

Күпселек дистанцион урлашыуҙар (“банктың именлек хеҙмәттәре”нән шылтыратыуҙар, фишинг һылтанмалары, “Дәүләт хеҙмәттәре”н ватыу һәм карталарҙан мәғлүмәттәр урлау) РФ Енәйәт кодексының 159.3 статьяһы буйынса квалификациялана.
– электрон түләү сараларын ҡулланып мутлашыу. Норманың асылы шунда, енәйәтсе, ҡулаҡсаһыҙ аҡсаға инеү өсөн, карта хужаһын (йәки банк/магазин хеҙмәткәрен) алдай йәки яңылыш юлдан яҙҙыра.
Дистанцион мутлашыусылар өсөн был төп статья, сөнки улар аҡсаны һирәк кенә шәхсән ала, ә уларҙы ялған иҫәптәргә күсерәләр йәки криптобиржалар аша сығаралар.
Был ғәҙәти тормошта нисек күренә: билдәһеҙ кеше шылтырата, үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштыра һәм тулҡынланған тауыш менән һеҙҙең картанан аҡса сисеп алырға маташалар тип ышандырырға тырыша.
Аҡсаны “һаҡлап ҡалыу” өсөн, ул СМС-тан килгән кодты әйтеүҙе йәки аҡсаны йәнәһе “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерергә күсереүҙе һорай. Кеше, ышанып, үҙ ирке менән, әммә алдау йоғонтоһонда аҡса күсерә. Тап ошондай хәлдәр РФ Енәйәйәт кодексының 169.3-сө статьяһына инә, ни өсөн тигәндә, зыян күреүсе, алданыу тәьҫире аҫтында булһа ла, операцияны үҙе башҡарған.
Шуға күрә аҡса күреүҙе талап итеп, СМС-тан килгән кодты йәки карталағы мәғлүмәттәрҙе әйтеүҙе талап иткән теләһә ниндәй шылтыратыу йәки хәбәр алғанда, кисекмәҫтән, аралашыуҙы туҡтатырға һәм банкка үҙаллы шылтыратырға кәрәк.
Э.Р.ИДИӘТУЛЛИНА,
Стәрлетамаҡ ҡала прокуроры ярҙамсыһы.