Ашҡаҙар
-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль , 13:05

Бер миллион һумдан ҡолаҡ ҡаҡҡан...

Стерлетамаҡта йәшәүсе 45 йәшлек ир мутлашыусыларҙың ғәмәлдәренән зыян күргән. Ул бер миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан.

Бер миллион һумдан ҡолаҡ ҡаҡҡан...
Бер миллион һумдан ҡолаҡ ҡаҡҡан...

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был  күңелһеҙ хәл үткән йылдың декабрендә башлана. Ир кеше интернет ҡушымталарының береһендә бер ҡыҙ менән таныша, тегеһе уны биржала аҡса эшләргә күндерә. Ҡыҙ, акциялар һатып алырға ла, имеш, уларҙы юғарыраҡ хаҡҡа һатырға кәрәк, тип өгөтләй.

Зыян күреүсе "инвестициялау" өсөн ҡушымта урынлаштыра. Шәхси тупланмалары бөткәс, ир танышынан аҡса алып тора. Бер аҙ ваҡыт үткәндән һуң ул йәнә аҡса һала, әммә шунда уҡ шәхси кабинетҡа инеү бикләнә. Шунан һуң  зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт итергә мәжбүр була.

Был кеше 1 230 000 һумға яҡын  аҡсаһын юғалта, шуларҙың 300 000 самаһы – шәхсән үҙе  йыйған аҡса. Хоҡуҡ һаҡлаусылар енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Р.ЗАМАНОВА.

Автор: Роза Сафина
Читайте нас