Йәмғиәт
27 Марта , 10:25

ЮҒАЛҒАН БАЛА, ҠАРАҠ ҠЫҘҘЫ ТАБЫУ ҺӘМ ИКЕ МЕҢ ОБЪЕКТ...

 27 март – Рәсәй Федерацияһы милли гвардия ғәскәрҙәре көнө  Ведомство тағы ниндәй бурыстарҙы үтәй?  27 мартта Рәсәй Федерацияһының РФ милли гвардияһы ғәскәрҙәре (Росгвардия) үҙенең 10 йыллығын билдәләй. Ошо ваҡыт эсендә ул һаҡсылар һағынан алып мөлкәтте һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса мәсьәләләрҙе хәл итә алған подразделениеға тиклем ҡатмарлы юл үткән. 1952 йылда республикала, шул иҫәптән Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла ведомствонан тыш һаҡ бүлеге ойошторола, уның подразделениелары әлеге көнгә тиклем үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы уңышлы башҡарып килә. Юбилей датаһы уңайынан “РФ милли гвардия ғәскәрҙәренең БР буйынса ведомствонан тыш һаҡ идаралығы” федераль дәүләт ҡаҙна учреждениеһы филиалы – Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса ведомствонан тыш һаҡ бүлеге начальнигы урынбаҫары, полиция майоры Николай Евгеньевич Яровой менән әңгәмәләштек.

ЮҒАЛҒАН БАЛА, ҠАРАҠ ҠЫҘҘЫ ТАБЫУ ҺӘМ ИКЕ МЕҢ ОБЪЕКТ...ЮҒАЛҒАН БАЛА, ҠАРАҠ ҠЫҘҘЫ ТАБЫУ ҺӘМ ИКЕ МЕҢ ОБЪЕКТ...
ЮҒАЛҒАН БАЛА, ҠАРАҠ ҠЫҘҘЫ ТАБЫУ ҺӘМ ИКЕ МЕҢ ОБЪЕКТ...

– 2016 йылда ведомствонан тыш һаҡ бүлеге Рәсәй гвардияһы составына инде. Ошо үҙгәртеп ҡороуға бәйле һаҡ хеҙмәте эшмәкәрлегендә ниндәй үҙгәрештәр булды?

– Үҙенең эшмәкәрлеге осоронда беҙҙең хеҙмәт күп тапҡырҙар һиҙелерлек үҙгәрештәр кисерҙе, әммә уның тәғәйенләнеше үҙгәрешһеҙ ҡала – кеше ғүмере матди ҡиммәттәрҙе ышаныслы дәүләт һаҡлауы менән тәьмин итеү, уларҙы енәйәти ҡул һуҙыуҙарҙан һаҡлау. Беҙ элеккесә граждандарҙың һәм юридик шәхестәрҙең милек мәнфәғәттәрен яҡлауҙы, шулай уҡ һаҡланған объекттарҙы һәм торлаҡ секторының именлеген һаҡлау, енәйәттәрҙе иҫкәртеү, төбәк биләмәһендә енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса бурыстарҙы үтәйбеҙ.

– Ведомствонан тыш һаҡ бүлегенең хәҙерге эшмәкәрлеге тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.

 – Ведомствонан тыш һаҡ бүлеге хеҙмәткәрҙәре полиция бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берҙәм дислокация системаһында эшләй. Төп бурыс булып, мәғариф учреждениеларының, социаль әһәмиәтле һәм башҡа объекттарҙың хәүефһеҙ эшләүен тәьмин итеү тора.

 Беҙҙең бүлек бөтә милек формаһындағы объекттарҙы – граждандарҙың биналары һәм фатирҙарынан алып автомобилдәренә тиклем сифатлы һаҡлау менән мәшғүл. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр көн һайын квалификациялы патруллек маршруттарында хеҙмәт итә, хоҡуҡ тәртибен һаҡлай. “Тревога” сигналын алғас та, ҡулға алыу төркөмө экипажы объектҡа барып, сәбәбен асыҡлай. Хоҡуҡ боҙоуҙар булған осраҡта РФ ҡануниәтенә таянып эш итә. Беҙҙең хеҙмәттә ҡулға алыу төркөмдәре хеҙмәткәрҙәре тәүгеләрҙән булып бәләгә тарыған кешеләргә ярҙам итеү, уларҙың милкен һаҡлау өсөн ваҡиға урынына сыға.

– Ведомствонан тыш һаҡ бүлеге хеҙмәткәрҙәре башҡарған эштәр тураһында әйтеп үтегеҙ әле.

 – Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ ҡалаһының ведомствонан тыш һаҡ бүлеге килешеү буйынса 2 меңдән ашыу объектты һаҡлай: улар барлығы 750 граждандың йәшәү һәм милекте һаҡлау урыны, һәм 30-ҙан ашыу транспорт сараһын, 1297 төрлө милек формаһындағы объекттар. Уларҙы һаҡлау хәүеф һәм һаҡ сигнализацияһы ярҙамында башҡарыла. Объект ябылған ваҡытта ул һаҡлау сигнализацияһы ярҙамында һаҡ аҫтына алына, ә магазинға йәки мәктәпкә йәиһә банкка һөжүм булғанда ведомствоның ҡулға алыу төркөмөнөң хәрби наряды сигнал буйынса бара.

