Стәрлетамаҡта архив эше тарихы 1956 йылдың апрелендә башлана. Тап шул ваҡытта ҡала Советы башҡарма комитеты ҡарары менән архив бүлеге ойошторола, уға документтарҙы иҫәпкә алыу, һаҡлау һәм контролдә тотоу функциялары йөкмәтелә. Тиҫтә йылдар эсендә ҡала архивы бер нисә үҙгәртеп ҡороу кисерә һәм 2006 йылда рәсми рәүештә Стәрлетамаҡ хакимиәтенең архив бүлеге булып китә. Уны Наталья Олеговна Булюкина етәкләй. 2025 йылғы эш йомғаҡтары буйынса уға Башҡортостан Республикаһының «Иң яҡшы архивсы - 2025» тигән маҡтаулы исем бирелде. Бөгөн ҡала архивы-идара итеү документацияһын, шәхси состав буйынса документтарҙы һәм уникаль шәхси архивтарҙы һаҡлаған 179 фонд, 77 067 һаҡлау берәмеге, төрлө дәүерҙәрҙә ҡаланың йөҙөн һүрәтләгән ҡиммәтле фотодокументтар фонды. Бүлек белгестәре күләмле эш алып бара: БР Архив фондын һаҡлауҙы тәьмин итеүҙән алып ведомство архивтарына методик ярҙам күрһәтеүгә тиклем. Архив ҡала халҡы өсөн асыҡ: бында тикшеренеүселәргә, журналистарға, студенттарға һәм педагогтарға ҙур ярҙам күрһәтелә. Документтар менән таныша алыу ғаиләләр, предприятиелар һәм бөтә ҡаланың тарихын тергеҙеү мөмкинлеген бирә. Бәйләнеш өсөн: Адресы: 453126, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ивлев урамы, 12. Телефондары: 8 (3473) 30-20-90, 30-20-60.
Фотолар: ҡала хакимиәтенең архив бүлегенән алынды.