Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
4 Март , 16:00

ӨЛГӨЛӨ ҒАИЛӘЛӘР – МИЛЛӘТ ҠОТО

Тыуған илгә һөйөү, халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, телен ҡәҙерләү, яҡындарыңа ихтирамлы булыу – былар барыһы ла ғаиләнән башлана.  Өлгөлө ғаиләләр башҡаларға үрнәк булып, донъяларын гөрләтеп, лайыҡлы итеп йәшәй.  Бындай ғаиләләр республикабыҙҙа бик күп һәм улар беҙҙең арала!

ӨЛГӨЛӨ ҒАИЛӘЛӘР – МИЛЛӘТ ҠОТОӨЛГӨЛӨ ҒАИЛӘЛӘР – МИЛЛӘТ ҠОТО
ӨЛГӨЛӨ ҒАИЛӘЛӘР – МИЛЛӘТ ҠОТО

Нәҡ шундай йылы һүҙҙәр менән башланып китте Стәрлетамаҡ ҡалаһында яҙҙың беренсе көнө. Һәр ваҡыттағыса беренсе мартты милли байрамға әүерелгән, Етегән – ғаилә һәм мөхәббәт көнө менән ҡаршы алдылар Стәрлетамаҡтар. 

НИӘТТӘР БЕР, МАҠСАТТАР ИЗГЕ

Етегән байрамы ике өлөшкә бүленде, төп өлөшө – А.П. Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайында “Башҡорт ғаиләһе йылында Башҡорт халҡы үҫеше стратегияһының өҫтөнлөклө йүнәлештәре” тигән темаға киң фекер алышыуҙан торҙо. Был мәртәбәле сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы, Башҡарма комитеты, Аҡһаҡалдар ҡоро ағзалары, республиканың район-ҡалаларындағы башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәре, әүҙемселәре, 2021-2025 йылдарҙа “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсы еңеүселәре ҡатнашты.

Сәләмләү һүҙе менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сығыш яһаны. 

- Бөгөн беҙ яҙҙың беренсе көнөн бергә башлайбыҙ. Бөтәгеҙҙе лә Башҡорт ғаиләһе көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын да беҙ ҙур бер ғаилә тип күҙ алдына килтерәбеҙ. Барыбыҙҙың да ниәттәре бер, маҡсаттар изге, шуға күрә бөгөнгө байрамды матур итеп бергә-бергә Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткәрәйек. Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер-нисә йыл рәттән “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” проектын тормошҡа ашырып киләбеҙ. Ни өсөн тап Стәрлетамаҡ ҡалаһын һайланыҡ, сөнки  Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайының иң әүҙем етәксеһе булған Ләйсән Йәркәй ҡыҙы Йосопова “Етегән” байрамы сиктәрендә, “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсын да ойошторайыҡ тигән ҙур проект-тәҡдим менән сыҡты. Беҙ ошо идеяны дауам итеп, йыл һайын  “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсын Стәрлетамаҡта үткәрергә тигән ҡарар ҡабул иттек һәм хәҙер бына ошо матур байрамға барыбыҙ ҙа йыйылабыҙ, – тип һөйләп үтте Эльвира Ринат ҡыҙы.

Артабан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов һүҙ алып, милли ойошманың үткән йылға эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, шулай уҡ быйылға пландар менән таныштырҙы. Мәҫәлән, ҡоролтай аккаунты эсендә “Башҡорт ғаиләһе йылы – 2026” тигән айырым бит булдырыу; район, ауыл хакимиәттәрендә тематик йылды башлау сараһы ойоштороу; башҡорт телендә баннерҙар, социаль рекламалар әҙерләү һәм тораҡ пункттарҙа урынлаштырыу; урындағы киң мәғлүмәт сараларында “Башҡорт ғаиләһе йылы” тигән даими рубрика булдырыу һәм алып барыу; МХО яугирҙары, ветерандары, уларҙың ғаиләләре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыу, ирекмәнлек эше тураһында материалдар туплау, архивлау һәм презентациялау; демография эшенә булышлыҡ иткән киң эшмәкәрлек алып барыу; башҡорт ғаиләһе институтын үҫтереү йәһәтенән конференциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштороу; ғаиләләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау маҡсатында “Айыҡ ауыл” проектын дауам итеү, буласаҡ ата-әсәләр өсөн семинарҙар һәм лекциялар, спорттың милли төрҙәре буйынса ғаилә чемпионаты, төрлө йәштәге ғаиләләрҙе йәлеп итеп, күмәк йүгереүҙәр, велосипедта марафондар үткәреү; мохтаж ғаиләләргә һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам; йәмәғәт киңлектәрен урында йәшәүселәр көсө менән төҙөкләндереү һәм башҡа әһәмиәтле саралар уҙғарыу. Шулай уҡ башҡорт телен үҫтереү буйынса үҙенең тәҡдимдәре менән билдәле шағирә, журналист, “Аҡбуҙат” республика балалар журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина уртаҡлашты.

– Бөгөн кескәй башҡорттоң теле бик ауыр хәлдә. Балалар хәҙер күберәк телефонда, шул уҡ ваҡытта  һәр беребеҙҙең телефондарында башҡорт хәрефтәре бармы, уҙебеҙҙең балаларыбыҙға башҡортса смс-хәбәрҙәр яҙабыҙмы? Тап заманса шарттарҙа ла бит  башҡорт телен таратыу ысулы бар, ошоноң барыһы ла үҙебеҙҙән башланырға тейеш. Тағы ла балалар баҡсаһына ингән ерҙән башлана башҡорт теле, – тине Лариса Хашим ҡыҙы. – Йәнә лә күрһәтмә материалдар, башҡорт теле буйынса методик ҡулланмалар, балалар баҡсаһының диуарындағы һүрәттәр, яҙмалар башҡорт мәҙәниәте, фольклоры, айырыуса әкиәттәр менән бәйле булыуы, милли мөйөш, илһөйәрлек усағы кәрәк, мәҙәни саралар өсөн генә шиғыр, йырҙар ятлау түгел, үҙ-ара аралашҡанда ла башҡортса һөйләшеү мөһим балалар баҡсаһында. Балалар менән башҡортса аралашырға кәрәк. Өс таған – ата-әсәләр, тәрбиәселәр һәм йәмәғәтселәр үҙҙәре. Ошо өс таған бер-береһен ишетеп, бергәләп эш итһә, һөҙөмтә буласаҡ.

Бында ғаилә институтын үҫтереү һәм уға ярҙам итеү, ололарҙы ихтирам итеү, балаларҙы илһөйәрлек һәм үҙ-ара ярҙам рухында тәрбиәләү кеүек традицион ҡиммәттәрҙе нығытыу юлдарын, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында демографик хәлде яҡшыртыу буйынса сараларҙы тикшерҙеләр. Фекер алышыу файҙалы булды: эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм власть вәкилдәре тәжрибә уртаҡлашты, ғаилә үҙәктәре, күп балалы ғаиләләргә ярҙам программалары һәм башҡорт йолаларын тергеҙгән мәҙәни проекттар буйынса башланғыстар тәҡдим ителде.

МӨХӘББӘТЛЕ, ӨЛГӨЛӨ ҒАИЛӘЛӘР БЕРГӘ ЙЫЙЫЛДЫ

Етегән байрамының икенсе өлөшө, мөһим ваҡиға – Башҡорт ғаиләһе йылын асыу һәм “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2026” республика конкурсы еңеүселәрен тәбрикләүҙән башланды. Был байрам Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә үтте.

Көн дауамында бында төрлө милли ҡул эштәре оҫталарының бик матур күргәҙмәләре, балалар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторолғайны. Абруйлы ҡунаҡтарҙы “Ауаз” башҡорт фольклор ансамбле өҙҙөрөп гармунда уйнап, бейеп-йырлап ҡаршы алды. Яҙҙың беренсе көнө ҡар-бураны менән ҡаршы алһа ла, бына шундай шат күңелле кешеләр менән аралашыу күңелдәргә яҙ, йылылыҡ өҫтәп, яҡшы кәйеф бүләк итте!

Гала-концерт  күп кешеләрҙең тормошондағы мөһим ваҡиға – туйға арналған театрлаштырылған тамашанан башланып китте. Әртистәр ҡыҙ һоратыу, никах, һандыҡ һатыу, ҡалым биреү, килен төшөрөүҙө  үҙ эсенә алған башҡорт халҡының туй йолаһын күрһәтте.

Билдәле булыуынса, туй – ул ғаилә тормошоноң иң башы ғына. Һәм ул бәхетле, дауамлы булһын өсөн күп нәмәгә өйрәнергә һәм даими эшләргә кәрәк. “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” төбәк-ара конкурсы финалына сыҡҡан ғаиләләрҙең дә сере – бер-береңде аңлау, һөйөү, шатлыҡты ла, ҡайғыны ла бергә бүлешеүҙер, моғайын.

Әйткәндәй, йыл һайын “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсы көсәйә бара. Әгәр элек Башҡортостандың һайланған ғаиләләре генә ярышһа, хәҙер дәғүәселәр даирәһе күпкә киңәйгән. Мәҫәлән, быйыл 99 ғаилә, шул иҫәптән Ханты-Манси Автономиялы округы Югра вәкилдәре көрәшкә ингән. Шулай итеп, ярыш тыуған төбәгебеҙҙән ситкә лә таралып киткән.

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсының Башҡортостан Республикаһында “Башҡорт ғаиләһе йылы”нда үтеүе лә бик үҙенсәлекле күренеш. Ғаиләләр ҡатнашҡан был ижади бәйге башҡорт телен, мәҙәниәтен, йолалаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауҙа һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, туған телдең ҡәҙерен белгән өлгөлө башҡорт ғаиләләрен асыҡлау маҡсатынан сығып ойошторола ла инде.

Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылын иғлан итеүҙең дә төп маҡсаты – ишле ғаиләләрҙең әһәмиәтен, уларҙың традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, балалар тәрбиәләүгә индергән өлөшөнә айырым иғтибар йүнәлтеү, өлгөлө ғаиләләрҙе күрһәтеү. Республикала Ҙур һәм татыу ғаилә йылын тантаналы асыу өсөн сәхнә түренә Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сыҡты.

– Тап бөгөн “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһауыбыҙ тәрән мәғәнәгә эйә. Быйыл Стәрлетамаҡта “Етегән” байрамына 10 йыл булһа, “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсына 6 йыл. Башҡорт халҡының йолаларын һәм мәҙәниәтен һаҡлаусылар өлгөлө ғаиләләр йыйылды бөгөн беҙҙең ҡалала. Улар быуындан-быуынға телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм, иң мөһиме, ныҡлы ғаилә ҡиммәттәрен тапшыра, үҙ тарихына һөйөү тәрбиәләй. Ғаиләләрҙең барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, именлек теләп ҡалам, – тип еткерҙе үҙенең теләктәрен Эмиль Владиславович.

СОЛОҠСОЛАР НӘҪЕЛЕН ДАУАМ ИТЕП, ЙЫРЛАП-БЕЙЕП, АТТА ҺЫБАЙ ЙӨРӨП, ТИМЕР АТТА ЕЛДЕРЕП ЙӘШӘЙ УЛАР!

Бына иң тулҡынландырғыс минуттар – еңеүселәрҙе бүләкләү мәле етте. “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2026” еңеүселәренә бүләктәрҙе абруйлы ҡунаҡтар үҙҙәре тапшырҙы. Улар өс номинацияла билдәләнде – “Ғаилә ижады”, “Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре”, “Ғаилә кәсебе” шулай уҡ махсус номинациялар ҙа булды: “Махсус хәрби операция геройы ғаиләһе”, “Күп балалы башҡорт ғаиләһе”, “Йәш ғаилә”, “Донъясыл ғаилә”.

Гран-приға Ғафури районынан Мәрүәйевтар ғаиләһе лайыҡ булды. “Ғаилә ижады” номинацияһында 1-се урынды үҙебеҙҙекеләр Стәрлетамаҡ ҡалаһынан – Әүбәкировтар ғаиләһе алды. Шулай уҡ улар Юлдаш радиоһының “Моңло ғаилә” номинацияһына ла лайыҡ булды. Махсус бүләкте уларға Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының комиссия рәйесе, “Юлдаш” радиоһының продюсеры Илнур Рамаҙанов тапшырҙы. Әлбиттә, был номинация уларҙың ғаиләһенә тулыһынса тап килә. Өс бала тәрбиәләп үҫтереп, әлеге көндә балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре менән ижади тормошта ҡайнап йәшәйҙәр улар!

2-се урын – Федоровка районынан Хәлиловтар ғаиләһе, 3-сө урын – Өфө ҡалаһы, Ленин районынан килгән Байтимеровтар ғаиләһенә бирелде.

“Ғаилә кәсебе” номинацияһында солоҡсолоҡ нәҫелен дауам итеп килеүселәр ҡаланың өлгөлө башҡорт ғаиләһе Вәхитовтар беренсе урынға лайыҡ булды. Вәхитовтар ғаиләһендә бер бала тәрбиәләнә, улар – ике яҡлап та, атай һәм әсәй яғынан да, һигеҙ быуын солоҡсолоҡ менән шөғөлләнә, артабан да был ысын башҡорт кәсебен балаларға, ейәндәргә өйрәтеп дауамлы итергә ниәттәре бар.

2-се урын – Ғафури районынан Фәхретдиновтар ғаиләһе һәм  3-сө урынды – Белорет районынан килгән Мөсәлимовтар ғаиләһе яуланы.

“Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһында 1-се урынға – Салауат районынан Басировтар ғаиләһе, 2-се урынға – Көйөргәҙе районынан Аҡыловтар ғаиләһе, 3-сө урынға – Өфө ҡалаһы, Совет районынан Аҙнағоловтар ғаиләһе лайыҡ булды.

“Махсус хәрби операция геройы ғаиләһе” – Өфө ҡалаһы, Киров районында йәшәүсе Хисмәтуллиндар ғаиләһенә, “Күп балалы башҡорт ғаиләһе” – Бөрйән районында йәшәүсе, 11 бала тәрбиәләүсе Фәхрийәновтар ғаиләһенә, “Йәш ғаилә” – Октябрьский ҡалаһынан Харрасовтар ғаиләһенә, “Донъясыл ғаилә” – ХМАО-Югра, Сорғот ҡалаһынан Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһенә ошондай махсус номинациялар бирелде.

Гала-концерт  урындағы ижади коллективтар менән бер рәттән, Өфө ҡунаҡтары, билдәле йырсыларҙың сығыштары менән үрелеп барҙы.

Һис шикһеҙ, “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” финалына сыҡҡан бар ғаиләләрҙе лә еңеүселәр тип әйтергә була. Һәр бер ғаиләнең үҙенә күрә таланттары, үҙенсәлектәре, тарихы, йолалары бар.

Мәҫәлән, Гран-при яулаусы Мәрүәйевтар ғаиләһе шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ғафури районы Красноусол ҡасабаһындағы “Мәрүәй” туристик базаһы менән Рәмил һәм Айгөл Мәрүәйевтар инде 9 йыл идара итә.

– Туристик базаның исеме беҙҙең фамилиябыҙҙан алынды. Ҡайнымдың күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, туристик базаны асып ебәрҙек, – тип һөйләп үтте Айгөл Мәрүәйева.

“Махсус хәрби операция геройы ғаиләһе” номинацияһына лайыҡ булған  Хисмәтуллиндар ғаиләһенең башлығы Хан позывнойлы махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә.

– Беҙҙең ғаиләлә биш бала тәрбиәләнә – бер ул һәм дүрт ҡыҙыбыҙ бар. Тормош иптәшем өс йыл махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә. Балаларыбыҙ Өфө ҡалаһының 20-се башҡорт гимназияһында уҡый, тарихты, туғандарҙы танып-белеү, өйҙә башҡортса аралашыу, башҡорт моңо, йырҙары аша, башҡорт рухында тәрбиәләйбеҙ, – ти Розалия Хисмәтуллина. Әйткәндәй, был өлгөлө башҡорт ғаиләһе шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә икән. Уларҙың Өфө-Сибай-Баймаҡ йүнәлеше буйынса йөрөгән – “Нур”, “Иман”, “Ихлас”, “Сәфәр” таксилары бар.

Гөлкәй ҠЫУАТОВА.

Автор фотоһы.

ӨЛГӨЛӨ ҒАИЛӘЛӘР – МИЛЛӘТ ҠОТО
ӨЛГӨЛӨ ҒАИЛӘЛӘР – МИЛЛӘТ ҠОТО
ӨЛГӨЛӨ ҒАИЛӘЛӘР – МИЛЛӘТ ҠОТО
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас