Ашҡаҙар
-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль , 13:20

СУД АША ХӘЛ ИТӘСӘКТӘР

Стәрлетамаҡ ҡала суды Башҡортостан Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының дәғүә талаптарын ҡараны. Дәғүәлә ведомство “Башжилиндустрия плюс” ЯСЙ идарасы компанияһынан Туҡаев, 7Б урамындағы күп фатирлы йортта асыҡланған закон боҙоуҙарҙы бөтөрөүҙе талап иткән.

СУД АША ХӘЛ ИТӘСӘКТӘР
СУД АША ХӘЛ ИТӘСӘКТӘР

Һүҙ түбәндәге ҡағиҙә боҙоуҙар тураһында бара: 2-се подъездың козырегында үҫемлектәр булыуы, 2, 3, 4-се  подъездарҙа козыректарҙың гидроизоляцияһы булмауы, тәҙрә тыҡмаларының бөтөн булмауы, һәм шулай уҡ подъездарҙа тәҙрә рамдарының яңаҡтарға тейешенсә беркетелмәүе.

БР Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетынан  хәбәр итеүҙәренсә, 2025 йылдың 30 майында уҡ идарасы компания ҡағиҙә боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында күрһәтмә алған булған.

Сентябрь уртаһында Дәүләт торлаҡ төҙөлөш күҙәтеүе тикшереү менән килгән, әммә бер нәмә лә үҙгәрмәгән. Ул саҡта бойороҡто үтәмәү тураһында акт төҙөлгән булған. Яуап биреүсе суд ултырышына килмәгән, һәм эш ситтән тороп ҡаралған. Башҡарма производство  ҡуҙғатылған.

Р.ЙӘЛИЛЕВА.

 

Автор: Роза Сафина
Читайте нас