Йәмғиәт
6 Апрель , 13:15

ЭСКӘН КИЛЕШ МАШИНА ЙӨРӨТКӘН ӨСӨН

Иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара  иткәне өсөн, Суд Стәрлетамаҡта йәшәүсене праваһынан мәхрүм итеп, мотлаҡ эштәр  тәғәйенләгән.

ЭСКӘН КИЛЕШ МАШИНА ЙӨРӨТКӘН ӨСӨНЭСКӘН КИЛЕШ МАШИНА ЙӨРӨТКӘН ӨСӨН
ЭСКӘН КИЛЕШ МАШИНА ЙӨРӨТКӘН ӨСӨН

Стәрлетамаҡ ҡала суды 36 йәшлек ир кешегә ҡарата енәйәт эшен ҡараны.  Ағымдағы йылдың 26 ғинуарында был ир эскән килеш руль артына улырып тотолған.

Ул енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип танылды. Стәрлетамаҡ ҡала суды был кешегә ҡарата енәйәт эше буйынса РФ Енәйәт кодексының 264.1 статьяһының 1-се өлөшө буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы.

Судта асыҡланыуынса,  2026 йылдың ғинуарында  ғәйепләнеүсе кеше эскән килеш уның танышы милкендә булған Lada Granta 219010 маркалы автомобиль менән идара иткән.

Юлда ул юл-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тарафынан  туҡтатыла, тикшереү һөҙөмтәләре буйынса уның иҫерек булыуы асыҡланды.

Ир транспорт саралары менән идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан 3 йылға мәхрүм ителә, Суд уға 240 сәғәтлек мәжбүри эш рәүешендә яза тәғәйенләне.

Автомобиль кире ҡайтарылды, сөнки  хөкөм ителеүсенең күрһәтелгән транспорт сараһына милек хоҡуғы булмаған.

М.Н ФЕДОРОВ,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуроры ярҙамсыһы.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас