Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль , 17:25

БАШҠОРТОСТАН ГЕРОЙҘАРЫ ПУТИН УКАЗЫ МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНДЕ

Стәрлетамаҡтан махсус  хәрби операцияла ҡатнашыусылар Сергей Андреев һәм Миҙхәт Абдуллин юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнде.

БАШҠОРТОСТАН ГЕРОЙҘАРЫ ПУТИН УКАЗЫ МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНДЕ
БАШҠОРТОСТАН ГЕРОЙҘАРЫ ПУТИН УКАЗЫ МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНДЕ

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ике Стәрлетамаҡ кешеһе дәүләт наградаларына лайыҡ булды. Тейешле указға Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡул ҡуйҙы. Сергей Андреевҡа «Батырлыҡ өсөн»миҙалы тапшырылды . Миҙхәт Абдуллин Суворов миҙалын алды. Бүләкләү тантанаһы ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов ҡатнашлығында үтте. "Был наградалар — хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡ, яуаплылыҡ һәм ҡаһарманлыҡ дәлиле», — тип билдәләне Эмиль Шәймәрҙәнов.

БАШҠОРТОСТАН ГЕРОЙҘАРЫ ПУТИН УКАЗЫ МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНДЕ
БАШҠОРТОСТАН ГЕРОЙҘАРЫ ПУТИН УКАЗЫ МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНДЕ
Автор: Римма Галимова
Читайте нас