Беҙ төрлө объекттарҙы һаҡлайбыҙ. Һаҡ һәм хәүеф сигнализацияһы сигналдары беҙҙең үҙәкләштерелгән күҙәтеү пунктына килә. Сигнализация эшләү менән дежур итеүсе экипажды шунда уҡ радиостанция аша ебәрәләр, ялған тревогамы әллә үтеп ингәндәрме икәнен асыҡлағас, дежур бүлеккә хәбәр итәләр. Шунан һуң тәфтиш-оператив төркөмө килеп етә һәм артабанғы ғәмәлдәрҙе башҡара. Росгвардияның ведомствонан тыш һаҡ бүлеге менән тоташтыра торған тревога төймәһе аша күбеһенсә енәйәт ҡылған йәки административ хоҡуҡ боҙған граждандарҙы ҡулға алабыҙ.

Тревога сигналы булмағанда, ҡулға алыу наряды ҡала урамдарында патруллек итә. Улар һаҡланыусы объекттарҙан алған хәүефле хәбәрҙәргә генә яуап биреп ҡалмай, ә иһә хоҡуҡ һаҡлау органдары менән тығыҙ бәйләнештә булғанлыҡтан, йәмәғәт тәртибен дә һаҡлай

Беҙҙең барлыҡ подразделениеларҙың үҙ патруллек итеү маршруты бар һәм ҡалала төндә башлыса ведомствонан тыш һаҡ бүлеге хеҙмәткәрҙәрен осратырға мөмкин.

– Экипаж башҡарған аныҡ хәл-ваҡиғалар тураһында ла бер аҙ һөйләп үтһәгеҙ ине.

– Беҙҙең һаҡ төркөмө экипажы төрлө характерҙағы хоҡуҡ боҙоуҙарҙы туҡтатыу буйынса ҙур эш башҡара. Мәҫәлән, быйыл февраль айында Стәрлетамаҡта “тревога” сигналы буйынса урындағы магазиндарҙың береһенә сыҡтыҡ. Экипажға магазин хеҙмәткәре бинанан биш мең һум самаһы күләмендә продукция урлауҙары тураһында хәбәр итте. Урлашыу фактын раҫлау өсөн ул видеокүҙәтеү камераларынан яҙмалар бирҙе һәм уның ярҙамында енәйәт ҡылыусы асыҡланды. Хоҡуҡ боҙоусы енәйәт урынынан машинала ҡасҡан. Экипаж төркөмө, алынған мәғлүмәттәрҙе файҙаланып, ғәйепләнеүсенең ҡайҙалығын асыҡлап уны ҡулға алды. Ул беҙҙең ҡалала йәшәүсе 25 йәшлек ҡыҙ булып сыҡты, ғәйебен таныны. Ҡыҙ быға тиклем дә енәйәт яуаплылығына тарттырылған булған. Бынан һуң ул артабан тикшереү өсөн полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырылды.

Йәнә бер ваҡиға. Күптән түгел полициялағы коллегаларҙан Суханов урамындағы бер йорт алдында бәләкәй генә бала бер үҙе урамда йөрөүе тураһында сигнал килде. Беҙҙең экипаж шунда уҡ күрһәтелгән адрес буйынса барып етте һәм подъезд янында ике йәш тирәһендә өлкәндәрһеҙ йөрөгән малайҙы тап итте. Күргән кешеләр хоҡуҡ һаҡлаусыларға бер ни ҙә аңламаған сабыйҙың урамда йөрөүен, юлға йүгереп сығып китеүен аңлатты. Тиҙҙән ваҡиға урынына малайҙың апаһы килеп етте һәм һаҡ хеҙмәткәрҙәренә бала тураһында мәғлүмәт бирҙе. Сабыйҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлау өсөн балаларҙы ҡаланың полиция бүлегенә илтеп ҡуйҙыҡ. Росгвардия хеҙмәткәрҙәренең оператив һәм профессиональ эш итеүе арҡаһында бәләгә юл ҡуйылманы.

– Һеҙҙә ниндәй сифаттарға эйә булған кешеләр хеҙмәт итә?

 – Беҙгә хеҙмәткәрҙәр йөрәк ҡушыуы буйынса килә һәм ваҡытын, һаулығын йәлләмәйенсә ошо эшкә бар көсөн һала. Был изге һәм маҡтаулы миссия, шулай уҡ халыҡ, ил һәм закон алдында оло яуаплылыҡ. Алға ҡуйылған бурыстарҙы үтәүҙә бүлектең кадрҙар составы төп роль уйнай. Улар араһында егерме йылдан ашыу хеҙмәт итеүсе үҙ эшенең оҫталары бар. Бында эшләү өсөн физик әҙерлек тә, закондарҙы белеү ҙә талап ителә, ҡорал менән эш итергә өйрәнергә лә кәрәк.

– Байрам уңайынан хеҙмәттәштәрегеҙгә ниндәй теләктәр еткерер инегеҙ?

 – Ведомствоның барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына закон һәм хоҡуҡ тәртибе һағында торғаны, мөһим дәүләт һәм башҡа объекттарҙы һаҡлауҙа башҡарған фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерәм. Коллегаларымдың иғтибарлылыҡ, оперативлыҡ, ҡарар ҡабул итеүҙә ҡыйыулыҡ, ауырлыҡтарҙы йырып сыға белеүҙе талап иткән хеҙмәтендә уңыштар теләйем.

Һөнәри байрамыбыҙ көнөндә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, хәрби кәйеф, ғаилә бәхете теләйем!

Роза САФИНА әңгәмәләште.

Фото ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте сайтынан алынды.

 

ЮҒАЛҒАН БАЛА, ҠАРАҠ ҠЫҘҘЫ ТАБЫУ ҺӘМ ИКЕ МЕҢ ОБЪЕКТ...
ЮҒАЛҒАН БАЛА, ҠАРАҠ ҠЫҘҘЫ ТАБЫУ ҺӘМ ИКЕ МЕҢ ОБЪЕКТ...
Автор:Роза Сафина
Читайте нас