Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
4 Февраль , 05:50

ЫШАНЫП ДАУАЛАНҒАН КЕШЕНЕҢ ҺАУЛЫҒЫ ТИҘЕРӘК ҠАЙТА

Донъяла үлем буйынса рак икенсе урында тора. Ул йыл һайын бик күп ғүмерҙәрҙе алып киткән иң ҡурҡыныс ауырыуҙарының береһе. Һуңғы ун йылда донъяла онкология менән сирләүселәр һаны, статистика буйынса, 15 процентҡа артҡан. Яңы ғына баҫылған рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, һуңғы ун йылда Башҡортостанда ла  рак сире менән ауырыусылар һаны ныҡ артҡан. Мәҫәлән, 2024 йылда 15 175 кешелә яман шеш барлығы асыҡланған. Ауырыу күрһәткесе 100 мең кешегә 373,4 осраҡ тәшкил итә. Был йәһәттән Стәрлетамаҡта хәлдәр нисек икәнен асыҡлау өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһы оноколигия бүлеге мөдире, юғары категориялы табип, БР һаулыҡ һаҡлау отличнигы,  БР-ҙың атҡаҙанған табибы, табиптар араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса республика конкурсында “Иң шәп онколог” номинацияһында еңеүсе хирург  ҒАРИФУЛЛИН Рәил  Фәйзулла  улына мөрәжәғәт иттек.  

ЫШАНЫП  ДАУАЛАНҒАН КЕШЕНЕҢ ҺАУЛЫҒЫ ТИҘЕРӘК ҠАЙТАЫШАНЫП  ДАУАЛАНҒАН КЕШЕНЕҢ ҺАУЛЫҒЫ ТИҘЕРӘК ҠАЙТА
ЫШАНЫП ДАУАЛАНҒАН КЕШЕНЕҢ ҺАУЛЫҒЫ ТИҘЕРӘК ҠАЙТА

- Рәил Фәйзуллович, күп йылдар ошо өлкәлә эшләгән тәжрибәле табип булараҡ, үҙегеҙҙең операциялар миҫалында һөйләп үтегеҙ әле, һуңғы йылдарҙа онкология сире артамы, әллә кәмейме? Һөт биҙҙәре яман шеше менән ауырыусылар һаны күпме?  

- 2025 йылдың 11 айы күрһәткестәре буйынса, Стәрлетамаҡта яман шеш диагнозы менән 1021 кеше теркәлде, 2024 йылдың ошо уҡ осоронда  987 кеше теркәлгән ине. 2025 йылда онкология сирле 1103 пациент дауаланды, шул иҫәптән 853 пациент эшкә яраҡлы йәштән олораҡтар.

Беҙҙең дауахана Стәрлетамаҡ ҡалаһын ғына түгел, Башҡортостандың бер нисә муниципалитетын хеҙмәтләндерә. Стәрлетамаҡ, Ишембай, Стәрлебаш, Ғафури, Миәкә, Ауырғазы  райондары халҡы ла беҙгә мөрәжәғәт итә. Сирҙең статистикаһына килгәндә, үкенескә ҡаршы, арта. Улай ғына ла түгел, йәшәрә лә. Бөгөнгө ваҡытта Стәрлетамаҡ ҡалаһында яман шеш сире менән 7200-ҙән ашыу кеше диспансер иҫәбендә тора. Йыл һайын 800-гә яҡын кешегә яман шеш сире диагнозы ҡуйыла. География буйынса, әлбиттә, бер урында күберәк, икенсе ерҙә әҙерәк тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ  ине, сәбәптәре лә төрлөсә. Был сир һис уйламағанда килеп сығыуы ихтимал. Онкологик сирҙәрҙең башҡа төрҙәре менән бер рәттән, түш биҙҙәренең яман шеше сире лә арта бара һәм шаҡтай өлөштө тәшкил итә. Беҙҙең ҡалала  йыл һайын 100-110 кешегә шундай диагноз ҡуйыла. Был иһә барлыҡ яман шеш сирҙәренең 13-14 процентын тәшкил итә. Улар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, бер процентын ирҙәр тәшкил итә...

Онкологияның ҡайһы төрҙәре менән сирләүселәр йышыраҡ осрай? Йылына күпме операция яһарға тура килә?

- Беҙгә күбеһенсә тире рагы сире менән киләләр. Шулай уҡ эсәккә, ашҡаҙанға, күкрәк биҙе, гинекология сирҙәренә операциялар эшләргә тура килә. Мәҫәлән, үткән йылда тире рагының 176 осрағы теркәлде. Шулай уҡ   155 ҡатын-ҡыҙҙа күкрәк биҙе яман шеше, 72 кешелә эсәк рагы диагнозы асыҡланды. Яман сирҙәр араһында  күкрәк биҙе  яман шеше беренсе урында  булһа, икенсе урында тире рагы, өсөнсө урында тын юлдарының яман шеш ауырыуҙары тора.

Беҙҙең онкология бүлегендә йылдан-йыл операциялар һаны арта бара. Йылына яҡынса 1000-дән артыҡ операция яһайбыҙ. Һуңғы ваҡытта беҙҙә яңы операциялар өҫтәлде. Мәҫәлән, эсәк, аналыҡ, бөйөр сирҙәренә лапароскопия ысулы менән эшләйбеҙ.

