Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март , 13:56

ҮҘЕҢ БАРЫП КҮРЕҮ КӘРӘК

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрының тәүге һандуғасы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рафиға Галинаның юбилей кисәһе гөрләп үтте.

ҮҘЕҢ БАРЫП КҮРЕҮ КӘРӘК
ҮҘЕҢ БАРЫП КҮРЕҮ КӘРӘК

Рафиға Арыҫлан ҡыҙы – Башҡортостанда профессиональ театр сәнғәтенә тоғролоҡ символы булып танылған шәхес. Ул башҡорт драма театры эш башлағандан алып уның үҫешенә ҙур өлөш индерә: Стәрлетамаҡта башҡорт драма театры асылыуға быйыл 35 йыл һәм Рафиға апайҙың ошо театрҙа фиҙаҡәр хеҙмәт итеүенә лә 35 йыл. Ошо ваҡыт эсендә актриса утыҙҙан ашыу роль башҡарҙы, береһенән-береһе сағыу образдар ижад итте.

Юбилей кисәһендә Рафиға Арыҫлан ҡыҙы Флорид Бүләков пьесаһы буйынса “Эх, күгәрсенкәйҙәрем...” спекталендә ҡатнашты. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре режиссер Рөстәм Хәкимов ҡуйған комедия бына ике йылдан ашыу ваҡыт инде Стәрлетамаҡ актерҙары башҡарыуында тамашасыны һөйөндөрә.

Ролдәрҙе Башҡортостандың халыҡ артистары Рафиға Галина, Миниса Бакирова, Илһам Рәхимов, Ләйсән Кәримова һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлнара Йәрмиева ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы.

Кисәгә актрисаның ижадын яратҡан тамашасылар, яҡындары, сәхнәләш дуҫтары йыйылды. Тамашаның тантаналы өлөшөндә алып барыусы Гөлйемеш Ибраһимова Республика башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау телеграммаһын уҡып ишеттерҙе.
Театрҙар эшмәкәрҙәре союзының Башҡортостан Республикаһы бүлексәһе рәйесе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау ҡағыҙын һәм Театрҙар эшмәкәрҙәре союзының Почет грамотаһын тапшырҙы. Ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге баш белгесе Раушания Күсмәева артистканы театр сәнғәте үҫешендәге ҙур өлөшө, профессиональ оҫталығы өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләне. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры Харис Әбдрәхимов Рафиға Арыҫлан ҡыҙын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың Рәхмәт хаты һәм Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Почет грамотаһы менән тәбрикләне. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына нигеҙ һалыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Гөлдәр Ильясова һәм актрисаның һабаҡташтары –  Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Риф Сәйфуллин, Башҡортостандың халыҡ артистары Зифа Баязитова, Яҡуп һәм Гөлсәсәк Шариповтар Рафиға Арыҫлан ҡыҙына ихлас ҡотлауҙарын еткерҙе.

Ә инде Гөлнара Йәрмиева өсөн был көн айырыуса иҫтәлекле булды – уға “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелде.

Театрҙар эшмәкәрҙәре союзының Башҡортостан Республикаһы бүлексәһе рәйесе Алмас Әмиров актрисаның ижадын юғары баһаланы. “Миңә шул оҡшай: Стәрлетамаҡ театрында шундай традиция бар икән – звание алған көндө артистар спектаклдә уйнаһалар, ятып ҡына уйнайҙар икән. Тик ятып ҡына ла шул тиклем һын ҡатырғыс итеп уйнап була икән, - тип шаяртты йор һүҙле Алмас Хәҙис улы Гөлнара Йәрмиева башҡарған Хәнә ҡарсыҡ ролен баһалап.

Хәйер,  быны мотлаҡ үҙең барып ҡарарға кәрәк!!!  

 

Р.САФИНА. 

Фотолар Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе сәхифәһенән алынды.

 

 

 

ҮҘЕҢ БАРЫП КҮРЕҮ КӘРӘК
ҮҘЕҢ БАРЫП КҮРЕҮ КӘРӘК
ҮҘЕҢ БАРЫП КҮРЕҮ КӘРӘК
ҮҘЕҢ БАРЫП КҮРЕҮ КӘРӘК
Автор: Роза Сафина
Читайте нас