Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль , 11:20

ҮТКӘНДӘРҘЕ БАРЛАП, КИЛӘСӘКТЕ КҮҘАЛЛАП...Стәрлетамаҡ спортсылары ҡорға йыйылды

Стәрлетамаҡта физик культура һәм спорт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәһе булды. Унда спорт өлкәһендә башҡарылған  эштәр буйынса  2025 йылға йомғаҡтар яһалды,  2026 йылға тармаҡты үҫтереү пландары билдәләнелде.

ҮТКӘНДӘРҘЕ БАРЛАП, КИЛӘСӘКТЕ КҮҘАЛЛАП...Стәрлетамаҡ спортсылары ҡорға йыйылды
ҮТКӘНДӘРҘЕ БАРЛАП, КИЛӘСӘКТЕ КҮҘАЛЛАП...Стәрлетамаҡ спортсылары ҡорға йыйылды

Кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, хакимиәт башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев, ҡаланың спорт һәм мәғариф ойошмаларынан тренерҙар, уҡытыусылар, хәрби хәрәкәт ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, спортсылар ҡатнашты.

Кәңәшмәгә йыйылыусылар көн тәртибе сиктәрендә 2025 йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡтар тураһында мәғлүмәт тыңланы һәм спорт өлкәһендә айырылып торған хеҙмәткәрҙәр бүләкләнде.

– Ҡала халҡы сәләмәт йәшәү рәүешенә йылдан-йыл күберәк йәлеп ителә бара, һәм был “Рәсәй спорты” дәүләт программаһы маҡсатына тап килә, – тип башланы һүҙен Эмиль Владиславович кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп. – Ошо күрһәткестәр  артһын өсөн инфраструктураны үҫтереүгә һәм квалификациялы кадрҙарҙы йәлеп итеүгә баҫым яһала. Алдағы йылға пландар  – матди-техник базаны нығытыу, халыҡты спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, шулай уҡ тыныс тормошҡа ҡайтыусы хәрби хәрәкәт ветерандары өсөн спортты үҫтереү өсөн төрлө  программалар һәм проекттарҙа әүҙем ҡатнашыуҙы дауам итеү.
Ҡаланың физик культура һәм спорт буйынса комитет рәйесе Павел Иванов үҙенең йомғаҡлау докладында  конкрет һандар килтерҙе:

–  2025 йыл йомғаҡтары  буйынса спорт менән даими шөғөлләнеүсе ҡала халҡы 64 процентҡа артҡан  (2024 йылда – 62,6 процент), – башҡарылған эштәргә байҡау яһап. – Әлеге ваҡытта ҡалала 515 спорт объекты эшләй. Үткән йыл 12-се лицейҙа спорт майҙансығы асылды һәм “Бизнес-спринт” федераль программаһы сиктәрендә “Алға” физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү башланды. Шулай уҡ стадиондарҙы тергеҙеү өсөн инвесторҙар эҙләү эше бара.

Стәрлетамаҡ күмәк сараларҙа “Росхим Забег” һәм “1000 велосипедсы көнө”нән алып спартакиадаларға тиклем лидер планкаһын тотоуын дауам итә.

 ГТО муниципаль үҙәгендә йыл эсендә 3400-ҙән ашыу кеше айырыу билдәләренә нормативтарҙы уңышлы үтәне. 1500-ҙән ашыу кеше “Милләттәр кросы”нда күмәк йүгереүҙә ҡатнашты, ә Стәрлетамаҡ республиканың үҙәк майҙансығына әүерелде.

2025 йылда Стәрлетамаҡ спортсылары иң юғары наградалар яуланы.

Айырып күрһәтелгәндәр араһында – 8 тапҡыр Рәсәй беренселеге еңеүсеһе Полина Дмитриева,  Волга буйы федераль округы беренселеге еңеүсеһе Камилла Әбдрәшитова, бокс һәм кикбоксинг буйынса спорт  мастеры Роман Хәсәнов, дзюдо буйынса милли чемпионаттар призеры Кирилл Щелкунов, панкратион буйынса донъя  чемпионы Эльмира Ғәлләмова, халыҡ-ара гроссмейстер Муродулло Амриллаев.

Беҙҙә адаптив спортҡа айырыуса иғтибар бүленә. 2025 йылда йөҙөүсе Артур Сайфетдинов биш тапҡыр Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе булды. Виталий Цыбрюк Сингапурҙа донъя чемпионатында көмөш миҙал һәм Парижда донъя серияһында алтын миҙал яуланы.

Еңел атлеттар Варвара Филиппова менән Ильяс Бикбулатов, һәм шулай уҡ дзюдосы Ләйсән Ишбирҙина тотороҡло юғары һөҙөмтәләр күрһәтә.

кәңәшмәлә шулай уҡ ҡаланың мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Ҡотлошин, Олимпия резервындағы спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы  Флүзә Ахунова һәм МХО Ветерандары  ассоциацияһы рәйестәше Владимир Егоров йомғаҡдау доклады менән сығыш яһаны.

– Балалар һәм үҫмерҙәр араһындағы спартакиада иң киң таралған спорт сараһы булып тора, –  тине Илшат Мансаф улы. –  Быйыл ул Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына  арнала. Быйылғы уҡыу йылында спартакиада сиктәрендә 38 зачет ярышы үткәрелә.

Стәрлетамаҡ МХО ветерандары  ассоциацияһы рәйестәше Владимир Егоров үҙенең сығышында 2025 йылда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялауға йүнәлтелгән “Батырлыҡ” проектын башлап ебәреү шулай уҡ мөһим этап булып тора, –  тип билдәләне. – Даими күнекмәләр арҡаһында, ветерандар социаль адаптация (яраҡлашыу) үтеп кенә ҡалмай, юғары һөҙөмтәләр ҙә күрһәтә. Уларҙың иң-иңдәре Башҡортостандың йыйылма командаһын тулыландырҙы.

Кәңәшмә, традиция буйынса, спорт алдынғыларын  бүләкләү менән тамамланды. Эмиль Владиславович спорт өлкәһендә яҡшы эшләгән хеҙмәткәрҙәргә маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ 58-се комплекслы уҡыусылар Спартакиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары бүләкләнде.

Роза САФИНА.

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте фотолары.

 

 

Автор: Роза Сафина
Читайте нас