Әлбиттә, сирҙең йышыраҡ асыҡланыуы  ауырыуҙарҙың артыуын аңлатмай, һуңғы йылдарҙа республикала заманса ҡорамалдар ярҙамында, халыҡты күпләп диспансерлаштырыуға ылыҡтырыу нигеҙендә сирҙәр күберәк асыҡлана, тип тә әйтер инем. Был тәңгәлдә шуныһын да билдәләп үтке килә: әлеге саралар ярҙамында сирҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлау осраҡтары йышайҙы һәм күп осраҡта дауалап һәм еңеп була. Шуға күрә кешеләргә табипҡа ваҡытында күренегеҙ, йышыраҡ тикшерелеп тороғоҙ, диспансерлаштырыу үтергә онотмағыҙ, үҙегегә иғтибарлы булығыҙ, тип әйтер инем. Ауырыу ни тиклем иртәрәк асыҡланһа, дауалау ҙа шул тиклем һөҙөмтәлерәк һәм һауығыуға ла ышаныс ҙурыраҡ була бит.

- Онкология сирҙәрен асыҡлау өсөн беҙҙең ҡалала ниндәй шарттар булдырылған?

- Ультратауыш диагностикаһы тикшереү (УЗИ), рентген, флрюорография, маммография, компьютер томографияһы, магнит-резонанс томографияһы (МРТ), позитрон эмиссия томографияһы (ПЭТ) ПЭТ-КТ кеүек заманса  ҡорамалдар  ярҙамында тикшереүҙәр уҙғарабыҙ. Тикшереү рак алды сирҙәрен улар  аҙмағанда – дауалап булырҙай саҡта асыҡларға ярҙам итә. Был ҡорамалдарҙың барыһы ла  беҙҙә бар, әммә күп кеше белмәй, Өфөгә йөрөйҙәр. Юлға сығымдар китә, ә бит күп ауырыуҙарҙы үҙебеҙҙә дауаларға була.

- Сирҙе ваҡытында асыҡлау өсөн тағы ла нимәгә иғтибар итергә кәрәк? Ниндәй ҙә булһа айырым билдәләре бармы? Тән температураһы, тәндә таптар, бәлки башҡа билдәләр...

- Яман шеште иҫкәртеүсе билдәләр төрлөсә булырға мөмкин. Тәндә үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән яралар оҙаҡ ваҡыт бөтәшмәй. Тауыш үҙгәрергә мөмкин. Йүткереү үтмәй йә күпмелер ваҡыттан һуң ҡабат-ҡабат килеп сыға. Һөт биҙҙәренең береһе икенсеһенән ҙурыраҡ булып күренә, бәләкәй генә шеш төйөндәре барлыҡҡа килә. Тәндә үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән яралар оҙаҡ ваҡыт төҙәлмәй. Лимфа төйөндәре ҙурая һәм күбәйә. Йотоу, аш үтмәү проблемаһы килеп сығыуы ихтимал. Сәбәпһеҙ ябығыу, ныҡ тирләү, өшөү, тәндәге миңдәр үҫеү, үҙгәреүе күҙәтелә. Күп осраҡта оло ярау иткәндә йә эс ҡаталай, йә эс китә, ҡан ҡатыш лайла күренергә мөмкин. Кесе ярау иткәндә ҡыйынлыҡтар килеп сығыу, һейҙектә ҡан булыу, ҡан анализдарын ҡарағанда гемоглобин төшөү – бындай билдәләрҙең барыһы ла һағайтырға тейеш. Ниндәй генә проблемалар булмаһын, һәр ваҡыт табип менән кәңәшләшергә, анализдар бирергә кәрәк.

- Рәил Фәйзуллович, сир асыҡланғандан һуң кеше дауалана башлай, операция, химия терапияһы үтә. Ошондай  ваҡытта ул үҙен нисек тоторға тейеш? Шулай уҡ яҡындары...

- Берҙән, ошо диагнозды ишетеү ҙур фажиғә, ҡайғы тыуҙыра. Шул ваҡытта туғандары һәм яҡындарының мөнәсәбәте бик мөһим проль уйнай. Ауырыған кеше паникаға бирелмәй, юғалып ҡалмайынса, табиптарҙың кәңәштәрен үтәп дауаланһа, сирҙе еңеүе күпкә еңелерәк була. Иң мөһиме, түҙемлекте һаҡлап ҡалырға кәрәк. Ышанып дауаланған кешенең һаулығы тиҙерәк ҡайта.

- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Еңел булмаған, тынғыһыҙ һәм яуаплы эшегеҙҙә тик  уңыштар, рәхмәтле пациенттар теләйбеҙ. Һеҙ ҡотҡарған ғүмерҙәр өсөн үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға ғүмерҙәр өҫтәлһен. Һеҙҙең алтын ҡулдарығыҙ бер ҡасан да талмаһын, һыҙламаһын! Үҙегеҙгә һәм ғаиләгеҙгә именлек, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер насип булһын!

 

Әңгәмәне Роза САФИНА ҡорҙо.

Фото мәҡәлә  геройының шәхси архивынан алынды.

 

ЫШАНЫП  ДАУАЛАНҒАН КЕШЕНЕҢ ҺАУЛЫҒЫ ТИҘЕРӘК ҠАЙТА
ЫШАНЫП ДАУАЛАНҒАН КЕШЕНЕҢ ҺАУЛЫҒЫ ТИҘЕРӘК ҠАЙТА
Автор:Роза Сафина
Читайте нас