Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль , 11:10

“ЭШТЕ МАТУР ЙОЛАЛАРҘАН БАШЛАЙБЫҘ”

2026 йыл – Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге, ә Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Стәрлетамаҡ районында ете милли мәҙәни үҙәк эшләй (урыҫ, башҡорт, татар, мордва, сыуаш, ҡаҙаҡ, украин), улар бер ғаилә булып матур саралар ойоштора. Был йәһәттән ауылдарҙа халыҡ нисек йәшәй, ошо турала ентекләберәк һөйләүен һорап Түбәнге Уҫылы ауыл биләмәһе башлығы Юрис Наил улы ВӘХИТОВҡа мөрәжәғәт иттек.

“ЭШТЕ МАТУР ЙОЛАЛАРҘАН БАШЛАЙБЫҘ”
“ЭШТЕ МАТУР ЙОЛАЛАРҘАН БАШЛАЙБЫҘ”

– Юрис Наилевич, белеүебеҙсә, Стәрлетамаҡ районы татыулыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө булып тора. Был йәһәттән һеҙ етәкләгән Түбәнге Уҫылы ауыл биләмәһендә ниндәй эштәр башҡарыла?

– Түбәнге Уҫылыла әлеге ваҡытта 399 кеше йәшәй. Бында бик эшсән, әүҙем халыҡ көн итә. Бергәләшеп бик матур саралар уҙғарабыҙ. Йолаларҙы һаҡлау һәм йәш быуынға тапшырыу эше алып барыла. Был йәһәттән мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында төрлө саралар уҙғарыла. Мәҫәлән, 30 ғинуарҙа яңы мәсеттә “Тышау ҡырҡыу” милли йолаһын үткәрҙек. (Сараның беренсе өлөшө “Кифа” мәсетендә үтте). Йоланың асылы шунда: бала атлап китһен өсөн аяҡтарын бау менән бәйләйҙәр, һуңынан ҡайсы йәки бысаҡ менән бауҙы ҡырҡалар. Боронғо һынамыштар, ышаныуҙар буйынса, баланың аяҡтары күренмәгән бығауҙар менән бәйләнгән һәм шуға күрә ул йөрөй алмай, тип иҫәпләнә. Бала тиҙ йөрөй башлаһын өсөн был бығауҙарҙы ҡырҡырға кәрәк, тип һанала. Шул уҡ ваҡытта теләк әйтәләр.

Ептәрҙе ҡырҡып алғандан һуң сабыйҙы атаһы ике ҡулынан тотоп аҡ юл, туҡыма буйлап үткәрә, ә мулла бауҙы ҡырҡып ала. Йола изге теләктәр һәм намаҙ уҡыу менән тамамлана.

– “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашаһығыҙ икән тип ишеткәйнек. Был йәһәттән һеҙҙә ниндәй саралар уҙғарыла?

 – Күптән түгел “Айыҡ ауыл” конкурсы һәм йола байрамы сиктәрендә Түбәнге Уҫылы ауылы клубында “Ҙур һәм татыу ғаилә” йылына арналған “Ауылымдың милли аштары” һәм “Ғаиләбеҙҙең яратҡан ризыҡтары” конкурсы булды. Конкурста еңеүселәрҙе, тантаналы рәүештә, ауылдың мәҙәниәт йортонда бүләкләнек. – Шундай матур саралар үткәрәһегеҙ икән, тимәк, бындай әһәмиәтле саралар менән республика кимәлендә лә танылыу яулайһығыҙҙыр.

 – Уҫылы ауылы район-ара сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Быйыл ғинуар аҙағында Ғафури районының Түбәнге Ташбүкән ауылында “Ҙур ҡышҡы ғаилә уйындары һәм башҡорт күпбәйгеһе” тип аталған сағыу сара уҙғарылды. Ундағы ярыштарҙа Стәрлетамаҡ районынан ике команда ҡатнашты.

“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә Түбәнге Уҫылы ауылында “Ауылымдың халыҡ мәҙәниәте хазинаһы” байрамын уҙғарҙыҡ һәм “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабына сыҡтыҡ.

