Сарала ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, БР Хәрби комиссариатының Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса бүлегенең мобилизация ресурстарын планлаштырыу, тәғәйенләү, әҙерләү һәм иҫәпкә алыу бүлексәһе начальнигы Андрей Каракеча, “Рәсәй Афғанстан ветерандары союзы” йәмәғәт ойошмаһының Стәрлетамаҡ бүлексәһе рәйесе Сергей Балмасов, Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ветерандар Ассоциацияһы рәйестәше Филүс Аҫылғужин, шулай уҡ яугир-интернационалистарҙың туғандары, студенттар, уҡыусылар һәм ҡала халҡы ҡатнашты.
– Ҡыйыу һәм батыр уландар тәрбиәләгән ата-әсәләр алдында баш эйәбеҙ. Беҙҙең бурыс – һалдаттарыбыҙҙың һәм офицерҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында хәтерҙе һаҡлау, уны йәш быуынға тапшырыу, был ваҡиғаларҙа ҡатнашыусыларға хөрмәт күрһәтеү, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Владиславович, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына уларҙың сыҙамлығы һәм батырлығы өсөн рәхмәт белдереп. Сергей Балмасов, Филүс Аҫылғужин һәм Андрей Каракеча яугир-интернационалистарҙы иҫтәлекле дата менән ҡотлап, уларға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм тыныс күк йөҙө теләне.
Сарала ҡатнашыусылар һәләк булған яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды һәм яугир-интернационалистар стелаһына сәскәләр һалды.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотолары.
Сарала ҡатнашыусы фекере:
Вера ПЕРМЯКОВА:
– Ул саҡта ата-әсәйем нисек түҙгәндер, 1980 йылда бер улдары Афғанстанда һәләк булды, икенсеһе – 1982 йылда СК заводы шартлағанда… Был юғалтыуҙар – мәңге уңалмаҫлыҡ яра булып ҡалды йөрәктә. Беҙ кисергәнде ғәзиз балаларын Афғанстандағы һымаҡ хәрби алыштарҙа юғалтҡандарҙың барыһы ла кисерәлер, тип уйлайым.