

Күп балалы, мөхәббәтле, татыу, фатихалы, дини башҡорт ғаиләһе – был һүҙҙәрҙең бөтәһе лә Нургөл һәм Иршат Хәбибуллиндарға хас.
– Бәләкәстән ҙур ғаиләм булыр тип хыялландым. Хатта ҡурсаҡ уйнаған ваҡыттарҙа ла, әхирәт ҡыҙҙарым бер ҡурсаҡты бәпәй итеп уйнатһа, мин өс-дүрт ҡурсаҡты бер юлы күтәреп йөрөтә торғайным. Әсәйем миңә ҡарап, әй ҡыҙым, кейәүгә сыҡһаң күп балалы әсәй булырһың инде тип әйтә торғайны. Аллаға шөкөр, һүҙҙәре фәрештәләрҙең амин тигән сағына тура килгәндер, – тип хәтерләй бала сағын бәхетле әсәй.
Дингә, иманға ынтылыш Хәбибуллиндар ғаиләһенең йәшәү рәүешенә һалынған.
– Мин үҙем дә дингә яңыраҡ ҡына килдем. Студент саҡтарымда динде бер йола кеүек кенә күрә торғайным, тора-бара бер иптәш егеттән күреп, уға эйәреп намаҙға баҫтым. Һуңынан намаҙ, ураҙа, зәкәттең нимәгә кәрәклеге хаҡында төшөндөм. Хәҙер намаҙ уҡығанда балалар ҙа минән ҡарап өйрәнә. Күп һорауҙарға яуап таба алмай йонсоған кешеләргә дингә килергә кәрәк. Нәҡ бында бөтә һорауҙарға ла үҙенән-үҙе яуап табыла, донъя хәле еңеләйгәндәй тойола, – ти ғаилә башлығы Иршат Рәмил улы.
Рамаҙан айын, Ураҙа, Ҡорбан байрамдарын улар һағынып көтөп ала. Ошо байрамдарға тәмле табын, балаларға бүләктәр әҙерләү ғаиләнең күркәм йолаһына әүерелгән дә инде.
– Бүләк биреү һәм алыу мәҙәниәтен, бер-береһенә ҡарата ихтирамлылыҡ тойғолары тәрбиәләргә тырышабыҙ, – ти Нургөл Мирйән ҡыҙы.
Әсә кешенең йылыһы, наҙы барыһына ла етерлек. Дүрт баланың исемдәре лә ҡолаҡҡа ятышлы, матур – Йософ, Йәсминә, Ансар, Йәмилә.
Һәр бала үҙ ваҡыты, үҙ бәхете менән тыуа. Ҡатын-ҡыҙ бәхете – әсәй булыуҙа, ә яныңда ышаныслы ир булғанда, күмәк бала тәрбиәләү – үҙе бәхеттәрҙең дә бәхете бит тигән фекерҙә әсә кеше.
– Ғаилә бәхете сабый тауышынан башлана, – ти Иршат Рәмил улы.
– Бөйөк хәҙистәрҙә сабыйҙар “ожмах балалары”, “Аллаһ Тәғәләнең ниғмәте” тип телгә алына. Сабыйҙар көлгән, шатланған тауыштар ожмах гәүһәрҙәре менән сағыштырыла, – ти ул.
Әйткәндәй, Хәбибуллиндар ғаиләһе бер шатлыҡ-һөйөнөстәре менән дә уртаҡлашты, улар оҙаҡламай бишенсегә бәпәй алып ҡайтасаҡтар!
Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан күптәрҙе һоҡландырып, башҡаларға өлгө булып йәшәгән Нургөл һәм Иршат Хәбибуллиндар ғаиләһенә именлек, тигеҙ тормош һәм аҡ бәхеттәр теләйбеҙ!
Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Автор фотһы.