Ашҡаҙар
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль , 09:20

ҒОРУРЛАНЫРЛЫҠ ЭШТӘР ҠАЛДЫРҘЫҠ

Ырымбур өлкәһенән килеп, Стәрлетамаҡта беренсе башҡорт балалар баҡсаһына нигеҙ һалып, ҡала шарттарында рус мөхитендә үҫкән балаларҙы башҡорт рухында тәрбиәләүгә өлөш индергәнем өсөн үҙемде ныҡ бәхетлемен тип иҫәпләйем.

ҒОРУРЛАНЫРЛЫҠ ЭШТӘР ҠАЛДЫРҘЫҠ
ҒОРУРЛАНЫРЛЫҠ ЭШТӘР ҠАЛДЫРҘЫҠ

1995 йыл… Балалар баҡсаһын асыуҙы ойоштороу эше еңел генә бирелмәне. Ҡала шарттарында йәшәп, тыуған телен онотҡан ата-әсәләрҙе йәлеп итеү, балаларҙы төркөмдәргә туплау, ике телде яҡшы белгән белгестәрҙе эшкә саҡырыу кеүек проблемалар беренсе көндән үк килеп тыуҙы.

 Яңы ғына ойошторола башлаған башҡорт балалар баҡсаһына элекке күн-аяҡ кейемдәре теккән фабрикаға ҡараған бинаны бирҙеләр. Ҡала буйынса башҡорт балаларын эҙләп табып, барлығы алты төркөм йыйҙыҡ. Стеналары ҡара күкһел төҫкә буялған бүлмәләрҙә тимер карауаттар, иҫке мебель, бер ниндәй ҙә уйынсыҡтар юҡ, ә инде башҡортса методик әсбаптар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ – бына шундай күренеш ине.

Эште нисек, нимәнән башларға, тигән һорау килеп тыуҙы. Бына ошо ваҡытта минең янымда иң тоғро дуҫтарым, ғаиләм, таныштарым, педагогтар – Хәзирә Ғәбиҙулла ҡыҙы Ғәлиева, Гүзәл Идеал ҡыҙы Әмирханова, Флүр Әмир улы Шаһисолтанов, Миндебай Бәхтиәр улы Юлмөхәмәтовтар булды.

Тәрбиәселәр менән рус телендәге методик әсбаптарҙы башҡортсаға тәржемә итеп, төрлө дидактик уйындарҙы үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләп, йырҙар эҙләп табып, кассеталарға көйҙәр яҙҙырып, төркөмдәрҙе заманса биҙәп, балаларҙы әсә теленә өйрәтә башланыҡ.

Ата-әсәләрҙең ҙур ярҙамы менән төркөмдәрҙә ремонттар эшләнек. Хәҙер инде ныҡлап тәрбиә эшенә тотондоҡ. Төрлө милли байрамдар ойоштора башланыҡ. Тәүҙә ҡалала сығыш яһаныҡ, һуңғараҡ республика кимәлендә лә үҙебеҙҙе таныта башланыҡ. Беҙҙең балаларҙы Башҡортостан Республикаһының тәүге президенты Мортаза Рәхимовты ҡаршы алыу тантаналарына саҡыра башланылар. Ошо йәһәттән бик күп тырышлыҡ менән эшләгән музыка эшмәкәре Вәлиева Венера Биктимер ҡыҙын айырып әйтке килә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы башҡорт балалар баҡсаһы тураһында мәғлүмәт ҡала, республика, сит өлкәләр, Рәсәй кимәлендә генә түгел, хатта сит ил кимәлендә тора. Был турала балалар баҡсаһында үткәрелгән саралар һөйләй.

Ә инде балалар баҡсаһына килеп, тәрбиәселәрҙең эштәрен күреп, илһам биреүсе аҫыл шәхестәр: Мәскәү ҡалаһынан профессор Сәхипова Земфира Гизетдин ҡыҙы, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы баш мөхәррире Ғүмәров Сәлимйән Йәләл улы, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын төплө өйрәнеүсе Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры, артабан Дәүләт Думаһы депутаты Рәхмәтуллина Зөһрә Йыһанур ҡыҙы, БР Мәғариф үҫеше институтының мәктәпкәсә һәм мәктәпкәсә белем биреү кафедраһы мөдире, профессор Ғәсәнова Рида Хәниф ҡыҙы, йыраҡ Нидерланд илдәренән делегаттар һәм башҡа бик күп ғалимдарҙың һәм белгестәрҙең изге теләктәре яҙылған яҙмалары иҫтәлеккә тороп ҡалды.

Методик яҡтан остаздарымды ла әйтеп үткем килә – Хәлитова Таңһылыу Мансур ҡыҙы, Садиҡова Нурсилә Мөхәмәт ҡыҙы, педагогтар – Орлова Нина Павловна, Балянова Мария Николаевна, Илмәтова Гөлнур Тауис ҡыҙы, Исмәғилева Рита Әғләй ҡыҙы, Әхмәтова Фирүзә Ғиләж ҡыҙы, Рәхмәтуллина Айгөл Мансур ҡыҙы (әлеге ваҡытта БР судьяһы вазифаһын биләй), Үтәева Тамара Рәүеф ҡыҙы һ.б.

Балалар баҡсаһы йылдан-йыл үҫте, камиллашты, ыңғай яҡҡа үҙгәреп торҙо. Заман талаптарына яраҡлаштырылған тәрбиәүи саралар, алымдар ярҙамында эшләү киләсәктә аяҡта ныҡ баҫып тороу өсөн ҙур ышаныс тыуҙырҙы.

Беҙҙең балалар баҡсаһы тәүге йылдарҙан уҡ ҡалабыҙҙағы Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия менән тығыҙ бәйләнештә эшләне. Беҙҙең балалар унда төркөм-төркөм булып уҡырға барҙы. Шулай уҡ педагогия колледжы менән дуҫлыҡ ептәрен нығыттыҡ.

 Ҡасандыр ошо балалар баҡсаһында тәрбиәләнгән балалар үҫеп етеп, хәҙер үҙҙәре ҙур урындарҙа етәксе булып эшләйҙәр. “Толпар”ҙан оло тормош юлына юл алған ете кеше БР мәғариф отличнигы, өсөһө РФ мәғариф отличнигы исеменә лайыҡ булды. Алты балалар баҡсаһы мөдире сыҡты.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы эшендә ҡатнашыуым, бай тарихлы, ғорур йөрәкле, юғары мәҙәниәтле халҡымдың бер ҡыҙы булғаным өсөн сикһеҙ ғорурланам.

Земфира ИБРАҠОВА,

Стәрлетамаҡтағы “Толпар” балалар баҡсаһын 1995 йылдан 2017 йылға тиклем етәкләгән тәүге мөдире.

ҒОРУРЛАНЫРЛЫҠ ЭШТӘР ҠАЛДЫРҘЫҠ
ҒОРУРЛАНЫРЛЫҠ ЭШТӘР ҠАЛДЫРҘЫҠ
ҒОРУРЛАНЫРЛЫҠ ЭШТӘР ҠАЛДЫРҘЫҠ
Автор: Роза Сафина
Читайте нас