Форум эшендә Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Сергей Плотников,“Төбәк операторы” фонды коммерция булмаған ойошмаһының көньяҡ зона буйынса идаралығы начальнигы Сергей Левкин, ҡала хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм тормош тәьминәте мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Рөстәм Камалов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса йәмәғәт-торлаҡ контроле етәксеһе Булат Вәлиев, БР-ҙың күп фатирлы йорттар советтары рәйестәре һәм ағзалары, депутаттар, идарасы компаниялар һәм ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙан вәкилдәр ҡатнашты.
Сергей Плотников форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте исеменән сәләмләп:
– “Управдом” торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе урында хәл итеүсе майҙансыҡ булып тора, – тип билдәләне Сергей Николаевич. – Ҡала халҡына күрһәтелгән торлаҡкоммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре сифатын яҡшыртыу һәм ышаныслылыҡты булдырыу, шулай уҡ кешеләрҙе сифатлы торлаҡ менән тәьмин итеү – беҙҙең төп бурысыбыҙ. Ул үҙ эштәренә битараф булмағаны өсөн күп фатирлы йорт советтары рәйестәренә рәхмәт белдерҙе.
Форумда көн тәртибенә өс мәсьәлә сығарылды. “БР мәғлүмәт-иҫәп үҙәге”нең Стәрлетамаҡ идаралығы начальнигы Ольга Маляренко күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә йылытыу өсөн иҫәпләүҙәр нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне.
Ул, иҫәпләү суммаһы йортта дөрөҫ иҫәпләү приборы булыуына бәйле, тип хәбәр итте. Ә инде прибор булмаған осраҡта, түләү нормативтар буйынса иҫәпләнә. Ольга Александровна шулай уҡ быйылдан квитанцияны айҙың 15- се көнөнән дә һуңға ҡалмай түләргә кәрәклеген иҫкә төшөрҙө. Иҫәп приборҙары буйынса күрһәткестәр 25-нә тиклем ҡабул ителә.
“Күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау төбәк операторы” фондының көнъяҡ зонаһы буйынса идаралыҡ начальнигы Сергей Левкин 2026 йылда күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт уҙғарыу тураһында хәбәр итте.
Капиталь ремонт буйынса программа 2014 йылдан алып эшләй. Ошо йылдар эсендә Стәрлетамаҡта 800 күп фатирлы йорт ремонтланған, 169 йортта 486 лифт йүнәтелгән. Подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһы буйынса 691 подъезд ремонтланған. Әле ҡайһы бер йорттарҙа капиталь ремонт эштәре башланған, май айында лифттарҙы ремонтлай башлаясаҡтар.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығының әйҙәүсе белгесе Даниил Щелкунов МАХ ҡушымтаһында йорт чаттарын ҡулланыуҙың өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне.
Форум барышында Рөстәм Камалов бынан алда үткән йылдың ноябрендә уҙғарылған “Управдом” форумында ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы үтәү һөҙөмтәләрен иғлан итте.
Сара һуңында ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙар биреп, уларға яуап алды. Халыҡты борсоған һорауҙар башлыса газ ҡорамалдарын тикшереүҙәр, капиталь ремонт өсөн иҫәпләүҙәр, капиталь ремонт үткәреү ваҡыты, дөйөм йорт ихтыяждары мәсьәләләренә ҡағылды.
Мәҫәлән, Коммунистик урамы, 85- се йортта йәшәүселәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, йорт төҙөлөүгә ҡырҡ дүрт йыл үткән. Унда 2018 йылда капиталь ремонт уҙғарылырға тейеш булған, әммә төрлө сәбәптәр табып, ремонт әлегәсә кисектерелеп килә. Программа буйынса уны тәүҙә 2023 йылға күсергәндәр, унан һуң 2025-се, ә хәҙер 2028-се йылға ҡалдырғандар.
Күп фатирлы йортто ҡарау һәм хеҙмәтләндереү өсөн һыу, йылы биреү, электр энергияһы сығымдарын милекселәр түләй. Башҡа коммуналь хеҙмәттәрҙән айырмалы булараҡ, был ресурстар фатирҙарҙан тыш: подъездарҙа, подвалдарҙа, лифт шахталарында һәм йорт яны биләмәләрендә ҡулланыла.
Бер йортта бер ай эсендә электр энергияһы 3600 квт, ә дөйөм йорт ихтыяждары күрһәткестәре бер ай эсендә 1000 квт тотонолған тип күрһәтә, бының бер нисек тә булыуы мөмкин түгел, тип белдерҙе йорт советы рәйесе. “Идарасы компанияларға мөрәжәғәт иттек. Тикшерҙеләр, барыһы ла дөрөҫ тип әйттеләр. Законһыҙ тоташтырыуҙар юҡ. Әле беҙ, ошо йортта йәшәүселәр, аҡса йыйып, экспертиза уҙғарырға уйлайбыҙ”.
Иҫәп күрһәткестәре ойошҡан рәүештә алынып барһа, бындай хәлдәргә юл ҡуйылмаҫ ине, тигән дөйөм фекергә килделәр.
Дөйөм йорт иҫәпләгесен ҡуйыу буйынса ла мәсьәлә күтәрелде. 7 мартҡа тиклем ҡуйылырға тейеш булһа ла, ул әле һаман да ҡуйылмаған. Иҫәпләгесте ун көн эсендә ҡуйырға ҡушылды.
Подъездарҙы йыйыштырыу, ишек алдын һепереү буйынса ла һүҙ барҙы. Мәҫәлән, Артем урамы, 23-сө йорттағы подъездар килешеү буйынса айына ике тапҡыр йыйыштырылырға тейеш булһа ла, унда айына бер тапҡыр ғына йыйыштырыла, тип зарландылар унда йәшәүселәр. Баҡтиһәң, был хәл йыйыштырыусыларҙың эш хаҡын кәметеү арҡаһында килеп сыҡҡан һәм улар ошондай график буйынса эшләй икән.
Ә бер подъезд уҙған йылдың октябренән бирле йыуылмаған. Элекке йыйыштырыусы эштән киткән, ә яңыһы юҡ.
Йыйыштырған өсөн көн һайын актҡа ҡул ҡуйырға тура килә.
Халыҡты борсоған тағы бер һорау – программа буйынса балкондарҙы ремонтлау капиталь ремонтҡа инмәһә лә, квитанцияларҙа балкондарҙы ремонтлау өсөн түләүҙәр күрһәтелә башлаған. Был документ законға ярашлы түгел.
Бына шундай төрлө һәм аптыратырлыҡ мәсьәләләр күтәрелде форумда. Ғөмүмән, сарала ҡатнашыусылар МАХ ҡушымтаһы аша аралашыуға күсергә кәрәк, тигән уртаҡ фекергә килделәр. Унда нимәләр эшләнелгән, нимәләр эшләнелмәгән – барыһы ла асыҡ күренеп торасаҡ.
Роза САФИНА.
Фото ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте сайтынан алынды.