Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Март , 05:30

“БОРОНҒОЛОҠТО ҺАҠЛАП ЗАМАН МЕНӘН БЕРГӘ АТЛАЙБЫҘ!”

Һөнәри байрамдары уңайынан Стәрлетамаҡ Ҡала мәҙәниәт һарайының мәҙәни эшмәкәрлеге менән яҡынданыраҡ таныштырыуын һорап, уның директоры Флүр Миҙхәт улы САДИҠОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

“БОРОНҒОЛОҠТО ҺАҠЛАП ЗАМАН МЕНӘН БЕРГӘ АТЛАЙБЫҘ!”“БОРОНҒОЛОҠТО ҺАҠЛАП ЗАМАН МЕНӘН БЕРГӘ АТЛАЙБЫҘ!”
“БОРОНҒОЛОҠТО ҺАҠЛАП ЗАМАН МЕНӘН БЕРГӘ АТЛАЙБЫҘ!”

– Флүр Миҙхәтович, Ҡала мәҙәниәт һарайы Стәрлетамаҡта ғына түгел, республика кимәлендә лә иң эре мәҙәни һәм архитектура объекттарының береһе тип һанала һәм ул ҡаланың мәҙәни тормошонда мөһим роль уйнай. Был йәһәттән ошонда эшләп килгән коллективтар бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡала, республика, Рәсәй кимәлендәге бер саранан да ситтә ҡалмайһығыҙ. Иң эре сараларҙы һәм проекттарҙы әйтеп үтегеҙ әле.

– Ҡалалағы, республика кимәлендәге бөтә мөһим байрамдар беҙҙә үтә. Өфөнән ҡала икенсе урында торған, мәҙәни яҡтан алға киткән эре ҡала булараҡ, бындай яуаплы сараларҙы беҙгә тапшыралар. Республика кимәлендә быйылғы йылдың мөһим сараларының береһе булған “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” фестивале беҙҙең Стәрлетамаҡта старт алды. Әле бына бер ҙур проект тормошҡа ашырылырға тора. “Стәрле тауышы” тип атала. Әлеге ваҡытта юридик яҡтан ҡарау бара.

Шулай уҡ, беҙҙең ҡаланың бренд сараһы булған “Ашҡаҙар таңдары” республика фестивале ике йылға бер уҙғарылып тора. Беҙҙә махсус хәрби операцияға бәйле саралар, концерттар йыш үтә. Йыл һайын Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға бәйле “Тыуған ил, батырлыҡ һәм намыҫ тураһында” тип исемләнгән фестиваль уҙғарыла.

10 апрелдә “Берҙәмлек моңдары” (“Мелодии единства”) тип аталған отчет концерты менән сығыш яһаясаҡбыҙ. Концерт Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнала.

Программала “Ашҡаҙар нағыштары” фольклор коллективы, “Йөрәктау” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле, “Арман” балалар башҡорт фольклор ансамбле, “Сәләм” балалар вокаль ансамбле сығыш яһаясаҡ.

– Бөгөнгө көндә ошо мәҙәниәт усағында барлығы нисә коллектив эшләй һәм улар күпме кешене үҙенә берләштерә?

– Барыһы 25 коллектив эшләй. Был коллективтар 2385 кешене берләштерә. 18 коллектив “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемен йөрөтә.

Беҙҙә кадрҙар алмашыныуы юҡ, бер эшкә килгән кеше оҙаҡ йылдар эшләй. Мәҙәниәт һарайындағы ижади коллективтар етәкселәренең һигеҙе “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды. Беҙҙә үҙ һөнәренә мөкиббән бирелгән сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәре хеҙмәт итә. Үҙ эшенең оҫтаһы булған һәләтле режиссер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйсә Мусихина ҡалала уҙғарылған бөтә хөкүмәт концерттарының һәм мөһим сараларҙың ҡуйыусыһы.

 – Һеҙҙә ниндәй йүнәлештәр алып барыла?

