Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Март , 13:20

ТЕАТРҒА ТОҒРОЛОҠ

Стәрлетамаҡҡа профессиональ театр сәнғәтен алып килеүсе тәүге ҡарлуғастарҙың береһе, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының иң тәүге халыҡ артисы Рафиға ГАЛИНАға – 75 йәш.

ТЕАТРҒА ТОҒРОЛОҠ
ТЕАТРҒА ТОҒРОЛОҠ

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актрисаһы Рафиға Галина тураһында һөйләгәндә, уны тормош иптәше, сәхнә партнеры Рауил Галиндан башҡа күҙ алдына килтереп тә булмай. Ярты быуаттан ашыу ваҡыт бер сәхнәлә уйнап, бергә ғүмер кисереп, Стәрлетамаҡта башҡорт драма театрын булдырыуға, уны үҫтереүгә ҙур көс һалған матур парҙарҙың береһе бына нисә йылдар инде береһенән-береһе сағыу, ҡабатланмаҫ образдар тыуҙырып, тамашасыны хайран итә.

Быйылғы йыл Галиндар өсөн юбилейҙарға бай: Рафиға Арыҫлан ҡыҙына 75 йәш, Рауил Әхтәрйән улы менән бергә ғүмер итеүҙәренә 55 йыл, Өфө сәнғәт институтын тамамлауҙарына ла 55 йыл үтеп киткән. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына 35 йыл тулыу менән бергә, уларҙың ошо театрҙа эшләүҙәренә лә 35 йыл була.

...Галиндарҙың үҙенә генә хас зауыҡ менән биҙәлгән фатирына килеп инеү менән үҙеңде бер музейға йәки театр фойеһына килеп ингән һымаҡ хис итәһең. Коридорҙағы стенала эленгән төрлө йылдарҙа, төрлө ролдәрҙә төшкән фотоларға ҡарап, уйҙар менән тарихҡа сәйәхәт ҡылаһың. Ә төпкө бүлмәләге стеллаждарҙа Рауил Әхтәрйән улының балалар һәм өлкәндәр өсөн яҙған шиғырҙар һәм әкиәттәр йыйынтыҡтары, сәнғәт, театр темаһына китаптар урын алған.

 “Маҡтаулы хеҙмәте өсөн”, “Өлгөлө ғаилә” миҙалдары, Станиславский исемендәге Халыҡ-ара премия лауреаты һәм башҡа бик күп юғары исемдәр тураһында таныҡлыҡтар, хөкүмәт телеграммалары, маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары... Хәйер, был ижади ғаиләне артист булараҡ ҡына түгел, шәхси тормошона иғтибарҙы күберәк бүлеп, башҡасараҡ юҫыҡта яҡтыртырға булдым.

 

ШӨКӨР, БАЛАЛАР ДӨРӨҪ ТӘРБИӘ АЛДЫ

– Ирекһеҙҙән, әле лә һис төҫ ташламаған, нәзәкәтле ҡатын, төрлө образдарҙа балҡыған актриса тормошта ниндәйерәк кеше ул, тигән һорау тыуа...

 – Әсәйемдең бер бөртөк кенә ҡыҙы булһам да, бәләкәйҙән ирҙәр эшен эшләп үҫтем, ололар менән ярышып бесән саптым, утынын да быстым, әсәйем эшләгән фермаға йөрөп егермешәр һыйыр һауа инем. Әсәйем шул уҡ ваҡытта мине уҡытып ҙур кеше итергә тигән маҡсат ҡуйҙы. Шулай итеп, бала саҡтан хыялымда йөрөткән сәнғәт институтының театр бүлегенә документтарҙы тапшырҙым. Әмәлгә ҡалғандай, нәҡ шул ваҡытта атайым лотореяға аҡса отҡайны, бик яҡшы ярҙам булды.

Рауил менән сәнғәт институтында уҡыған тәүге йылдарҙа танышып өйләнештек. 3-сө курста уҡығанда Розалиябыҙ тыуҙы. Икебеҙ ҙә студенттар, бала тыуғас, уҡырға ла, баланы ҡарарға ла өлгөрөргә кәрәк. Әл дә янымда әсәйем булды. Ауылда эшләп йөрөгән еренән Өфөгә күсеп килде. Һәр эшкә талапсан ҡараған кеүек, әсәйебеҙ балаларҙы ла ҡаты тотто. Дөрөҫ тәрбиә биргәне өсөн рәхмәтлебеҙ. Әсәйем хаҡлы ялға сыҡҡас та ҡул ҡаушырып ултырманы, балаларыбыҙ – Розалия менән Рөстәмде үҫтереште. Унан һуң Розалияның ҡыҙҙары Гөлдәриә менән Азалияны тәрбиәләште. Бүләсәре Гөлдәриәнең бер ҡыҙын, бер малайын ҡарашты. Хәҙер инде уға 98 йәш.

