Сәхнәлә – Басировтар
Сәхнәгә уҡтай атылып, күҙҙәренән осҡон сәсеп Рудамир килеп сығыуы була, ошо тамашаға ут-ҡуҙ өҫтәп, күбәләктәй осоп Сулпаны хасил була. Шунан береһенән-береһе етеҙ хәрәкәттәр менән сәхнәне үҙенә буйһондороп, тамашасыны илаһилыҡ донъяһына алып китә улар. Сәхнә менән тамашасы бер бөтөн булып, зал дәррәү алҡыштарға күмелә... Бына хәҙер инде егерме йылдан ашыу йыл улар шулай тамашасы күңелен күрә.
Бына нисә йылдар инде Рудамир Басиров, коллектив бейеүҙәрҙә солист булараҡ, хореографик композицияға йән һәм йәм өҫтәп ебәрә. Рудамир Мөбәрәкйән улына һорауҙарымды яуҙырам: “Бейеү театры әҙерләгән өр-яңы программа алдағыларынан нимәһе менән айырыла?”
– Был уникаль программа башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында. Унда боронғо традициялар менән бер рәттән новаторлыҡ алымдары үрелеп бара. Ата-бабаларыбыҙҙың бөгөн дә актуаль булып ҡалған бай мираҫын, халыҡ рухы менән һуғарылған хореографик композицияларҙы һәм бейеү номерҙарын күрһәтәсәкбеҙ. Ниндәй бейеүҙәр башҡарыласаҡ – әлегә сер булып ҡалһын, тамашасылар үҙҙәре килеп концертты үҙ күҙҙәре менән күрһен тигән теләктә ҡалабыҙ! – тип яуаплай сәхнә йондоҙо.
“Киләсәгемде фәҡәт бейеүҙә күрҙем”
Был ижади һоҡланғыс парҙың ғаилә, сәнғәт тарихын да барлап үтәбеҙ әңгәмә барышында.
– Бейеү донъяһына булған беренсе аҙымдарым тыуып үҫкән Туймазы районы Кәлшәле ауылынан башланды, – тип иҫләй үҙенең ижадҡа илткән һуҡмағын иҫкә төшөрөп Сулпан Басирова. – Ауылыбыҙҙағы ижадҡа әйҙәгән берҙән-бер урын ауыл мәктәбендәге рәсем дәрестәре һәм бейеү түңәрәге ине. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфөләге 155-се сәнғәт лицейының (әлеге ваҡытта художество-гуманитар колледжы) художестволы биҙәк төшөрөү бүлеген тамамланым. Тормошта үҙ урынымды тапҡан һымаҡ булһам да, киләсәгемде фәҡәт бейеүҙә күрҙем. Шуға, күп уйлап тормай, Стәрлетамаҡтағы Башҡорт республика мәҙәниәт техникумына килдем. Шулай итеп, хореография бүлеге студенты булып киттем.
Сулпан башҡарған бейеүҙәрҙең дә тематикаһы күп яҡлы: татар бейеүе “Ҡапма- ҡаршы”, башҡорт бейеүҙәре “Башҡорт йөрәге”, “Ҡыпсаҡ яугирҙары”, “Яйыҡ башҡорттары”, азербайжан бейеүе “Яллы”, рус бейеүе “Баранки”, Памир бейеүе “Ут-ҡош” (“Жар птица”), парлы абхаз бейеүен дә берҙәй оҫта итеп башҡара ул. Уның репертуарында шулай уҡ ҡалмыҡ бейеүе (“Башлыҡ менән бейеү”), үзбәк, тажик, сыуаш, һинд, йәһүд, Мексика, фин халыҡтары бейеүҙәре бар.
– Уларҙың һәр ҡайһыһы күңелгә яҡын, – ти Сулпан Флүр ҡыҙы. – Һәр бейеүҙең үҙ милли нескәлеге бар. Әйтәйек, татар бейеүе етеҙлеге менән алдырһа, башҡорт бейеүҙәре тыпырҙатып баҫыуҙар менән йөрәкте елкендерә. Һәр бейеүҙә халыҡ рухы, холҡо, бар булмышы сағыла.
Ә бына Рудамир Мөбәрәкйән улын бейеү донъяһына урау юлдар аша килгән тиергә була. Ул Дүртөйлө районы, Атһөйәр ауылында донъяға килә. Өсбүлә ауыл урта мәктәбен тамамлағас, шофер һөнәренә уҡый. Бер аҙ шофер булып эшләгәндән һуң армияға алына. Ватан алдында ике йыл бурысын үтәп ҡайтҡас, ведомство ҡарауылсыһы булып та эшләргә тура килә. Унда эшләгән саҡта, Рудамир Басиров милиционерҙар араһында республика сәнғәт конкурсында матрос бейеүен башҡарып, еңеү яулай. Ошо еңеүҙән ҡанатланған егет бейеү юлын һайлай – Стәрлетамаҡ Башҡорт республика мәҙәниәт техникумына уҡырға килә. Техникумды тамамлағас та Стәрлетамаҡ Бейеү театрына эшкә урынлаша, шул уҡ ваҡытта ул Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының “Хореография” бүлегендә лә белемен камиллаштыра.
– Бала саҡта спортсы булырға хыялландым, аҙаҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары күңелемә яҡын булды. Шулай ҙа күңелемдә бейеү сәнғәте йәшәне, бейергә ынтылып торҙом, үҙемде ошо сихри ижад донъяһының кескәй генә бер өлөшө икәнемде аңлағас, сәнғәт юлынан киттем. Тормошта һәр кешенең Хоҙай ҡушҡан үҙ юлы бар – һин барыбер ҙә ошо юлдан китәсәкһең, китергә тейешһең. Иң мөһиме, яҙмыш билдәләренә иғтибар итергә кәрәк... – тип һөйләп үтте бейеүсе үҙенең ижад юлы хаҡында.