 Үрге Уҫылы ауылында “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә “Яңы йыл ғаилә уйындары – 2026” республика фестиваленең район этабы ла үтте. Ҡатнашыусылар “Күңелле старттарҙа” оҫталыҡ дәрестәре һәм команда рухын күрһәтте. – Ауылдарҙа эскелеккә, ғөмүмән, яман ғәҙәттәргә ҡаршы йүнәлештә ниндәй саралар күрелә?

– “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә янғын хәүефһеҙлеге буйынса профрейдтар уҙғарабыҙ. Халыҡҡа тәмәкенең, алкоголдең һәм наркотиктарҙың зыяны тураһында аңлатыу эштәре алып барабыҙ, иҫкәртмәләр (памяткалар) таратабыҙ.

Түбәнге Уҫылы ауылы фельдшеры Айзат Сәйфетдинов ай һайын осрашыуҙар үткәрә. Ул ауыл халҡы менән сәләмәтлек серҙәре менән уртаҡлаша. Осрашҡан һайын тормошҡа айыҡ күҙ менән ҡарау мөһимлеген иҫкәртеп тора, кәңәштәр бирә.

 “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә мәктәптә патриотик батырлыҡ дәрестәре уҙғарыла. Унда ауыл клубы мөдире, йәштәр бүлеге һәм “Айыҡ тормош” вәкилдәре менән осрашыу үтте. Халыҡ араһында терроризмға ҡаршы иғтибарҙы арттырыу маҡсатында, террор хәүефе һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр янағанда һәм мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫ өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеге тураһында ла аңлатабыҙ.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә ярҙам итеү буйынса бик әүҙем эш алып барыла, гуманитар ылау йыйып оҙатабыҙ.

Ғинуар аҙағында Стәрлетамаҡ районы “Бәләкәй Ватан – Рәсәй көсө” III Бөтә Рәсәй муниципаль форумында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте.

Байрамға республиканың төрлө ауылҡалаларынан күп ҡунаҡтар саҡырылды. Стәрлетамаҡ район хакимиәте башлығы Рита Сәмиғуллина етәкселегендә Түбәнге Уҫылы ауылы делегацияһы, “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусылары ла булды. Унда милли матбуғат баҫмаларына яҙылыу ойошторолдо.

Түбәнге Уҫылы ауыл китапханаһында ауыл тарихын киләсәк быуынға тапшырыу маҡсатында “Уҫылы – берҙәм ғаилә” тип аталған китап баҫтырып сығарҙыҡ. Был йәһәттән Башҡортостандың почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе Мөҙәрис Сафин да ҙур өлөш индерҙе.

Ошо сараларҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашыусы һәм ярҙам итеүсе мәшһүр ауылдашыбыҙ Миҙхәт Мусаҡаевҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

– Әңгәмә өсөн рәхмәт! Эшегеҙҙә һәм тормошоғоҙҙа артабан да ҙур уңыштар теләйбеҙ!

 

Әңгәмәне Роза САФИНА ҡорҙо.

 Фотолар Түбәнге Уҫылы ауыл биләмәһе хакимиәте сәхифәһенән алынды.

“ЭШТЕ МАТУР ЙОЛАЛАРҘАН БАШЛАЙБЫҘ”
“ЭШТЕ МАТУР ЙОЛАЛАРҘАН БАШЛАЙБЫҘ”
“ЭШТЕ МАТУР ЙОЛАЛАРҘАН БАШЛАЙБЫҘ”
“ЭШТЕ МАТУР ЙОЛАЛАРҘАН БАШЛАЙБЫҘ”
“ЭШТЕ МАТУР ЙОЛАЛАРҘАН БАШЛАЙБЫҘ”
“ЭШТЕ МАТУР ЙОЛАЛАРҘАН БАШЛАЙБЫҘ”
“ЭШТЕ МАТУР ЙОЛАЛАРҘАН БАШЛАЙБЫҘ”
“ЭШТЕ МАТУР ЙОЛАЛАРҘАН БАШЛАЙБЫҘ”
Автор: Роза Сафина
Читайте нас