Йәмғиәт
3 Апрель , 09:20

Ләйсән ямғыры яуа...

Яҙҙың тәүге ямғыры шулай атала. Ул ямғыр бик шифалы, фатихалы, ни өсөн тигәндә, уның һәр тамсыһын ергә фәрештәләр төшөрә, ямғыр ваҡытында күк ишектәре (көмбәҙе) асыла, доғалар ҡабул була, тигән боронғолар.

Ләйсән ямғыры яуа...Ләйсән ямғыры яуа...
Ләйсән ямғыры яуа...

Ул Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте менән һуғарылған. Апрель ямғыры тураһында Пәйғәмбәребеҙҙең (Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи вәссәләмдең) хәҙистәрендә лә әйтелгән.

Уны 14 апрелдән 14 майға тиклем йыялар, тигән инаныу бар. Был ямғырҙа бик күп шифа бар.
Ямғыр яуғанда һыуын йыйыу өсөн һауыт алып асыҡ һауаға ултыртаһың. Торбанан йәки ҡыйыҡтан ағып төшкән ямғыр һыуын алыу дөрөҫ түгел.

Ләйсән ямғырының һыуын нисек эсергә?
Ете көн рәттән иртән ас ҡарынға яртышар стакан эсәләр. Кис көнө лә эсергә ярай.
Был ямғыр ҡартлыҡ менән әжәлдән башҡа бөтә ауырыуҙарҙан да дауа.
Ләйсән ямғыры һыуы барлыҡ һыуҙар араһында иң таҙаһы һанала. Ләйсән ямғыры аҫтында сыланған кейем серемәй, ә сәс ҡойолмай, тиҙәр. Был Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте, уның асылына беҙ төшөнә алмайбыҙ.
Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтенең киңлеген аңлаған бөйөк рухи остаздар – әүлиәләр-әмбиәләр әйтә: "Кем дә кем был һыуҙы эсә, ул бер ҡасан да иманын юғалтмай”. Ул кешенең бөтөн тәненән, ағзаларынан, ҡан юлдарынан, аяҡ-ҡулдарынан теләһә ҡайһы ауырыуҙы сығара һәм уға һаулыҡ бирә.

Йылан ағыуы, диңгеҙҙәрҙә һәм океандарҙа ынйы бөртөктәре, хатта бал ҡорттарының балы ла Ләйсән ямғыры яуыу сәбәпле барлыҡҡа килә.

Әгәр ҙә ошо һыуҙы оҙаҡ ваҡыт бала күрмәгән ир менән ҡатын эсһә, Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән уларҙың балаһы тыуа.

Р.УСМАНОВА.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас