Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март , 16:41

Стәрлетамаҡтың почётлы гражданы Василий Никитич Шик 95 йәшен билдәләй

Стәрлетамаҡтың почетлы гражданы, техник фәндәр кандидаты һәм «Авангард» заводының элекке директоры Василий Никитич Шикка 95 йәш тулды.

Стәрлетамаҡтың почётлы гражданы Василий Никитич Шик 95 йәшен билдәләй
Стәрлетамаҡтың почётлы гражданы Василий Никитич Шик 95 йәшен билдәләй

Ул быуатҡа яҡын ошо юлдың күпселек өлөшөн беҙҙең ҡалаға һәм оборона предприятиеһына бирҙе. Стәрлетамаҡҡа В.Н. Шик Шосткин химия-технология техникумын тамамлағандан һуң килә. 1950-2001 йылдарҙа «Авангард» заводында эшләгән, унда мастерҙан алып директорға тиклем хеҙмәт юлы үткән. Уның етәкселегендә оборона заказының төп изделиеларында 11 линия әҙерләнә һәм индерелә, уларҙың береһе Дәүләт премияһы менән билдәләнә.
В.Н. Шиктың бик күп наградалары бар, улар араһында Октябрь революцияһы ордены (1981), «Хеҙмәт ҡыҙыл байраҡ» ордены (1971, 1976), «Почёт Билдәһе» ордены (1965), Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (2001).
Бөгөн юбилярҙы ҡотларға Стәрлетамаҡ хакимиәте, ҡала округы Советы, ҡаланың Ветерандар советы һәм тыуған «Авангард» предприятиеһы вәкилдәре килде. Тантана ҡунаҡтары бүләктәр тапшырҙы һәм Василий Никитич менән ихлас аралашты. Василий Никитич, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хеҙмәттәштәрен һәм заводта эшләгән йылдарын йылы хәтирәләр менән иҫкә ала.

Фото ҡала хакимиәтенең рәсми сайтынан алынды.

Автор: Гулькей Куватова
Читайте нас