Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель , 17:10

Ете шатлыҡ бүләк итте “Ете тажлы сәскә”!

Шәмбе көндө ҡалабыҙҙың 10-сы мәктәбендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балалар өсөн “Ете тажлы сәскә” ижад марафоны  булды.

Фестивалдең конкурс программаһы биҙәү-ҡулланма сәнғәте; һынлы сәнғәт; оҫта ҡулдар; әҙәби ижад; медиаижад номинациялары буйынса булды.

Сараға килеүселәр өсөн күргәҙмә ойошторолдо, дүрт бүлмәлә оҫталыҡ дәрестәре һәм флешмоб уҙғарылды. Балалар ҡала мәғариф бүлегенән,  Мәғлүмәт-методик үҙәктән кәңәштәр һәм тәҡдимдәр алды.   

Бына иң күңелле һәм тулҡынландырғыс мәл етте –фестивалгә килгән һәр бала диплом йәки сертификат һәм бүләк алып шатланды.

Байрам импровизацияланған “Тәмлекәс” кафеһында бергәләп сәй эсеү менән тамамланды. Илебеҙҙә йәшәүсе халыҡтарҙың дуҫлығын, берҙәмлеген сағылдырыусы сара һәммәһенең дә күңеленә хуш килде

Р.УСМАНОВА.

Фотолар 10-сы мәктәп сәхифәһенән алынды.

Автор: Роза Сафина
Читайте нас