“Үҫкәс, атай кеүек бейеүсе булам!.. ”
Һөнәр һайлау Сулпандың да, Рудамирҙың да ижадын ғына түгел, шәхси яҙмышын да билдәләй. Бейеү “ене ҡағылған” ике йәш йөрәк бергә тибә башлай, ике күңел бергә тартылып, ижад донъяһына сума. Улар башҡарыуында береһенән-береһе сағыу, йөрәк елкендергес бейеүҙәр тыуа...
Әйткәндәй, Рудамир менән Сулпан Басировтар кемдер бейеү ҡуйып биргәнен көтөп йөрөмәй, тоталар ҙа үҙҙәре бейеү һалып, тел тейгеһеҙ итеп ҡойоп ҡуя.
Башҡорт мәҙәниәт техникумы менән бер рәттән, Сулпан Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында “Социаль-мәҙәни эшмәкәрлек менеджеры” һөнәрен дә үҙләштерә.
Басировтарҙың улдары Әмиргә әле туғыҙ йәш, ҡалабыҙҙағы 7-се мәктәптең 3-сө класында уҡый.
– Улыбыҙ математика, физкультура, технология, музыка дәрестәрен бигерәк тә үҙ итә, – ти Сулпан. – Алмаз мозаиканан һүрәттәр йыйырға ярата. Бейеүгә тартыла, “Үҫеп еткәс, атай кеүек филармония сәхнәһендә бейейем”, – ти ул. Филармония сәхнәһендә лә беҙҙең менән бергә бейей, беренсе тапҡыр дүрт йәшендә ҙур сәхнәлә сығыш яһаны. 2025 йылда Бөрө ҡалаһында республика Башлығы ҡатнашлығында уҙғарылған “Ғаилә һәм тоғролоҡ” фестивалендә өсәү бергәләп “Балалайка” бейеүен башҡарыу бәхете тейҙе. Әмир халыҡ бейеүҙәре менән бер рәттән заманса бейеү стилдәре менән дә ҡыҙыҡһына. Бейеү түңәрәгенә яратып йөрөй, балалар бейеү коллективы составында ҡала, район сәхнәләрендә сығыш яһай.
Ҡайҙа ла еңеү яулайҙар!
Бөгөн иһә улар Бейеү театрының сағыу бер биҙәге булған матур пар. Бейеү театры коллективы менән бергәләп ҡайҙарҙа ғына булманы улар! Мәскәү сәхнәләрен гөрләтһендәрме, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Һарытау, Силәбе, Һамар өлкәләрен, Пермь крайы, Ҡырым, Чечня, Марий Эл, Краснодар крайы, Татарстан, Сыуашстан, Удмурт һәм башҡа бик күп республикаларҙың арҡыры-буйын иңләп, тарихи урындарҙы күреп, рәхәтләнеп, ләззәтләнеп, тәьҫораттар алып, бөтә донъяны тигәндәй урап сыҡҡандар.
– Һуңғы ваҡытта иң сағыу сәйәхәттәрҙең береһе Мәскәүҙә ВДНХ-ла уҙғарылған “Рәсәй” Халыҡ-ара күргәҙәмә-форумында ҡатнашыу булғандыр, – ти Сулпан тәьҫораттары менән бүлешеп. – Беҙ унда Башҡортостандың мәҙәниәтен күрһәттек, күргәҙмәгә килеүселәр алдында башҡорт бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙыҡ. Үзбәкстан республикаһының Ташкент ҡалаһында “Башкорт мәҙәниәте көндәре” тип аталған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған сарала ҡатнашыу шулай уҡ хәтерҙә бик матур хис-тәьҫораттар ҡалдырҙы. Унда Башҡортостанда тыуып-үҫеп, сит илгә сығып киткән яҡташтар менән күрешеп аралаштыҡ, дуҫлаштыҡ. Халыҡтар дуҫлығы йортондағы балалар бейеү коллективына башҡорт халыҡ бейеүе буйынса оҫталыҡ дәресен уҙғарыуыбыҙға биҡ шат булдыҡ.
Ҡайҙа ғына сығыш яһаһалар ҙа дәррәү алҡыштарға күмеләләр, республика, Рәсәй, ил кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай Басировтар. Афарин!
Мәҫәлән, Сулпан “Ҡазан һөлгөһө” Халыҡ-ара йыр һәм бейеү сәнғәте фестивалендә ҡатнашып Гран-при яуланы, икеһе бергә “Планета талантов” халыҡ-ара конкурс-фестивалендә “Профессионал” номинацияһында Гран-при яуланы, шулай уҡ бергәләп Грозный ҡалаһында уҙғарылған Мәхмүт Эсамбаев исемендәге IV Халыҡ-ара фестиваль-конкурста ҡатнашып, "Парлы бейеү" номинацияһында лауреат исеменә лайыҡ булдылар. Төбәк-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға өлөш индергәне өсөн Сулпан менән Рудамир Басировтар Чечен Республикаһы мәҙәниәт министрының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Бына шулай, Стәрлетамаҡтың, республикабыҙҙың данын күтәрә Басировтар. Киләсәктә лә шулай, илдәр гиҙеп, бейеү телендә аралашып, өлгөлө ғаилә булып йәшәгеҙ һәм ижад итегеҙ! Тамашасы һеҙҙе һағынып көтөп алһын, тигән теләктә ҡалабыҙ! Сағыу парҙы Бейеү театрының 12 февралдә үтәсәк шәп концертында ла барып күрергә яҙһын.
Әңгәмәне Роза ҠОБАҒОШОВА ҡорҙо.
Фотолар Басировтарҙың ғаилә архивынан алынды.