Йәмғиәт
2 Апреля , 07:45

Ҡалабыҙ тағы ла күркәмерәк, зауыҡлыраҡ булһын өсөн

 24-25 апрелдә “Сода” Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда (Туҡаев урамы, 9-сы йорт) “СтроительФест-2026” төҙөлөш фестивале үтәсәк.

Ҡалабыҙ тағы ла күркәмерәк, зауыҡлыраҡ булһын өсөнҠалабыҙ тағы ла күркәмерәк, зауыҡлыраҡ булһын өсөн
Ҡалабыҙ тағы ла күркәмерәк, зауыҡлыраҡ булһын өсөн

Ошо сараға бәйле эшҡыуарҙар, ҡала хакимиәте һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыу булды. Фестивалдең ойоштороусыһы "ЭкоЖилье" төҙөлөш ойошмаһына нигеҙ һалыусы, "АЛҒА" форумдарын ойоштороусы, БР Шәхси торлаҡ төҙөлөшө федерецияһын үҫтереү буйынса директор Нияз Әхтәриев фестивалдең программаһы тураһыда һөйләне.

Был төҙөлөш индустрияһы вәкилдәрен, эшҡыуарҙарҙы һәм республика халҡын берләштереүсе күп форматлы ҙур ваҡиға ике көн дауамында 2 000 дән ашыу кешене,   15-тән ашыу эксперт һәм спикерҙы үҙенә йыймаҡсы. Унда шулай уҡ бер юлы өс тематик майҙансыҡ эшләйәсәк һәм бизнес, власть һәм халыҡ менән аралашыу өсөн асыҡ мөхит булдырыу, төҙөлөш, төҙөкләндереү һәм ҡала мөхите сифаттары ҡараласаҡ.

Тармаҡтың көнүҙәк йүнәлештәрен үҙ эсенә алған эшлекле программа фестивалдең төп элементы буласаҡ.  Сара сиктәрендә ҙур күргәҙмә зонаһы ойоштороласаҡ, унда төҙөүселәр, етештереүселәр, төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеүселәр,  дизайнерҙар, архитекторҙар һәм төҙөкләндереү буйынса белгестәр үҙҙәренең ҡарарҙарын тәҡдим итәсәк.

Фестивалгә килгән ҡунаҡтар белгестәрҙән үҙҙәре өсөн кәрәкле консульациялар ала аласаҡ, заманса төҙөлөш һәм ремонт технологиялары, архитектурала һәм дизайнағы һуңғы трендтар менән таныша аласаҡ. Шулай уҡ унда ҡатнашыусыларға үҙ проекттары өсөн подрядсылар һәм партнерҙар табыу мөмкинлеге буласаҡ.

Фестивалдең эшлекле өлөшөнән тыш, ҡунаҡтарҙы күңел асыу программаһы һәм бүләктәр уйнатыу көтә.

Төп приз – заманса һәм уңайлы  модулле мунса.

 Сара Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте, “Бизнес ҡатын-ҡыҙҙары” шәхси торлаҡ төҙөлөшө федерацияһы, “Рәсәй терәге” Дөйөм Рәсәйкесе һәм урта эшҡуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы, "Минең бизнесым" үҙәге, Стәрлетамаҡ ҡалаһы эшҡыуарҙары ассоциацияһы ярҙамында уҙғарыла.

Р.САФИНА.

Фотолар ҡала хакимиәте матбуғат бүлеге сайтынан алынды.

 

 

Ҡалабыҙ тағы ла күркәмерәк, зауыҡлыраҡ булһын өсөн
Ҡалабыҙ тағы ла күркәмерәк, зауыҡлыраҡ булһын өсөн
Ҡалабыҙ тағы ла күркәмерәк, зауыҡлыраҡ булһын өсөн
Автор:Роза Сафина
Читайте нас