Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Февраль , 17:14

Еңеү генетикаһы: геройҙың бүләһе күкте яулай

  Шишмә районынан «Нигма» позывнойлы яугир — Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының бүләһе. Уның ҡарт олатаһы 1945 йылда  ябай һалдат полктары составында Берлинға тиклем барып етә.

Еңеү генетикаһы: геройҙың бүләһе күкте яулай
Еңеү генетикаһы: геройҙың бүләһе күкте яулай

Бөгөн уның бүләһе махсус хәрби операцияла Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлай. Бына инде бер йыл тирәһе пилотһыҙ осоу апараттары менән идара итә.
«Нигма» билдәләүенсә, дрон операторы һөнәре бөгөн иң кәрәкле һәм перспективалыларҙың береһе. Профессионал булараҡ, ул был юлдың яугирға мөһим өҫтөнлөк биреүен һыҙыҡ өҫтөнә ала: операторҙың эше алғы һыҙыҡтан алыҫ торорға мөмкинлек бирә, шул уҡ ваҡытта подразделение өсөн максималь файҙа килтерә; яугир ризалығынан тыш башҡа ғәскәрҙәргә күсерелмәй; һәр уңышлы һөжүм һәм юҡ ителгән техника өсөн өҫтәмә түләү ҡаралған — 50 меңдән 500 мең һумға тиклем; студенттар өсөн контракт буйынса хеҙмәт — академик отпуск алыу мөмкинлеге һәм бюджет урынына тергеҙелеү гарантиялана. Контракт мөҙҙәте бер йыл, бөтә төр түләүҙәр һәм тулы социаль пакет.
Мәғлүм булыуынса, Өфө фән һәм технологиялар университетының Хәрби уҡыу үҙәгендә БПЛА операторҙары һөнәренә әҙерләнгән беренсе төркөм уҡыуҙы тамамлай. Был хаҡта мәғариф учреждениеһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Тәүге курсанттар взводы былтыр башлыса гуманитар йүнәлештә белем алған икенсе курс студенттарынан төҙөлгән. Улар дрондарҙың төрлөһө – разведка, һөжүм һәм камикадзе аппараттарына тиклемге төрҙәре менән эшләргә өйрәнә.

Хәрби уҡыу үҙәге начальнигы полковник Евгений Сотников хәбәр итеүенсә, дәрестәрҙе тейешле әҙерлеге һәм хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә БПЛА-ларҙы ҡулланыу тәжрибәһенә эйә офицерҙар алып бара. Яҙғыһын студенттар имтихан бирә, йәйгеһен хәрби частарҙа уҡыу сборҙарына бара һәм хәрби ант бирә. Шулай итеп, йыл ярым уҡығандан һуң улар хәрби-иҫәп һөнәренә эйә була.

Хәрби уҡыу үҙәгендә самолет тибындағы ике БПЛА-һы һәм мультимоторлы коптеры булған уҡыу-матди базаһы булдырылған да инде. Үҙәк етәкселеге әйтеүенсә, пилотһыҙ осоу аппараттары рәттәрен яҡын арала тулыландырыу ҙа планлаштырыла.

Алған белемен егеттәр гражданлыҡ өлкәһендә лә ҡуллана ала, тип билдәләү мөһим. Бөгөн бындай операторҙар ауыл хужалығында ла, сәнәғәт һәм энергетика инфраструктураһы мониторингында ла, картографияла, логистикала һәм МЧС эшендә лә ныҡ кәрәк.

Автор: Эльвина Гафарова
Еңеү генетикаһы: геройҙың бүләһе күкте яулай
Еңеү генетикаһы: геройҙың бүләһе күкте яулай
Автор: Гүзәл Рәмиева
Читайте нас