“Ретро спорт” фестивале сиктәрендә каратэ, тын алыу гимнастикаһы, скандинав йөрөшө, бейеү буйынса дәрестәр үткәрелде.
Башҡортостандың Спорт һәм адаптив каратэ федерацияһы президенты Александр Махновскийҙың һүҙҙәренсә, фестивалгә үҙҙәренең балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре менән бергәләп 200-ҙән ашыу кеше килгән.
Сара йәнә бер тапҡыр шуны иҫбатланы: йәш – ул сикләү түгел, ә иһә әүҙемлек, аралашыу, шәхси үҫештең яңы офоҡтарын асыу мөмкинлеге.
Фестиваль йылы, ғаилә мөхитендә үтте – ҡатнашыусылар хәрәкәткә, сәләмәтлеккә һәм ыңғай эмцияларға дөйөм ынтылышта берләшеп, балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре менән бергәләп килгәндәр, – тип билдәләне Александр Махновский.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың декабрендә проекттың беренсе миҙгеле тамамланды. Бер йылға яҡын ваҡыт эсендә йәмғеһе 512 кеше – өләсәйҙәр, олатайҙар, уларҙың ғаиләләре, балалары уның ҡатнашыусыһы булды.
Шул уҡ ваҡытта 138 ҡатнашыусы баштан алып аҙағына тиклем уҡыны.
“Ретро Спорт 2.0” шулай уҡ оҙон ғүмер культураһын формалаштырыуға һәм йәш тураһында стереотиптарҙы юҡҡа сығарыуға йүнәлтеләсәк.
Проект даими физик әүҙемлелек өсөн уңайлы шарттар булдырыуға, һәм шулай уҡ сәләмәтлекте нығытыуға һәм өлкән быуын кешеләре араһында социаль бәйләнеште киңәйтеүгә йүнәлтелә.
Программала: төрлө йүнәлештәр буйынса спорт күнекмәләре; медицина ярҙамы һәм иҫкәртеү тикшереүҙәре; дөрөҫ туҡланыу һәм сәләмәт тормош буйынса белем биреү лекциялары; психологик тренингтар; әүҙем оҙон ғүмерлелек фестивалдәре; төрлө быуын вәкилдәре ҡатнашлығында берлектәге саралар; Торатауға һауыҡтырыу сәйәхәте планлаштырыла.
Киләһе фестивалде апрелдә үткәрергә ниәтләйҙәр. Программа йога, нейрофитнес кеүек яңы йүнәлештәр менән тулыландырыласаҡ.
“Ретро Спорт 2.0” әүҙем оҙон ғүмерлелек хәрәкәте” проекты – Президент гранттары фонды конкурсы еңеүсеһе. Проект Башҡортостандың Спорт министрлығы һәм Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте булышлығындатормошҡа ашырыла.
Әлеге ваҡытта тренерҙарға яҙылыу өсөн (Сергей Сапунов, Ирина Петрухан) бер нисә буш урын бар. Белешмә өсөн телефон: +7 (927) 949 47 86.
Р.ЗАМАНОВА.
БР Спорт һәм адаптив каратэ федерацияһы фотоһы.