Ашҡаҙар
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль , 12:15

Халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итәбеҙ

  Стәрлетамаҡ районы ауылдары “Айыҡ ауыл” конкурсында  әүҙем ҡатнаша. Был йәһәтәттән ыңғай  тәжрибәне башта Күсәрбай һәм Кантюковка ауылдары халҡы күрһәтте. Улар, урындағы халыҡты айыҡлыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән төрлө башланғыстарға әүҙем йәлеп итә. Мырҙаш ауылы, үҙ сиратында, ике тапҡыр рәттән “Айыҡ ауыл” республика конкурсы финалсыһы булды. 2024 йылда Айыусы ауылы өсөнсе урын алып,  аҡсалата ике  миллион һумлыҡ сертификат алды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Айыҡ ауыл” конкурсында беренсе урын алғаны өсөн Күсәрбай ауылына 5 миллион һумлыҡ сертификат тапшырҙы. “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеү Күсәрбай ауылының артабанғы үҫешенә ҙур этәргес бирҙе.

Халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итәбеҙ
Халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итәбеҙ

Бүленгән аҡса ауылды төҙөкләндереүгә тотонолдо: йәйәү йөрөү  өсөн юл түшәлде, балалар майҙансығы, мәҙәниәт йорто тирәләй ҡойма, брусчатка, эскәмйәләр, сүп һауыттары, фонарҙар ҡуйылды. Район бюджетынан клуб ҡыйығын һәм фасадын ремонтлауға, йәйге сәхнәне төҙөкләндереүгә, Туғай урамына ҡырсынташ һалыуға өҫтәмә аҡса бүленде.

Ауыл бюджеты иҫәбенә шыршы үҫентеләре ултыртылды, “Мин Күсәрбайҙы яратам” стелаһы ҡуйылды. Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы буйынса мәктәптә тәҙрәләр алмаштырылды.

Күсәрбай ауылы Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарының III конкурсында еңеп, “Башҡорт балаҫының этникаһы” проекты арҡаһында башҡорт халҡының йолаларын һаҡлау үҙәгенә әүерелде.

 2022 йылдың октябрендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға обелиск асылды. Мәктәп базаһында мәктәпкәсә төркөм асылыуы ла мөһим ваҡиға булды.

Кантюковка ауылы “Айыҡ ауыл-2021” республика проектында бәләкәй тораҡ пункттар араһында 3-сө урын яуланы. Шулай уҡ “Тыуған урам”, “Атайсал», «Берләшмәләр Оҫтаханаһы” проекттарында ҡатнаша. Ауыл халҡы алкоголь һатыуҙы тыйыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

Ауылдың даны – Суфия мәсете. Ул Кантюковка ауылында тыуған «Таттрансгаз»дың элекке генераль директоры Рәфҡәт Кантюковтың спонсорлыҡ аҡсаһына төҙөлгән. Уға Стәрлетамаҡ районының Почетлы гражданы исеме бирелде һәм “Әл да нур сәс халҡыңа” миҙалы тапшырылды.

Кантюковка ауылында Советтар Союзы Геройы Хәсән Әхтәмов урамында йыл һайын алма ағастары ултыртыла.

1,5 миллион һумға Кантюковка ауылында балалар майҙансығы ҡуйылды. Уны төҙөүҙә ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты. Майҙансыҡ ауыл китапханаһы янында урынлашҡан.

Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы "Бәйләнештә" социаль селтәрендә әүҙем эш алып бара, район тормошон яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр индерә.

Район сикһеҙ мөмкинлектәр биләмәһе, уның үҫеше өсөн бергәләп эш итергә кәрәк.

Эльвера ИМАНҒОЛОВА, Стәрлетамаҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары.

Автор: Роза Сафина
Читайте нас