

Ул РФ Енәйәт кодексының 157-се статьяһы 1-се бүлеге буйынса (бәлиғ булмаған балаларын ҡарауға аҡса түләмәгән өсөн) ғәйепле тип танылды. Судта асыҡланыуынса, 2018 йылдың ғинуарынан ҡатынға бәлиғ булмаған өс балаһын ҡарау өсөн алимент түләү бурысы йөкмәтелгән.
Енәйәт яуаплылығы тураһында бер нисә тапҡыр иҫкәртеүҙәргә һәм РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.35.1 статьяһының 1-се бүлеге буйынса язаға тарттырылыуға ҡарамаҫтан, әсәй кеше балаларын барып та күрмәгән, матди ярҙам да күрһәтмәгән, рәсми эшкә урынлашыу сараһын да күрмәгән. Бурыстың дөйөм суммаһы 4 431 689 һум тәшкил итә.
Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таныны. Ул быға тиклем дә бындай ҡылыҡтары өсөн бер нисә тапҡыр язаға тарттырылған булған. Суд уны ике йылға иркенән мәхрүм итергә тигән яза тәғәйенләне.
Р.С.МЕРКУЛОВА, ҡала прокуроры ярҙамсыһы.