 – Беҙҙең Ҡала мәҙәниәт һарайында эшләп килгән иң ҙур, күп һанлы коллективтарҙың береһе – дүрт коллективты үҙ эсенә алған “Ашҡаҙар нағыштары” фольклор ансамбле. Унда белемле, бик һәләтле шәхестәр эшләй. Ул “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы” исемен йөрөтә. Башҡорт мәҙәниәтен пропагандалаусы, онотолоп барған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүсе коллектив ул.

“Ҡояшҡай” (“Солнышко”) халыҡ хореография театр-студияһы, “Иркен” өлгөлө балалар гармунсылар ансамбле, “Аҫылташ” шиғриәт һөйөүселәр клубы бик матур эшләп килә.

Ҡайһы ғына коллективты алһаң да, һәр береһе үҙенсәлеклелеге менән айырылып тора. “Илһам” (“Вдохновение) бал бейеүҙәре халыҡ ансамбле, “Феникс” эстрада вокалы студияһы, “Виват” өлгөлө заманса һәм эстрада бейеүҙәре халыҡ ансамбле, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, “Антре” заманса бейеү халыҡ ансамбле, “Шишмә” халыҡ вокаль ансамбле, “Туған моңдар” (“Родные напевы”) рус халыҡ хоры һәм башҡа коллективтар, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Инсаф Ғәлимов, Миңнеғәли Хөснөтдинов кеүек популяр йырсылар ҡалабыҙҙың мәҙәни йөҙөн билдәләй һәм ғорурлығы булып тора.

– Һуңғы ваҡытта бында башҡорт мәҙәниәте күтәрелеш кисергәне һиҙелә. Ошо йәһәттән ниндәй эштәр башҡарыла, яңы йүнәлештәр бармы – ошо турала ла һөйләп үтһәгеҙ ине.

– Үҙем бала саҡтан музыка мәктәбендә ҡурайсылар түңәрәгенә йөрөнөм. Шул саҡтарҙы иҫләп, бында ла ҡурай түңәрәге булдырырға кәрәк тигән ҡарарға килдем. Ниндәй генә сара үткәрһәң дә ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға ҡурайсылар кәрәк бит. Былтыр ҡурайсы алдыҡ. Ильвир Ниғмәтуллин тигән студент егет Өфө сәнғәт институтында уҡып йөрөгәндә үк алдан һөйләшеп ҡуйғайныҡ. Хәҙер беҙҙә ”Аҡбуҙат” исемле ҡурайсылар коллективы ойошторолдо. Унда балалар шөғөлләнә.

– Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы ошондай һорауға ла яуап ишетке килә: мәҙәниәт өлкәһендә күптән эшләйһегеҙме? Үҙегеҙҙең хеҙмәт юлығыҙ менән таныштырып үтегеҙ әле.

– Мин үҙем Мәләүездә тыуып-үҫтем. Ата-әсәйемдәр ҙә тамырҙары менән Мәләүез районынан. Әсәйем Әлфиә Садиҡова ижад кешеһе булды, хәҙер мәрхүм инде. Шиғыр, хикәйәләр йыйынтыҡтарын китап итеп сығарҙы. Шуға күрә, теүәл фәндәр буйынса белем алһам да (Стәрлетамаҡ педагогия академияһының физика-математика факультетын тамамланым), мәҙәниәт өлкәһен һайлауым осраҡлы түгел, тип уйлайым.

 Мәҙәниәт өлкәһендә 2017 йылдан алып эшләйем. Ҡала мәҙәниәт һарайын етәкләүемә лә дүртенсе йыл китте. 2009-2014-се йылдарҙа БДУ-ла эшләгән ваҡытта студенттар профсоюзы рәйесе булдым. Унан һуң Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә директор урынбаҫары вазифаһын алып барҙым. Ҡала мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Сәғетдин улы Зиннәтуллиндың тәҡдиме буйынса бында директор итеп күсерҙеләр. Етәкселек эшенә төшөндөргәне һәм ошо юҫыҡта һәләтемде үҫтергәне өсөн Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры Харис Зәбих улы Әбдрәхимовҡа рәхмәтлемен.

