Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Февраль , 07:55

“ЛӘ ИЛЛӘҺӘ ИЛЛАЛАҺ”ТЫ ТЕЛЕМДӘН ТӨШӨРМӘНЕМ...”

Яугир тотош ут эсендә лә иҫән ҡалған    Филүс Аҫылғужин махсус хәрби операция биләмәһенә 2022 йылдың октябрь айында мобилизация буйынса юллана. “Фил” ҡушаматлы яугир алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә, Донецк Халыҡ Республикаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Филүс 2024 йылда ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Ҡайтыу менән йәнә сафҡа баҫа, хәрби иптәштәре һәм ирекмәндәр менән бергә батырлыҡ дәрестәре ойоштора, иптәштәрен дә алға әйҙәй, рухландыра.

“ЛӘ ИЛЛӘҺӘ ИЛЛАЛАҺ”ТЫ ТЕЛЕМДӘН ТӨШӨРМӘНЕМ...”
“ЛӘ ИЛЛӘҺӘ ИЛЛАЛАҺ”ТЫ ТЕЛЕМДӘН ТӨШӨРМӘНЕМ...”

Яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре

Әлеге ваҡытта Филүс Аҫылғужин Стәрлетамаҡ ҡалаһының Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйестәше. Шул уҡ ваҡытта ул ҡала хакимиәте башлығы кәңәшсеһе лә.

– Беҙҙең ҡалалағы Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияларының төп бурысы – ҡалабыҙҙың һәр яугирына һәм ғаиләһенә ярҙам итеү өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләү. Шулай уҡ йәштәргә патриотик тәрбиә биреү – тарихи хәтерҙе һаҡлауға булышлыҡ итеү, йәштәргә хәрби батырлыҡ эстафетаһын тапшырыу, балаларҙа яуаплылыҡ, Тыуған ил алдындағы гражданлыҡ бурысы тойғоһо тәрбиәләү...

Бергәләп ҙур эштәр башҡарабыҙ. Яу яланына гуманитар ярҙам әҙерләп оҙатыуҙа ярҙам итәбеҙ, – тип һөйләй Филүс Урал улы хәрби эшмәкәрлеге тураһында. Филүс Аҫылғужин махсус хәрби операция биләмәһенә 2022 йылдың октябрь айында мобилизация буйынса юллана. “Фил” ҡушаматлы яугир алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә, Донецк Халыҡ Республикаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Филүс 2024 йылда ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Ҡайтыу менән йәнә сафҡа баҫа, хәрби иптәштәре һәм ирекмәндәр менән бергә батырлыҡ дәрестәре ойоштора, иптәштәрен дә алға әйҙәй, рухландыра.

– Ылауҙарҙы егеттәрҙең шәхсән үҙҙәренә илтеп тапшырабыҙ. Яуҙан ҡайтҡан егеттәрҙе ҡаршы алабыҙ.

 Хоҙай әмере һәм олатай тәрбиәһе

Филүс Стәрлетамаҡ районы Рощинский ҡасабаһында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән.

 – Ҡартатайым Йәғәфәр Вәлиев Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 1943 йылдан алып 1950-се йылға тиклем утты-һыуҙы кисеп, тыуған илгә әйләнеп ҡайтҡан. Ул һуғышта пулеметсы булған, – тип дауам итте әңгәмәсем. – Йәғәфәр ҡартатайымдың тәрбиәһе көслө булды. Ул мине бәләкәйҙән үҙе менән йөрөттө. Йыл һайын 9 майҙа демонстрацияға сыға инек, батырҙар һәйкәленә сәскәләр һала торғайныҡ. Ҡартатайым менән бергә бесән сабып, утын ярып, һыу ташып үҫтем. Атай менән әсәй ҙә беҙгә бик яҡшы тәрбиә бирҙе. Әйткәндәй, атайым Урал Әсҡәт улы үҙе лә Совет Армияһында хәрби бурысын үтәгән.

 Әсәһе Йәмилә Йәғәфәр ҡыҙы Ауырғазы районы Нағаҙаҡ ауылынан, атаһы Өсбәлештән. – Әсәйем намаҙҙа, махсус хәрби операцияға киткәндә йән һаҡлай торған бетеү биреп ебәрҙе, шул бетеүҙе тағып йөрөнөм, – тип һөйләй яугир хәтәр мәлдәрҙе иҫкә төшөрөп. – Махсус хәрби операцияла йөрөгәндә “Лә илләһә иллалаһ” кәлимәһен телемдән төшөрмәнем. Фронттың алғы һыҙығында йөрөгәндә әсәйемдең хәйер-фатихалары, доғалары ҡотҡарғандыр, тим. Үҙем менән бәләкәй генә Ҡөръән китабын йөрөттөм. Мобилизациянан ҡайтҡанда шул Ҡөръән китабын хеҙмәттәшемә биреп ҡалдырҙым. Шөкөр, ул әле лә иҫән-һау, хәбәрләшеп торабыҙ.

Үҙем һәр ваҡыт Аллаһ Тәғәләнең изге ҡөҙрәтенә, доғаларҙың иманды нығытыуына, рухи көс биреүенә ышанам.

Филүс 2006 йылда ВНЗМ-да эшләгән сағында уҡ Тыныслыҡ урамында урынлашҡан мәсетте төҙөүҙә ҡатнашҡан.

Спорт рухымды нығытты

Филүстең спорт мастерына кандидат һәм ГТО-ның алтын билдәһенә эйәһе булыуы ла осраҡлы түгел.

– Махсус хәрби операцияла уҡытыусылар, тренерҙар биргән тәрбиәнең дә әһәмиәте бик ҙур. Быларҙың барыһы ла тормошта кәрәк булды.

Элек беҙ уҡығанда компьютер булманы. Спорт менән шөғөлләндек. Беренсе кластан алып мәктәпте тамамлағансы  Рощинскийҙан ҡалаға “Сода” спорт комплексына күнекмәләргә йөрөнөм. Саңғы, биатлон, полиатлон, самбо, көрәш, дзюдо кеүек спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү рухымды нығытты, – ти спортсы яугир. – Армияла ла бик яҡшы хәрби әҙерлек алдым, снайпер булдым. Бер ҡасан да бирешмәҫкә, яҡындарыңа ярҙам итергә әҙерлек алдым. Әле һаман ярыштарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Ветерандар араһында республика буйынса алдынғы урындар алып киләбеҙ. Шулай уҡ беҙҙең команда Рәсәй буйынса ярыштарҙа призлы урындар яулай.

 Күп балалы ғаилә башлығы...

 

 Әлеге ваҡытта Филүс Урал улы Себер тарафтарында Норильск ҡалаһында вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Ҡатыны Анна Юрьевна менән өс бала тәрбиәләйҙәр.

– Анна Стәрлетамаҡ ҡыҙы, беҙ уның менән бер-беребеҙҙе бер күреүҙән үк яратышып, йәшләй генә өйләнештек, бына күп йылдар инде матур тормош көтәбеҙ. Балаларыбыҙ уҡыуҙарында тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Балаларҙы тәрбиәләүҙә төп көс Аннаға төшә, – тип һөйләй ғаилә хәлдәре менән таныштырып Филүс Урал улы. – Ашарға бешереү, өй йыйыштырыу, кер йыйыу кеүек эштәрҙән тыш, балалар менән бергәләп дәрес әҙерләйҙәр, төрлө түңәрәктәргә йөрөтә. Ә мал табыу, финанс яҡтан тәьмин итеү минең яуаплылыҡта, – ти өлгөлө ғаилә башлығы.

Аҫылғужиндарҙың оло улдары Ленард ун һигеҙ йәштә, әле Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында (1-се курста) “суд хоҡуғы” белгеслеге буйынса белем ала. Әйткәндәй, Филүс Урал улы үҙе лә ошо вуздың юридик факультетында белемен камиллаштыра. Икенсе улдары Артем 2-се гимназияла 6-сы класта тик “биш”кә генә уҡып йөрөй. Күптән түгел ул рус теле буйынса уҙғарылған олимпиадала ҡатнашып беренсе урын алған. Төпсөк ҡыҙҙыры Еваға алты йәш тула, ул да мәктәпкә барырға йыйына. Әле “Антре” халыҡ заманса бейеү ансамблендә шөғөлләнә.

Күп балалы ғаилә башлығы, балалары өсөн өлгөлө атай, ҡатыны өсөн һөйөклө ир, ата-әсәһе өсөн ғорурланырлыҡ ул, илебеҙҙең патриоты булып, донъяға нур таратып йәшәй Филүс Аҫылғужин. Иң мөһиме, ул йәмғиәткә хеҙмәт итә.

– Берҙәм булғанда ғына беҙҙе бер ниндәй ауырлыҡтар ҙа һындырмаясаҡ. Һәр ата-әсә үҙ улын иҫән-һау ҡаршылаһын, бер бала ла етем ҡалмаһын, – тигән матур теләктәр еткерҙе яугир.

Шулай була ғына күрһен! Ҡалабыҙҙы, республикабыҙҙы тап уның кеүек аҫыл егеттәр көслөрәк итә. Тиҙерәк илебеҙгә Тыныслыҡ килһен, һәр кем үҙ балаһын үҙе ҡарап үҫтерһен, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Фото Филүс Аҫылғужиндың шәхси архивынан алынды.

“ЛӘ ИЛЛӘҺӘ ИЛЛАЛАҺ”ТЫ ТЕЛЕМДӘН ТӨШӨРМӘНЕМ...”
“ЛӘ ИЛЛӘҺӘ ИЛЛАЛАҺ”ТЫ ТЕЛЕМДӘН ТӨШӨРМӘНЕМ...”
“ЛӘ ИЛЛӘҺӘ ИЛЛАЛАҺ”ТЫ ТЕЛЕМДӘН ТӨШӨРМӘНЕМ...”
Автор: Роза Сафина
Читайте нас