Йәмғиәт
3 Апрель , 10:05

СҮП СЫҒАРЫУҘЫҢ ДА ҮҘ ТӘРТИБЕ БАР

Беҙ сүп-сарҙың ҡайҙан йыйылыуы һәм артабан ҡайҙа эләгеүе тураһында күпме уйланабыҙ? Ябай аҙыҡ-түлек һатып алғанда, беҙ улар менән бергә ҡаптар ҙа һатып алабыҙ, ул шунда уҡ тиерлек сүп-сар биҙрәһенә, ә һуңынан беҙҙең йорттарҙың ихатаһындағы сүп контейнерҙарына оҙатыла.

СҮП СЫҒАРЫУҘЫҢ ДА ҮҘ ТӘРТИБЕ БАРСҮП СЫҒАРЫУҘЫҢ ДА ҮҘ ТӘРТИБЕ БАР
СҮП СЫҒАРЫУҘЫҢ ДА ҮҘ ТӘРТИБЕ БАР

Контейнерҙарға нимә һалырға мөмкинлеге, сүп-сарҙы күпләп сығарыу, контейнер майҙансыҡтарында тәртипте күҙәтеү хаҡында “ЭКО-Сити” Төбәк операторының мониторинг һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Таһир Ғөбәевҡа мөрәжәғәт иттек.

Таһир Рәфил улы һөйләүенсә, беҙ сүп-сар контейнерҙарына торлаҡ һәм торлаҡ булмаған биналар эсендә барлыҡҡа килгән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы, атап әйткәндә, ҡайһы бер аҙыҡ-түлек, полиэтилен, ҡағыҙ, ҡатырға, макулатура, аяҡ кейеме һәм өҫ кейеме, быяла һәм пластик, металл, ҡатырға шешәләр һәм төргәктәр (әгәр ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн айырым контейнер булмаһа) сүп-сар контейнерҙарына ташлай алабыҙ. Ә инде иҫке мебель йәки ҙур көнкүреш техникаларына килгәндә, улар файҙаланыу процесында ҡулланыу үҙенсәлектәрен юғалтҡан ҙур габаритлы ҡалдыҡтарға ҡарай, оҙонлоғо 0,5 метрҙан ашыу. Был әйберҙәрҙең ҙурлығы уларҙы контейнерҙарҙа йыйырға мөмкинлек бирмәй, шуға күрә контейнер майҙансыҡтарында махсус урын ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта контейнер майҙансыҡтарында төҙөлөш ҡалдыҡтарын ҡалдырыу тыйыла. Уларға кирбес, бетон, түшәм материалдары, тимер-бетон һәм башҡа ремонт һәм реконструкция ҡалдыҡтары инә. Торлаҡ хужалары төҙөлөш сүп-сарын сығарыуҙы үҙ иҫәбенә ойошторорға бурыслы. Бының өсөн хужаға уны сығарыу өсөн лицензияһы булған компания менән килешеү төҙөргә кәрәк. Был талапты үтәмәгән өсөн штраф рәүешендә административ яуаплылыҡ ҡаралған.

Бынан тыш, йығылған ағастарҙы һәм ботаҡтарҙы, ҡойолған япраҡтарҙы, һөҙөлгән үләнде, шулай уҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары һалынған контейнерҙарға һалырға ярамай. Милексе уларҙы үҙаллы ташырға йәки майҙансыҡҡа алып барыуҙы ойошторорға тейеш.

Бындай майҙансыҡтарҙың ҡайҙа булыуын урындағы хакимиәттә белергә мөмкин. Бөтә юридик шәхестәр ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә килешеү төҙөргә бурыслы. Был норма “етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында” 89-ФЗ һанлы федераль закондың 24.7-се статьяһында нығытылған.

Ә контейнер майҙансыҡтарын һәм улар тирәһендәге биләмәләрҙе таҙартыу өсөн ер участкаһы хужаһы яуаплы. Шәхси йорттар осрағында, ҡағиҙә булараҡ, урындағы хакимиәт яуап бирә. Әгәр майҙансыҡ күп фатирлы йорт биләмәһендә урынлашҡан икән, уны тотоу бурысы идара итеүсе компанияға ҡараған торлаҡ хужаларына йөкмәтелә. Тап ошо ойошмалар майҙансыҡтағы таҙалыҡ өсөн яуап бирә.

– Беҙҙең ҡалаға килгәндә, Стәрлетамаҡта майҙансыҡтарҙан сүп-сарҙы көн һайын йыйып алалар. Бының өсөн 20 машина йәлеп ителә. Ҙур габаритлы ҡалдыҡтар йыйыла барған һайын сығарыла бара, әммә аҙнаһына бер тапҡырҙан да кәм түгел. Ә инде ҡатмарлы һауа шарттарында беҙ көсәйтелгән режимда эшләйбеҙ. Диспетчерҙар 20 сәғәткә, водителдәр – 23 сәғәткә тиклем. Әгәр контейнер майҙансығы таҙартылмаған икән, хакимиәткә йәки идара итеүсе компанияға хәбәр итәбеҙ. Ҡайһы берҙә йөк машиналарына, подъезды таҙартҡандан һуң, майҙансыҡтарға ҡабаттан сығырға тура килә. Тағы бер проблема – йорт хужаларының контейнер майҙансыҡтары эргәһендә машиналарын парковкалау, был ҙур габаритлы махсус техниканың йөрөүендә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.

Халыҡтың мөрәжәғәттәренә килгәндә, беҙ уларҙың һәр береһен иғтибарлап тикшерәбеҙ һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн транспорт ебәрәбеҙ, – тип бәйән итте Таһир Рәфил улы ҡалабыҙҙағы “ЭКО-Сити” эшмәкәрлеге тураһында.

     Әлбиттә, сығарылмай ятҡан сүп өйөмдәре лә юҡ түгел, хәйер, уныһы инде икенсе мәсьәлә.

Римма ҒӘЛИМОВА әҙерләне.

Әлфиә МАНСУРОВА фотоһы.

 

СҮП СЫҒАРЫУҘЫҢ ДА ҮҘ ТӘРТИБЕ БАР
СҮП СЫҒАРЫУҘЫҢ ДА ҮҘ ТӘРТИБЕ БАР
Автор:Римма Галимова
Читайте нас