Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель , 14:55

"МИН БЫНДА АҢЛЫ РӘҮЕШТӘ БАРАМ"

Рөстәм Нәбиев васыятнамә яҙып,Эверестты яуларға юлланды.

"МИН БЫНДА АҢЛЫ РӘҮЕШТӘ БАРАМ"
"МИН БЫНДА АҢЛЫ РӘҮЕШТӘ БАРАМ"

Белеүегеҙсә,Рөстәм Нәбиев – донъяла ҡулдарында ғына, башҡаларҙың ярҙамынан тыш, тауға күтәрелгән беренсе һәм берҙән-бер кеше. Биш йыл эсендә Ул Эльбрустың (5642 м /5621 м), Манасланың (8163 м), Арараттың (5165 м), Ҡаҙбәктең (5033 м), Килиманджароның (5895 м), Аконкагуаның (6962 м), һәм Ирәмәлдә (1589 м) була.
«2020 йылда Эльбрусҡа менгән Рөстәм алты йылдан һуң ер шарының иң бейек нөктәһенә юл тотор тип кем уйлаһын. Алда беҙҙе уникаль сәйәхәт көтә. Мин был аҙымға аңлы рәүештә килдем», – тип социаль селтәрҙә үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашҡан ул.

Уға уңыштар теләп ҡалабыҙ, иҫән-һау йөрөп ҡайтһын!

"МИН БЫНДА АҢЛЫ РӘҮЕШТӘ БАРАМ"
"МИН БЫНДА АҢЛЫ РӘҮЕШТӘ БАРАМ"
Автор: Гулькей Куватова
Читайте нас