Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март , 14:47

АЛҒАН НАГРАДАЛАРЫҒЫҘ ИЖАДЫҒЫҘҒА ҠОМАР ӨҪТӘҺЕН!

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең бер төркөм артистарына юғары исемдәр бирелде.  

АЛҒАН НАГРАДАЛАРЫҒЫҘ ИЖАДЫҒЫҘҒА ҠОМАР ӨҪТӘҺЕН!
АЛҒАН НАГРАДАЛАРЫҒЫҘ ИЖАДЫҒЫҘҒА ҠОМАР ӨҪТӘҺЕН!

Стәрлетамаҡ Бейеү театры артистары Рөстәм Хәйруллин һәм Рудамир Басиров “Башҡорртостан Республикаһының халыҡ артисы”тигән исемгә лайыҡ булды.

“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемдәр Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актрисаһы Гөлнара Йәрмиеваға, Бейеү театры солисы Дилә Ҡашҡароваға һәм “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмө солисы  Зөлфиә Әүбәкироваға бирелде.

Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланған талант эйәләрен ошо алған наградалары менән ихлас  ҡотлайбыҙ! Был лайыҡлы  исемдәр ижадығыҙға дәрт-дарман, ҡомар өҫтәһен. Һәммәгеҙгәлә ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете һәм эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Үҙенсәлекле һәләтегеҙ һәм сағыу сығыштарығыҙ менән оҙаҡ йылдар тамашасы күңелен арбап йәшәгеҙ!

 

Роза САФИНА.

 Фотолар Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе сәхифәһенән алынды.

АЛҒАН НАГРАДАЛАРЫҒЫҘ ИЖАДЫҒЫҘҒА ҠОМАР ӨҪТӘҺЕН!
АЛҒАН НАГРАДАЛАРЫҒЫҘ ИЖАДЫҒЫҘҒА ҠОМАР ӨҪТӘҺЕН!
АЛҒАН НАГРАДАЛАРЫҒЫҘ ИЖАДЫҒЫҘҒА ҠОМАР ӨҪТӘҺЕН!
АЛҒАН НАГРАДАЛАРЫҒЫҘ ИЖАДЫҒЫҘҒА ҠОМАР ӨҪТӘҺЕН!
АЛҒАН НАГРАДАЛАРЫҒЫҘ ИЖАДЫҒЫҘҒА ҠОМАР ӨҪТӘҺЕН!
АЛҒАН НАГРАДАЛАРЫҒЫҘ ИЖАДЫҒЫҘҒА ҠОМАР ӨҪТӘҺЕН!
Автор: Роза Сафина
Читайте нас