Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль , 13:00

ИЗГЕ АЙҒА АЯҠ БАҪАБЫҘ

Бисмилләһир-Рахмәнир-Рахим! Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Ожмах ишектәре асыласаҡ, Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте инәсәк Рамаҙан айына инәбеҙ. Аллаһ Тәғәлә тотасаҡ ураҙаларыбыҙҙы, тырышлыҡтарыбыҙҙы, ғибәҙәттәребеҙҙе ҡабул итһен!

ИЗГЕ АЙҒА АЯҠ БАҪАБЫҘ
ИЗГЕ АЙҒА АЯҠ БАҪАБЫҘ

Миләди йыл менән 610-сы йыл Рамаҙан айында изге Ҡөръәнебеҙҙең Ер йөҙөндәге тарихы башланды. Бына ошо Ҡөръәнебеҙҙә раббыбыҙ Аллаһ Тәғәлә: “Фәмән шәһидә минкүмүш-шәһрә фәл-йәсүмһү”, ти. “Кем ошо айҙы күрһә, шул айҙа ураҙа тотһон”, тип бойора.

“Ураҙа тотһон” тигәне – Аллаһ Тәғәләнең бойороғо һәм Ислам дине нигеҙҙәренең береһе генә түгел, һәр бер мосолмандың вазифаһы.

Быйыл 19 февраль Рамаҙан айының беренсе көнө, беренсе сәхәрлек.

Иң беренсе барығыҙҙы ла ошо изге ай менән тәбрикләгем килә. Аллаһ Тәғәлә тотасаҡ ураҙаларыбыҙҙы, тырышлыҡтарыбыҙҙы, ғибәҙәттәребеҙҙе, төнгө намаҙҙарыбыҙҙы ҡабул итеүен һорап ҡалам. Иншә Аллаһ, иҫән-һау булғандар, Аллаһ Тәғәләнең ризалығын эҙләгәндәр, үҙенә яҡшылыҡ теләгәндәр ураҙа тотасаҡ, сөнки ошо айыбыҙ – ураҙа тотоу айы, ғәфү ителеү, Ҡөръән уҡыу, тамуҡтан ҡотолоу һәм рәхмәт айы. Шуға ла барығыҙҙы ла ураҙа тоторға, Аллаһтың рәхмәтен, Уның ғәфү итеүен эҙләргә, намаҙ аша рәхмәтебеҙҙе белдерергә саҡырам, сөнки намаҙыбыҙ аша Аллаһ Тәғәлә биргән бөтә нәмәләр, тын алыуҙарыбыҙ, йәшәүҙәребеҙ, шатлыҡ-борсолоуҙарыбыҙ өсөн намаҙ аша  рәхмәтебеҙҙе белгертеүҙәребеҙҙең оло бер формаһы.

Ошо айыбыҙ ғибәҙәттә үтә – көндөҙөн ураҙа, кисен төнгө намаҙ, ураҙа менән төнгө намаҙ араһында Ҡөръән уҡыуҙарыбыҙ, Аллаһ Тәғәләне иҫкә алыуҙарыбыҙ.

Ураҙа – ашау-эсеүҙән, яҡынлыҡ ҡылыуҙан, Аллаһ Тәғәлә тыйғандарҙан: ялған һүҙҙәрҙән, ғәйбәттән, ялған шәһидлек биреүҙән тыйылыу.

Ишетеүҙең ураҙаһы – ярамаған һүҙҙәрҙән, ғәйбәттән, талашыуҙан, музыкаль йыр-көйҙәрҙе тыңлап күңел асыуҙан тыйылыу.

Күҙ ураҙаһы – Аллаһ тыйғандарҙан тыйылыу. Миҫал өсөн, телевизор аша ҡатын-ҡыҙға күңел биреп ҡарауҙан тыйылыу.

Йөрәк ураҙаһы – ярамаған уй-фекерҙән баш тартыу.

Иң мөһиме, ғаиләләр бөгөн үк йыйылып план ҡороғоҙ, быйылғы Рамаҙаныбыҙ башҡа булырға тейеш. Мәсеттә тәрәүихты ҡалдырмясаҡмын, ураҙа тотҡандарҙы ашатам, Ҡөръән уҡыйым, Аллаһ Тәғәләне иҫкә аласаҡмын, булған гөнаһтарым өсөн тәүбә ҡыласаҡмын, бурыстарымды ҡайтарып бирәм, аяҡ-ҡулдарымды гөнаһтарҙан һаҡлаясаҡмын.

Беренсе көн 19 февраль сәхәрлек 6 сәғәт 40 минутта тамам булырға тейеш, ә ауыҙ асыу киске 18 сәғәт 45 минутта башлана.

Изге теләк, хәйерле доғалар менән,

РИШАД хәҙрәт.

Автор: Роза Сафина
Читайте нас