Мин үҙем Салауат районы Яҙғы йорт ауылында тыуып үҫтем, был совхозда күп милләтле халыҡ йәшәне. Урта мәктәпте райондағы иң ҙур ауылдарҙың береһе Лағырҙа уҡып бөттөм. Әй буйындағы миллионер колхоз ине. Ундағы ҙур башҡорт мәктәбе әле лә гөрләп тора, – тип дауам итә һүҙен актриса. – Рауилдың тыуған яғында Архангел районы Ҡыҙылъяр ауылында 23 сутый ер алып, өй һалдыҡ. Яҙ етеү менән апрелдән шунда китәбеҙ ҙә баҡса эше менән булабыҙ. Нимәләр генә үҫмәй унда! Алмағас, груша, сейә, ҡарағат һәм башҡалар... Еләк-емеш ултыртабыҙ, бик уңа.

Рауил менән өйләнешеп, килен булып төшкәс тә ҡәйнәм әйтеп ҡуйҙы: “Миңә әртис булып ҡайтма, килен булып ҡайт”, – тип. Ҡәйнәм Бибиәсмә үҙе лә бик егәрле кеше ине, башҡаларға ла талапсан булды. Әле шул заманда уҡ ауыл ерендә магазин тотоп, гөрләтеп йәшәне ул. Балалар йәй һайын Ҡыҙылъярҙа ҡәйнәм менән ҡайнымдарҙа булды. Инйәр буйында һыу инеп үҫтеләр.

ТЕАТРҘАН АРБАЛЫП, АЛҠЫШТАРҒА КҮМЕЛЕП...

– Стәрлетамаҡ театрына килгәнсе Салауат театрында оҙаҡ ҡына эшләп, бай тәжрибә туплап, өлгөрөп еткән актриса инегеҙ. Унда һеҙ йүнәлтмә менән килгәйнегеҙме?

– Әллә ҡайҙа осҡанбыҙ ҙа осҡанбыҙ. Хыялый булғанбыҙ. Театрҙан арбалып, алҡыштарға күмелеп йәшәй торғас, ғүмер үткән дә киткән. Гастролдәргә ала ҡарҙан сығып китә инек тә, иген урғанда ҡайтып инә инек.

Эй юлдар насар ине ул ваҡыттарҙа, ямғыр яуа, тайғаҡ, автобус күтәрә алмай, бер ваҡыт шулай тау битенә килеп еттек тә, менә алмай, артҡа сигә башланыҡ. Машинаны үҙебеҙ һөйрәп алып киттек...

 Балалар гастролдә үҫте. Ул ваҡытта Салауат театрында эшләй инек. Бер мәл ҡыҙ ролен уйнаусы юҡ тип, мине саҡыртып алдылар. Дүрт айлыҡ ҡына Рөстәмем менән гастролгә сығып китергә тура килде. Ул заман памперстар юҡ, баланың йүргәген сайҡатам да, автобустың тотонғосона элеп ҡуйып киптерәм. Ҡыҙыбыҙ автобуста йоҡлай алмай, ҡоҫа. Бына шулай мең ғазаптар менән йөрөп ҡайтыр инек. Хәҙер генә ул юлдар көҙгөләй ялтырап ята.

 Салауатҡа Вәзих Сәйфуллин саҡырыуы буйынса килдек. Салауат театрында биш-алты режиссер менән эшләргә, ижад итергә тура килде. Салауат театрында эшләгәндә ике тапҡыр “Башҡортостан ҡыҙы” журналының лауреаты булдым.

Уға тиклем Өфөлә Ҡурсаҡ театрында бер йыл эшләп алдым. Ул да күп нәмә бирҙе. Мәҫәлән, ҡорма аша тауышты еткерергә өйрәндем. Унан һуң Өфөлә Химиктар мәҙәниәт һарайында ике йыл режиссер булып та эшләнем. Нәжиб Иҙелбайҙың “Оло юл сатында”, Мостай Кәримдең “Айгөл иле” әҫәрҙәрен сәхнәләштерҙек. Рауил менән үҙебеҙ ҙә уйнаныҡ.

– Салауатта уңышлы ғына эшләп ятҡан ерҙән нисек ошо булмаған театрға килергә йөрьәт иттегеҙ? Ә бит ул саҡта Стәрлетамаҡта театр булдырыу күптәр ышанып етмәҫтәй бер хыял ғына ине бит...

– Эйе, Рауил менән беҙ бында килгәнсе Салауатта ун ете йыл эшләп, бай тәжрибә туплағайныҡ инде. Сәхнә тәмен, тамашасы алҡыштарын тоя белә инек. Стәрлетамаҡта башҡорт театрын асыу тураһында һүҙ сыҡҡас, икеләнеп тә торманыҡ. Ошо эште башлап йөрөүсе режиссер Гөлдәр Ильясоваға ышанып, уның артынан эйәрҙек һәм яңылышманыҡ. Гөлдәр Мозафар ҡыҙы менән бер-беребеҙҙе тәү күреүҙән үк оҡшаттыҡ. Ул тәрән фекер йөрөтөүсән режиссер, бер кемдеке менән дә бутай алмаҫлыҡ үҙ почеркы бар. Стәрлетамаҡ беҙҙе профессиональ йәһәттән тағы ла нығыраҡ үҫтерҙе.

– Һеҙ тыуҙырған образдар төрлөлөгө менән хайран итә. Берсә етди, олпат ҡатын, берсә тыныс тәбиғәтле, шул уҡ ваҡытта йор һүҙле, һәлмәк кенә баҫып йөрөр, уйлап ҡына һөйләр башҡорт әбейе... Ә шулай ҙа Рафиға Галина тигәндә, түштәрен һелкетеп, янбашын уйнаҡлатып тамашасының һушын алған ажарланып торған дыуамал, сая бисә образы күҙ алдына килеп баҫа...

 – Эйе, ул сая ҡатын – Булат Рафиҡовтың “Замана минең ҡулда” һындағы Хөббөниса... Ошо ролеңде миңә бир әле тип һорап йөрөүселәр ҙә булды...

 – Стәрлетамаҡ театрында үҙегеҙҙе иң тәүге халыҡ артисы булараҡ раҫланығыҙ. Профессиональ театр сәнғәтендәге үҫешегеҙҙә кемдең йоғонтоһо ҙур булды?

– Педагогтарҙан уңдым. Беҙҙе Башҡортостандың данлыҡлы артистары, режиссерҙары Ғабдулла Ғиләжев, Рафаэль Әйүпов кеүек ҙур талант эйәләре уҡытты. Күренекле балерина Тамара Хоҙайбирҙина сәхнә хәрәкәте серҙәренә төшөндөрһә, Гөлли Мөбәрәкова сәхнә теле серҙәрен өйрәтте, Фәрдүнә Ҡасимова иһә сәхнә оҫталығына уҡытты. Театр сәнғәтен һыу кеүек эскән ҙур режиссер, театр тәнҡитсеһе Һөйөндөк Сәйетов ағай: “Рафиға, һин уйлаусан актриса, һиңә хәҙер етдиерәк ролдәр кәрәк”, – тип әйтә ине.

ДИНАСТИЯНЫ ДАУАМ ИТЕП

 – Балаларығыҙ ҙа һеҙҙең юлды һайланымы?

– Балаларыбыҙ театр мөхитендә ҡайнап үҫте. Театр ене уларға бик ҡағылып етмәһә лә, балаларыбыҙҙың балалары театрҙы һайланы.

 Ҡыҙыбыҙҙың ике ҡыҙы ла Өфө сәнғәт институтының театр бүлеген тамамланы. Өлкән ҡыҙҙары Гөлдәриә режиссерлыҡҡа уҡыны. Азалия актриса, Йәш тамашасы театрында эшләй, труппа етәксеһе. Шөкөр, династияны дауам итеүселәр бар.

 Әлеге ваҡытта дүрт ейән-ейәнсәребеҙ, ике бүләсәребеҙ бар. Рөстәмдең ике ҡыҙы: Эвелина менән Риана. Эвелина Мәскәүҙә теш технигы һөнәренә уҡый.

– Һеҙ бик күп спектаклдәрҙә ирле-ҡатынлы ролдәрҙе уйнайһығыҙ.

 – Һанай китһәң, улар күп инде. Театрҙа эшләй башлаған тәүге йылдарҙа А.Сафроновтың “Йылмайған өсөн бер миллион”ында, А. Галиндың “Ретро”һында, М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр”ендә бергә уйнаныҡ. Әйткәндәй, Әнүәр Нурмөхәмәтов сәхнәләштергән “Ҡара йөҙҙәр”ҙә мин Ғәлимәне уйнаным. Бик ғүмерле спектакль булды. Оҙаҡ йылдар сәхнәнән төшмәне. Телевизорҙан да йыш күрһәттеләр.

 А.Цагарелиҙың “Ханума”һында Ханума менән Акоп, Ф.Бүләковтың “Мөхәббәт ҡарағы”нда Майгөл менән Хәйбүш ҡартты уйнаныҡ. Уны халыҡ бик яратты. Троллейбуста күрһәләр арҡанан һөйөп китәләр ине. Хәйер, әле лә магазинға барып инһәң дә, поликлиникала күреп ҡалһалар ҙа: “Ооо, беҙҙең яратҡан артистарыбыҙ!” тип һүҙ ҡушып китәләр.

“Ҡаһым түрә”лә Рауил Ҡаһымдың атаһын, мин әсәһен уйнаным. Салауат районында үткән “Салауат көндәре”нә саҡырғайнылар. Унда Салауат Юлаевтың атаһы менән әсәһен уйнаныҡ. Һәм ошо турала “Салауат ерендә”, “Салауат вариҫтары” китаптарында яҙып сығарҙылар. Сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштарыбыҙ тураһында мәғлүмәт “Башҡорт энциклопедияһы”ның II томына индерелде.

– Һәр образ тетрәнеүҙәр, эске кисерештәр аша тыуа. Үҙеңә тәғәйен ролде “бешереп” еткергәнсе күпме тырышлыҡ, ваҡыт талап ителә, йоҡоһоҙ төндәр үтә. Ә шулай ҙа күңелегеҙгә яҡын ролдәрегеҙ ҙә барҙыр... Образды тулыһынса асып бирер өсөн үҙеңдә лә ошо сифаттарҙың булыуы мөһимме?

 – Миңә ҡалһа, иң яратҡан роль булмай ул. Үҙең эшләгән һәр роль дә, биш бармағың шикелле, үҙең бешергән ашың кеүек, барыһы ла яҡын. Әммә төрлөсә килеп сыға. Сәхнәне, эшеңде, партнерыңды, коллективты яратҡанда ғына шәп әҫәр тыуа. Үҙеңдә булмаған сифаттарҙы ла, ҡапма-ҡаршылыҡлы ролдәрҙе лә уйнарға тура килә. Уйнаған ролең хатта фиғелеңә кереп китә. Әгәр артист йөрәгенә бөтә донъяны һыйҙыра ала икән, шул саҡта ғына уңышлы образ килтереп сығарырға булалыр.

– Артист – ул профессионализмдың иң юғары үҫеше. Көслө артист һәйбәт уйнауы менән яҡшы спектакль тыуҙыра, ә шәп спектакль режиссерҙы күтәрә. Эшеңдең һөҙөмтәһе иң беренсе пьесанан, режиссерҙан, партнерыңдан тора. Кешене көлдөрәйем тип, үҙең шарҡылдап көлөү мөһим түгел.

P.S. Шундай кешеләр була: улар менән һөйләшеп һүҙ бөтмәй. Осрашҡан һайын рухыңды байытып, аңыңды уятып, фәһем алып ҡайтаһың. Башҡортостандың халыҡ артистары Рафиға һәм Рауил Галиндар тап шундай шәхестәр. Киләсәктә лә береһе айҙай йылмайып, икенсеһе ҡояштай балҡып, парлы йондоҙ булып тағы ла күп йылдар тамашасы күңелен дауаларға яҙһын!

 

Яратҡан актрисабыҙ 19 мартта, киске сәғәт 7-лә театр сәхнәһендә үҙенең юбилей кисәһенә арналған “Эх, күгәрсенкәйҙәрем” (Флорид Бүләковтың) спектаклендә көтөп ҡала!

 

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Фотолар Галиндарҙың ғаилә архивынан алынды.

ТЕАТРҒА ТОҒРОЛОҠ
ТЕАТРҒА ТОҒРОЛОҠ
ТЕАТРҒА ТОҒРОЛОҠ
ТЕАТРҒА ТОҒРОЛОҠ
ТЕАТРҒА ТОҒРОЛОҠ
ТЕАТРҒА ТОҒРОЛОҠ
ТЕАТРҒА ТОҒРОЛОҠ
ТЕАТРҒА ТОҒРОЛОҠ
ТЕАТРҒА ТОҒРОЛОҠ
ТЕАТРҒА ТОҒРОЛОҠ
ТЕАТРҒА ТОҒРОЛОҠ
ТЕАТРҒА ТОҒРОЛОҠ
Автор: Роза Сафина
Читайте нас