– Бинаның тышҡы күренеше күп йылдарҙан һуң бер аҙ үҙгәртелде. Мәҫәлән, алғы фасады яңыртылды. Ә бына эске яҡтан төҙөкләндереү эштәре алып барыламы? Аңлауымса, бина төҙөлгәс (52 йыл элек) эленгән затлы сәхнә шаршауы әле лә шул матур килеш һаҡланған. Атаҡлы бейеүсе Мәхмүд Эсамбаев Стәрлетамаҡҡа концерт менән бер килгәнендә был бик уникаль мәҙәниәт һарайы тип әйткәйне...

– Был мөһабәт бина 1974 йылда төҙөлгән. 10,5 мең квадрат метр майҙанды биләй. 1113 урынлыҡ ҙур тамамаша залы, 220 кеше һыйышлы кесе тамаша залы бар. Боронғо зауыҡлы күренештәрҙе һаҡлау менән бергә, бинаны заманса технологиялар менән дә йыһазландырабыҙ. Башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, тарихы сағылыш тапҡан картиналар, совет заманындағы мозаика – ошо дәүер сағылышы, һоҡланғыс “Ҡышҡы баҡса” әле лә бинаны биҙәп тора. Яйлап эске яғын да үҙгәртәбеҙ. Үткән йыл оло сәхнәгә юғары технологиялы светодиодлы заманса экран ҡуйылды.

Ремонт эшләүҙә ҡала хакимиәте ярҙам итә. Әйткәндәй, элекке “Сода” мәҙәниәт һарайы ла беҙҙең ҡарамаҡта.

– Донъяуи һорау: бөгөнгө еңел булмаған заманда мәҙәниәттең ролен нисек баһалайһығыҙ?

 – Ауыр ваҡытмы, еңел ваҡытмы ул, мәҙәниәт бер ҡасан да туҡтамаған. Ата-бабаларыбыҙ һуғышҡа киткәндә үҙҙәре менән йыйылмалы ҡурай йөрөткән. Ҡурайын да тартҡан, скрипкаһында ла уйнаған, гармунда ла, ҡумыҙҙа ла уйнап күңелен йыуатҡан.

– Ярты быуатттан ашыу ваҡыт эсендә был (“СК”) мәҙәниәт һарайын төрлө етәкселәр етәкләне. Л.Э.Шапп, А.В.Марухин, А.П.Нуйкин һ.б. мәртәбәле шәхестәрҙең исеме ҡала халҡына яҡшы таныш. Әлеге ваҡытта ошо мәҙәниәт һарайында эшләп киткән хеҙмәткәрҙәр менән бәйләнеш бармы? Уларға бәйле хәтер саралары ҡаралғанмы?

 – Әлбиттә. Ҡалабыҙҙың мәҙәни тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәрҙе ҙурлап иҫкә алабыҙ. Улар иҫтәлегенә хәтер саралары уҙғарып торабыҙ. Хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветерандарына бүләктәр биреп, рәхмәт әйтеп торабыҙ.

– Мәҙәниәт көнө айҡанлы коллегаларығыҙға әйтер һүҙҙәрегеҙ барҙыр.

 – Хөрмәтле коллегалар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, һеҙ сикһеҙ талантлы, ижади эҙләнеүсән кешеләр!

Һәр берегеҙ үҙенең көндәлек хеҙмәте, үҙ эшенә тоғролоғо һәм профессионализмы менән республикабыҙҙың мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға өлөш индерә. Ауыр тормош хәлдәрендә тап мәҙәниәт эшмәкәрҙәре халыҡтың кәйефен күтәрә һәм үҙ бурыстарын аңлап, яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн хәйриә акциялары һәм концерттар ойоштора.

 Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан барлыҡ хеҙмәткәрҙәребеҙгә лә алдағы эштәрендә уңыштар, именлек, ғаилә бәхете, ижад ҡомары теләйем.

Әңгәмәне Роза ҠОБАҒОШОВА ҡорҙо.

Гөлкәй ҠЫУАТОВА фотоһы.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас