һатып алған сағыбыҙ. Әсәйҙәргә Әбйәлилгә ҡайтырға булдыҡ. Илдар юл ыңғайы Шүлгәнташ мәмерйәһен күрәйек, тип тәҡдим иткәс, сығып киттек шул яҡтарға. Юл ыңғайы булғас 2-3 сәғәт тирәһе китәлер тип уйлаған булам үҙемсә эстән генә. Юлда туҡтап ашап алырға, ризыҡ әҙерләп, таң менән юлға сыҡтыҡ. Мәмерйәгә барып етеп, йөрөп алғансы, көн кискә ауышты ла ҡуйҙы. Ауылға төнөн генә, йығылырлыҡ хәлдә ҡайтып еттек. Шулай ҙа ошо девиз аҫтында булған сәйәхәтебеҙҙең тәмен тойоп алдыҡ бит, хәҙер йыш ҡына шулай йөрөй башланыҡ. Тыуған яҡтың тәбиғәт ҡомартҡыларын күрергә айырым ваҡыт бүлеүе ауыр, ә былай ике ҡуяндың ҡойроғон бер юлы тотаһың да ҡуяһың. Әммә юл ыңғайына булған тәүге сәйәхәтте хәтерләп, әле лә көлөшөп алабыҙ.

ҺӘР БАЛА ҮҘ РИЗЫҒЫ МЕНӘН ТЫУА

Ҡаҙнабаевтарҙың татыу ғаиләһе бер-береһе өсөн өҙөлөп тора, һәр береһенең уңыштары өсөн ысын күңелдән шатланып, һәр эште бергәләп башҡара. Ял көндәрендә Илдар Ғилфан улы балалары менән төрлө ҡул аҫтындағы материалдан ҡыҙыҡлы әйберҙәр эшләй, конструкторҙар төҙөй, ә аш-һыуға оҫта хужабикә ҡамыр ризыҡтарын төрлөләндереп бешерә.

— Балаларҙың хәбәрҙәрен тыңлап, яуап биреп кенә өлгөр, ҡайһы саҡта бишегеҙ бер юлы һөйләмәгеҙ, берегеҙҙе лә аңламайбыҙ тип, сират буйынса ла тыңларға  тура килә, — ти Динара Ғәйнитдин ҡыҙы.

“Элек балалар бәләкәс саҡта майҙансыҡҡа уйнарға сыҡһаҡ, нисек кенә үҫтерәгеҙ инде, һәр береһенә фатир-машина кәрәк, тип әйтеүселәр булып торҙо. Их, нишләп бер генә бала тапҡанмын икән, тип үкенгән инәйҙәр ҙә осрай торғайны. Һис шикһеҙ, был донъяға һәр бала үҙ ризығы менән килә, тыуған мәлдәрендә бигерәк тә муллыҡ-бәрәкәт ныҡ һиҙелә бит ул.

Күп бала тәрбиәләү ауыр түгелме, тип һораусыларға, иң ауыры бер, ике бала менән, тип яуаплайбыҙ. Нисә бала булыуына ҡараҫтан, һәр ваҡыт балаң өсөн изге доғала булыу зарур, — ти Ҡаҙнабаевтар.

Мин, үҙ сиратымда, балаларҙы тәрбиәләүҙә иң мөһиме, һеҙҙеңсә нимә ул тип һорайым ошо күркәм ғаиләнән.

Әлбиттә, атай менән әсәйҙең бер һүҙҙә булыуы тип яуапланы улар. Уның өсөн үҙ-ара күп һөйләшергә, килешергә, уртаҡ фекергә килергә кәрәк. Ғаиләлә, балалар алдында үҙ-үҙеңде тотоуың, башҡаларға ҡарата мөнәсәбәтеңде, хатта уйҙарыңды ла балалар үҙенә һеңдерә. Шуға күрә, иң беренсе үҙ-үҙеңде тәрбиәләргә кәрәк, балалар барыбер үҙеңә оҡшаясаҡ, — тип өҫтәне Динара Ҡаҙнабаева.

Ҡалабыҙҙың ҡото һәм өмөтлө киләсәге булған ошо күп балалы ғаиләгә тормоштоң тик яҡшы яҡтарын ғына күреп, оҙон-оҙаҡ бәхеткә төрөнөп кенә йәшәүҙәрен теләп ҡалабыҙ!

Гөлкәй ҠЫУАТОВА.

Фото Ҡаҙнабаевтарҙың ғаилә архивынан.

ҺӘР БАЛА ҮҘ РИЗЫҒЫ МЕНӘН ТЫУА
ҺӘР БАЛА ҮҘ РИЗЫҒЫ МЕНӘН ТЫУА
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас