Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март , 12:35

ИЗГЕ ЭШТӘР ДАУАМЛЫ БУЛҺЫН!

26 февралдә Өфөләге «Торатау» Конгресс-холында сағыу һәм тулҡынландырғыс ваҡиға — Башҡортостан Республикаһы башлығы гранттары конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

ИЗГЕ ЭШТӘР ДАУАМЛЫ БУЛҺЫН!
ИЗГЕ ЭШТӘР ДАУАМЛЫ БУЛҺЫН!

Был матур сарала кешеләрҙең тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртергә теләгән иң яҡшы проекттар билдәләнде. Бүләкләнеүселәрҙең береһе - «Дуҫлыҡ һәм Өмөт кубогы» проектын тәҡдим иткән «Атлантис» футбол клубы. Был проект ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға, шулай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға, шул иҫәптән етемдәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Чемпионат Стәрлетамаҡ һәм Стәрлетамаҡ районы биләмәһендә үтте, унда йәш ҡатнашыусылар үҙҙәренең спорт оҫталыҡтарын күрһәтеүҙән тыш, дуҫлыҡ һәм үҙ-ара ярҙам итеү рухын да тойҙо. Беҙ бындай башланғыстарҙың булыуы һәм балаларға йәмғиәттең хәстәрлеген һәм ярҙамын тойорға ярҙам итеүе менән ғорурланабыҙ. Әйҙәгеҙ, бергәләп изге эштәр эшләүҙе дауам итәйек һәм мохтаждарға өмөт бүләк итәйек!

Р.ҒӘЛИМОВА.

Фото: Интернеттан алынды.

ИЗГЕ ЭШТӘР ДАУАМЛЫ БУЛҺЫН!
ИЗГЕ ЭШТӘР ДАУАМЛЫ БУЛҺЫН!
Автор: Римма Галимова
Читайте нас