Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март , 18:10

КИЛӘСӘКТЕ УЙЛАП

Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы ата-әсәләрҙе асыҡ диалогҡа саҡыра.

КИЛӘСӘКТЕ УЙЛАП
КИЛӘСӘКТЕ УЙЛАП

Был уҡыу йорто ата-әсәләрҙең масштаблы  республика йыйылышын уҙғарыу өсөн майҙансыҡ буласаҡ.

Осрашыу 2026 йылғы сығарылыш  уҡыусыларының ғаиләләренә ҡабул итеү ҡағиҙәләренә йүнәлеш алыуға һәм кәрәкле һөнәрҙе артыҡ стресс алмай ғына һайлауға йүнәлтергән.

Уҡырға инеү – күп һорауҙар менән бәйле яуаплы этап: ҡануниәттәге үҙгәрештәрҙән алып һанлы сервистар аша документтар тапшырыу нескәлектәренә тиклем. Ата-әсәләргә мөмкин тиклем ышаныслы мәғлүмәт биреү өсөн  республиканың алдынғы юғары уҡыу йорто етәкселеге Стәрлетамаҡҡа осрашыуға бара.

Саралар программаһы төп сығыштарҙы үҙ эсенә ала:
  ӨФТУ ректоры Вадим Захаровтың һәм  ӨФТУ-ның  Стәрлетамаҡ филиалы директоры Игорь Сыровтың ҡотлауы.
  Мәғариф эшмәкәрлеге буйынса проректор Илгиз Ҡыҙырғоловтан – белем биреү траекторияларын күҙәтеү.
  Абитуриенттар менән эшләү өсөн яуаплы Ринат Төлкөбаевтан – “Ҡабул итеү кампанияһы-2026”ны  тикшереү.

Фекер алышыуҙың төп темалары:
1.  2026 йылғы яңылыҡтар: мотлаҡ документтар исемлегендә үҙгәрештәр һәм уларҙы тапшырыу ваҡыты

  1. Цифрлаштырыу: Уҡырға ингәндә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы менән эшләү алгоритмы.
    3. Бюджет урындары: урындар һаны һәм иң уңайлы йүнәлештәр тураһында актуаль мәғлүмәттәр.  
  2. Хәрби әҙерлек: Өфө Фән һәм технологиялар университеты – Башҡортостанда Хәрби уҡыу үҙәге (ВУЦ) булған берҙән-бер вуз. Ата-әсәләр үҙәк етәкселегенән төп уҡыуҙан айырылмайынса запастағы офицерҙар һәм һалдаттар әҙерләү тураһында шәхсән белешә аласаҡ.

Осрашыуҙың үҙенсәлеге булып “галстуктарһыҙ” формат тора. Рәсми өлөштән һуң кәңәшмәләр залында шәхси консультациялар серияһы үтәсәк. Ата-әсәләрҙең һорауҙарына бөтә төп институттарҙың директорҙары, ӨФТУ һәм ӨФТУ-ның Сәрлетамаҡ филиалы факультеттары декандары, шул иҫәптән математика, хоҡуҡ, химия, иҡтисад, гуманитар фәндәр институттары һәм шулай уҡ “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженерлыҡ мәктәбе вәкилдәре яуап бирәсәк.

Уҙғарыу датаһы һәм көнө: 2026 йылдың 26 марты (кесаҙна)  сәғәт 19:00-дә.

Уҙғарыу урыны: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ленин проспекты, 49, Өфө Фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы кәңәшмәләр залы.

Белешмә өсөн бәйләнеш:
Телефон: +7 (917) 401-15-00
E-mail: sf.abitur@struust.ru

 

Автор: Роза Сафина
Читайте нас