Хәҙер идара ителеүсе пилотһыҙ осоу саралары алғы һыҙыҡта төп ролде уйнай. Атап әйткәндә, камикадзе дрондары, теүәл һөжүмдәрҙән тыш, дошмандың урын-ерен, боеприпас һәм техника һаҡлау пункттарын разведкалау мөмкинлеген бирә, ти ул. “Разведка дрондарына килгәндә, улар хәрби хәрәкәттәрҙе алып барыуҙың бөтә стратегияһын һәм тактикаһын үҙгәртте”, — ти “Булыч”. “Кем “ҡошсоҡ” булырға теләй – теләк һәм ихтыяр көсө күрһәтеү ҙә етә, ә ҡалғанына өйрәтәләр, эш бөтәһенә лә етерлек”, – тип билдәләй “Булыч”. БПЛА – ул объектив ысынбарлыҡ, ул бөтә картинаны һуғыш яланында әйләндерә, йыш ҡына алты кешенән торған бер расчет батальондың һөжүмен туҡтатырға һәләтле.