Ошо ойошманың ағзаһы булараҡ, унда башҡарылған эштәр менән ентекләберәк таныштырмаҡсымын. Үткән йылдың һуңғы сирегендә беҙ 23-сө мәктәп уҡыусылары менән осрашып, уҡыусыларға башҡорт милли аштарына бәйле оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙоҡ. Әлбиттә, унда уҡыусыларҙы аш-һыу ғына ҡыҙыҡһындырманы, милли кейемдәр, биҙәүестәр тураһында мәғлүмәттәр ҙә уларға бик оҡшаны.
Тәүге сәйәхәт 62-се балалар баҡсаһына (мөдире Собханғолова Гөлшат Мансур ҡыҙы) булды. Балалар ағинәйҙәрҙе шатланып ҡаршыланы. Бергәләп йомаҡтар ҡойҙоҡ, уйындар уйнаныҡ, түңәрәккә баҫып етәкләшеп бейенек, кескәйҙәргә бүләктәр тараттыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, аралашыу ике телдә барҙы. Балалар бик әүҙем, үҙҙәрен иркен тота, тәртипле генә яуап бирә.
Был төркөмдә Раушания Миңлебарый ҡыҙы, Зәлиә Әхмәҙи ҡыҙы Камалова, Лена Хәмзә ҡыҙы Күркенбаева, Әлиә Флорит ҡыҙы Бирҙеғолованың үҙ һөнәрҙәрен яҡшы белеп, яратып эшләүҙәрен күреп беҙ ҙә шатландыҡ.
Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһы ҡарамағындағы “Алтынай” балалар баҡсаһында ла булдыҡ. Кескәй дуҫтарыбыҙ беҙҙе сәй табыны әҙерләп ҡаршы алды, ысын хужаларса ҡунаҡ итте. Унда кескәйҙәр өсөн “Балан байрамы” үткәрҙек, уйындар уйнаттыҡ. Кескәйҙәр викторина һорауҙарына яуап бирҙе, йәшелсә-емеш исемдәрен руссанан башҡортсаға тәржемә итте. Өс-дүрт йәшлек кенә кескәй “журналистар”ға интервью бирҙек, көҙгө муллыҡ тураһында һөйләнек.
Бына шулай, быуындар бәйләнеше дауам итә. Киләсәктә лә бер-беребеҙгә теләктәшлек күрһәтеп, аралашып торорға яҙһын!
Гөлшат КӘЛИМУЛЛИНА,
Стәрлетамаҡ ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы.