Ҡырмыҫҡалы районында тыуып-үҫеп, армия сафтарына Стәрлетамаҡтан саҡырылған яҡташыбыҙ, Ғүмәр Вәхитов менән осраштыҡ. Ул Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылында 1960 йылдың 31 октябрендә 6 балалы ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Түбәнге Төкөн ауылында һигеҙенсе класты тамамлағас, 1976-78 йылдарҙа 42-се һөнәрселек училищеһында балта һәм ағас эше оҫтаһы (мебелсе) һөнәрен үҙләштерә һәм Щербаков урамында йәшәгән өләсәһендә тороп мебель фабрикаһында эшләй.
Яугир-интернационалист башҡа күп афғансылар кеүек үк күргән-кисергәндәрен асылып китеп һөйләргә яратмай. Сөнки ул көндәр йөрәктә тәрән эҙ ҡалдырған, хәтирәләрен яңыртыу күңел яраларын яңырта. Иҫән ҡайтыу бәхет булһа ла, ул саҡтағы шартлау, атыш тауыштары, ҡарауыллап торған снайперҙар, үлем менән күҙгә-күҙ осрашыуҙар, иптәштәрҙе юғалтыуҙар иң ауыр хәтирәләр булып мәңге күңеленә уйылған.
- 1979 йылдың 4 июлендә армия хеҙмәтенә алындым. Әлбиттә, көтөлмәгән хәл булды. Сөнки яҙғы саҡырылыш тамамланғайны. Күрше Таҙлар ауылынан дуҫым Бәширов Альберт Йосоп улын 8 майҙа оҙатҡайныҡ. Эштән ҡайтыуыма миңә саҡырыу ҡағыҙы килтергәндәр. Хәрби комиссариантта ҡул тамғамды алдылар ҙа “Һин иртәгәнән һалдат” тинеләр. Иртәнге сәғәт етелә ҡуҙғалырға тейешбеҙ. Ул саҡта әлеге һымаҡ кеҫә телефондары юҡ, - тип иҫкә ала ул йылдарҙы Ғүмәр Ғәлинур улы.
Шулайҙа, тимер юлы вокзалынан шылтыратып, тауар поезына ултырып, ауылына ҡайтып, ата-әсәһе, туғандары менән хушлашып килергә форсат таба ул. Башта үҙебеҙҙә ярты йыл хеҙмәт иткәс. Афғанстандың Баграмына еткәнсе Чирчик-Ташкент, Төрөкмәнстандың Кушкаһында ла булырға тура килә. Әйткәндәй, алданыраҡ алынған Альберт Бәширов дуҫы ла Афғанстанға эләгеп, икенсе часта хеҙмәт итә. Бер-береһенән яҡын ғына булһалар ҙа күрешергә яҙмай ул саҡта. Альберт бында һары ауырыу (желтуха) менән сирләп, союзға алданыраҡ ҡайтып китә. Хеҙмәттәштәре тураһында һорағас, уларҙы йылы хәтирәләр, иҫтәлектәр менән телгә ала Ғүмәр Ғәлинур улы. “Арабыҙҙа төрлө милләт егеттәре бар ине. Улар менән бик дуҫ-татыу булдыҡ, бер-беребеҙгә ышандыҡ, яуаплылыҡ тойҙоҡ, ҡыйынлыҡтарҙы бергә үткәрҙек, юғалтыуҙарһыҙ булманы, әлбиттә”, тине яугир-интернационалист хәтирәләргә бирелеп.
Бейек тауҙар, таштар араһында һуғыштың ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә татыған, йәшләй генә үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан Ғүмәр Вәхитов Афған ерендә хеҙмәт итеп, батырлыҡ, рухи түҙемлек өлгөһө күрһәтә. Армиянан ҡайтҡандан һуң ул элекке эшенә бара, аҙаҡ төҙөлөшкә күсә. Бер аҙҙан Ғафури районының Имәндәш ауылы һылыуы Рәмилә Малиҡ ҡыҙы менән тормош ҡороп, бер ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Әйткәндәй, улына дуҫы хөрмәтенә Альберт тип исем ҡушалар. Ул егет хәҙер эшҡыуар. Ә бына Альберт дуҫы ғына хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң эшендә йөрәк өйәнәгенән вафат булған. Ҡыҙҙары Светлана ике бала әсәһе. Иптәше – махсус хәрби операцияла. Әйткәндәй, Ғүмәр Вәхитовтың туған тейешле кустылары ла 2022 йылда үҙ теләктәре менән махсус хәрби операцияға юлланғандар. Ваҡытында десантсылар полкында хеҙмәт иткән Ғүмәр Ғәлинур улы Вәхитов хәрби бурысын үтәп, махсус хәрби операцияла Стәрлетамаҡтан ғына ла вафат булған егеттәрҙең һаны теге саҡта Башҡортостандан Афғанстанда һәләк булғандарҙан икеләтә күп булыуына ҡайғыра. Шул уҡ ваҡытта “Күп юғалтыуҙар килтергән Афған, Чечен һуғышы тураһында оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланып, көндәр тыныс, күктәребеҙ аяҙ булып, атыш тауыштарын ишетмәйенсә йәшәргә булһын инее” - ти ул һүҙен тамамлап.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Автор фотоһы һәм Ғүмәр Вәхитовтың шәхси альбомынан.