Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март , 16:02

БӘХИЛ БУЛ, ОЛО ЙӨРӘКЛЕ ТАБИП!

ЮҒАЛТЫУ Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Нурғәлиева Зәйнәп Мәжит ҡыҙы, йөрәгенә ҡатмарлы операция яһағандан һуң, 77 йәшендә арабыҙҙан китеп барҙы.

БӘХИЛ БУЛ, ОЛО ЙӨРӘКЛЕ  ТАБИП!
БӘХИЛ БУЛ, ОЛО ЙӨРӘКЛЕ ТАБИП!

Ул 30 йылдан ашыу ғүмерен Стәрлетамаҡ Сабыйҙар йортона хеҙмәт итеүгә – әсәләре баш тартҡан яңы тыуған сабыйҙарҙың яҙмышын хәл итеүгә бағышланы. Зәйнәп Мәжит ҡыҙы эшләгән йылдарҙа уның етәкселегендә сабыйҙар өсөн яңы бина төҙөлдө, бөтә уңайлыҡтар булдырылды. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балалар бөтөнләй икенсе тормошта йәшәй башланы. Ә балаһыҙ ғаиләләр күпме сабыйҙарҙы уллыҡҡа һәм ҡыҙлыҡҡа алды. Бына шундай аҡыллы, уңған, хәстәрлекле етәксе булды ул. Аралашҡанда ла баҫалҡы, кешене тыңлай белә ине. Тотанаҡлы, тәрән аҡыллы ҡатын балаларына һөйөклө әсәй булды, тормош иптәше Әхмәт Тимерғәли улы Нурғәлиев менән матур тормош юлы үттеләр.

 Үкһеҙ етем ҡалған балаларҙың яҙмышын хәстәрләп, ғүмере буйы изгелектәр ҡылған күркәм шәхес Рамаҙан айында, кесе йома көндө баҡыйлыҡҡа күсте. Ураҙа ғәйете, Йома көндө ер ҡуйынына тапшырылды.

Бәхил бул, Зәйнәп Мәжитовна! Ауыр тупрағың еңел, иманың юлдаш булһын. Урының йәннәт түренә ҡабул ителһен! Был донъяла ҡылған изгелектәрең үҙеңә яҡты нур ҡайтарып, рухыңды шатландырып торһон!

Сафура ШАФИҠОВА,

 Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, ғаилә дуҫы.

Автор: Роза Сафина
Читайте нас