Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март , 14:52

Башҡортостанда транспортты тәбиғи газға күсереүгә субсидиялар арттырылды

Республикала юридик берәмектәр һәм шәхси эшҡыуарҙар транспорт сараларын тәбиғи газда эшләү өсөн ҡайтанан йыһазландырыуға субсидия алыу мөмкинлегенә эйә.

Башҡортостанда транспортты тәбиғи газға күсереүгә субсидиялар арттырылды
Башҡортостанда транспортты тәбиғи газға күсереүгә субсидиялар арттырылды

Быйыл программаға 70 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Ғаризаларҙы Башҡортостан Республикаһының Транспорт министрлығы һайлай.
2026 йылда субсидияның максималь күләме уҙған йыл менән сағыштырғанда 32 процентҡа тиерлек артҡан.
Субсидия күләме транспорт сараһының төрөнә һәм категорияһына бәйле.

Автор: Гулькей Куватова
Читайте нас